-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2018, 12:21

Өйә-өйә өй була

«2014–2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» подпрограммаһы сиктәрендә йәнә бер төркөм бәхетле ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт төҙөүгә социаль түләм таныҡлыҡтары тапшырылды.

— Илдең иҡтисады нығынып, Рәсәйҙә 15 йыллап инде халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләмдәр түләнә. Бөйөк Ватан һуғышы, Афған ветерандары, фронтовик ҡатындары торлаҡ сертификаттары алды. Ә иң ҡыуаныслыһы – яңы тормош башлаусы йәштәргә хөкүмәт тарафынан ҙур матди ярҙам күрһәтелә. Был маҡсатта «Торлаҡ» һәм «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль программалары тормошҡа ашырыла. Һуңғыһы ауылда нигеҙләнеп, ауыл ерендә хеҙмәт итеүсе граждандар, йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр өсөн тәғәйенләнгән. Йыл һайын Әбйәлилдән егермеләп ғаилә ошо ярҙамды алып тора, — тине тантанала район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов. Социаль түләм таныҡлыҡтарына был юлы шәхси эшҡыуар — крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәрит Шәрипов, «Урал аръяғы-Агро» МТС-ы агрономы Филат Харрасов, «Завет» АХК-һы яһалма ҡасырыусыһы Рәйсә Шәмсетдинова, «Красная Башкирия» АХК-һының баш агрономы Рим Сәфәрғәлин, район ветстанцияһының мал табибы Ләйсән Фәтхуллина, Асҡар үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Әлиә Абдрахманова, «Ашығыс ярҙам» водителе Урал Ишбулдин, Покровка клубы хеҙмәткәре Лидия Подрезова, Т. Кусимов исемендәге гимназия директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Фәнилә Нөғәмәнова, «Батыр» ФҺК-һы методисы Лилиә Аслаева, гимназия йыйыштырыусыһы Венера Рәхмәтуллина лайыҡ булды. Түләмдең суммаһы ғаиләләге кеше һанына ҡарап билдәләнгән. Ике кешелек ғаилә 588 мең һум ярҙам алһа, өсәр бала үҫтереүселәрҙең өлөшөнә 1 миллион 260 мең һумдан тура килде.

Программа шарттары буйынса унда йорт төҙөй башлаған һәм төҙөлөш эштәрен 30 процентҡа башҡарған ғаиләләр генә ҡатнаша ала. Шуға күрә был саралар төҙөлөштө тамамлап ҡуйырға етәсәк. «Тик аҡсаны дөрөҫ итеп тотона белеүегеҙ шарт, алдаҡсы подрядсыларҙың мәкер тоҙағына эләгә күрмәгеҙ», — тине Рим Һатыбал улы таныҡлыҡтарҙы тапшырғанда.

Даланлы ғаиләләрҙе район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов тәбрикләне. Программаның ауыл халҡы өсөн бик ҡулай булыуын, тәү сиратта ауыл хужалығы производствоһында эшләүселәргә, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә өҫтөнлөк бирелеүен билдәләне. Әйтергә кәрәк, программала ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе юҡ. Әлеге ваҡытта районда 300-ҙән ашыу ғаилә сиратта тора.
Читайте нас: