-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2018, 11:51

Гиппократ антына тоғролар көнө

Һаулыҡ һаҡлау ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдары айҡанлы хөрмәтләнде

Медицина хеҙмәткәре көнө уңайынан байрам тантанаһы район мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Аҡ халатлыларҙы район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов тәбрикләне.

— Был байрам кешеләрҙе ауырыу-һыҙланыуҙарҙан ҡотҡарған, сирлеләрҙә йәшәүгә өмөт уятҡан изге хеҙмәт эйәләренә рәхмәт әйтә торған иң яҡшы форсат. Һеҙ еңел булмаған, ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле һөнәр һайлағанһығыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө сир-сырхауҙарыбыҙ менән һеҙгә киләбеҙ, сәләмәтлегебеҙҙе, ҡайсаҡта ғүмеребеҙҙе һеҙҙең ҡулдарға ышанып тапшырабыҙ, — тине Рим Һатыбал улы.

Фиҙаҡәрлек, һөнәргә тоғролоҡ һәм юғары профессионализм өсөн Асҡар үҙәк район дауаханаһы терапевты Анна Замураева, хирург Михаил Воротников, Байым участка дауаханаһы педиатры Раян Мәғәфүров, Әүнәш, Һамар ФАП-тары мөдирҙәре Мөхәмәт Вәлиев, Нурия Италмасова, шәфҡәт туташтары — үҙәк дауахананан Динә Мөхәмәтова, Рәмзиә, Муллағәләмова, Роза Вафина, Әлфирә Әбүшахманова, Красная Башкирия табип амбулаторияһынан Гөлйыһан Бәҙретдинова, паллиатив ярҙам бүлексәһенән Зөлфирә Ғиниәтова, 120-се һанлы дарыухана провизоры Резеда Шаһимәрҙәнова район Сове-ты һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән билдәләнде.

Яңыраҡ ҡына баш табип итеп тәғәйенләнгән И. Р. Килдейәров коллегаларына йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәне:

— Барығыҙға ла баш-ҡарған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлемен. Һаулыҡ — һәр кемдең иң ҙур байлығы. Һеҙ тынғыһыҙ көндәлек хеҙмәтегеҙ менән район халҡының сәләмәтлеге һағында тороп, уны һаҡлауға, нығытыуға өлөш индерәһегеҙ, көн-төн тимәй, ауырыуҙарға ярҙамға ашығып, уларҙы аяҡҡа баҫтыраһығыҙ, — тине ул.

Илгиз Рәсүл улы терапия бүлексәһенең палата шәфҡәт туташы Резеда Ғәлинаны һәм балалар консультацияһы шәфҡәт туташы Вәсилә Дәминдарованы «БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» күкрәк билдәһе менән бүләкләне. Һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өсөн хирургия бүлексәһе мөдире Ирназар Дәүләтшин, «Ашығыс ярҙам» бүлексәһе фельдшеры Рәшиҙә Ҡарамырҙина, Әлмөхәмәт, Михайловка ФАП-тары мөдир-ҙәре Рима Йосопова, Винера Нәбиуллина, наркология бүлексәһенән шәфҡәт туташы Гөлназ Малыбаева, рентгенолаборант Фәниә Хашимова, Ташбулат табип амбулаторияһы акушеры Ғәлиә Ғүмәрова БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәре, улар араһында водитель, ашнаҡсы һәм санитарҙар ҙа бар, тырыш хеҙмәттәре өсөн байрам уңайынан үҙәк район дауаханаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Әбйәлил халҡының ихтирамын яулап өлгөргән йәш табип, район медицина хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе Р. Р. Манаповтың: «Бер ниндәй ҙа заманса ҡорамалдар табипты, уның һиҙгер иғтибарын, изге мөнәсәбәтен алмаштыра алмай», — тиеүендә, ысынлап та, хаҡлыҡ бар. Рәфис Раил улы халыҡҡа заман талап иткәнсә юғары кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тәьмин иткән, шулай уҡ профсоюз ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашҡан коллегаларына БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика комитетының Почет грамоталарын һәм ҡиммәтле бү-ләктәр тапшырып үтте.

Гиппократ антына тоғро ғаилә династиялары хөрмәтләнде. Улар сығып баҫҡас, хатта райондың иң ҙур сәхнәһе лә тар тойолдо. Бына улар: әсәле-ҡыҙлы — терапевт Рәйлә Мусина һәм поликлиника мөдире, УЗИ табибы Лиана Хәлилова, Ғәлиә һәм Розалия Билаловалар (педиатр һәм терапевт), Дилә Гурентьева һәм Динә Дәүләтбаева (ОМК фельдшеры һәм поликлиника шәфҡәт туташы), Рима Манапова һәм Гөлназ Әхмәтова (Гусев ФАП-ы фельдшеры һәм табип-неонатолог), Көнһылыу һәм Нәйлә Мәһәҙиевалар (Красная Башкирия табип амбулаторияһы акушеры һәм офтальмолог), ирле-ҡатынлы һәм уллы Фәнил, Нәйлә, Артур Ғарраповтар (ЭВН кабинеты мөдире һәм терапевтар), аталы-уллы һәм ҡыҙлы Ғәле, Салауат Күсәрбаевтар, Гөлназ Ихса-нова (фтизиатр, хирург, невролог), әсәле-уллы Миләүшә һәм Айнур Мортазиндар (шәфҡәт туташы, «Ашығыс ярҙам» фельдшеры). Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәр быуынын да аҡ халатта күрергә яҙһын, табиптар, шәфҡәт туташтары династиялары ишәйһен генә тип теләргә ҡала.

Дәүләт гарантиялары программаһы буйынса план күрһәткестәрен үтәгән, халыҡты беренсел медик-санитар ярҙам менән тәьмин иткән өсөн поликлиника, хирургия, терапия, педиатрия, реанимация бүлексәләре коллективтары аҡсалата сертификаттарға лайыҡ булды.

Байрам айҡанлы район мәҙәниәт йорто артистары һәм Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары концерт бүләк итте. Улар араһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең балалары сығыш яһауы сараға айырыуса йәм өҫтәне.


Читайте нас: