-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2018, 13:36

Күңелдәргә асҡыс табыусы

БР «Ғаилә» Көнсығыш район-ара үҙәгенең Әбйәлил районындағы бүлексәһе психологы Гүзәл Әйүпова халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

СиБДУ-ның психология факультетын тамамлаған Амангилде ҡыҙы 2002 йылда район халыҡты социаль яҡлау идаралығына эшкә килә. 16 йыл эсендә учреждение бер нисә тапҡыр үҙгәртеп-ҡорола, тармаҡлана. Гүзәл Рамил ҡыҙы бер осор халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге белгесе булып китә, унан «Ғаилә» Көнсығыш район-ара үҙәгенә күсерелә. Әлбиттә, былар барыһы ла документтарҙа башҡарыла. Асылда Гүзәл тиҫтә йылдан ашыу бер үк урында, бер үк вазифаны тарта. Уның төп бурысы — социаль яҡлауға мохтаждарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға, имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән, балалар йортонда йәшәгән бәлиғ булмаған балаларға психолог ярҙамы күрһәтеү.

— Эшем еңел түгел. Яҡлауға, ярҙамға мохтажлыҡ кисергән халыҡ ҡатламы менән эшләйем. Уларҙың күңелдәренә асҡыс яратыуы бик ҡыйын. Төрлө кешеләр осрай. Агрессив холоҡлолары, ләм-мим өндәшмәгәндәре бар. Берәүҙәрен тынысландырырырға, икенселәре менән уртаҡ тел табырға кәрәк. Улар тарыған хәл-ваҡиғалар ҙа төрлө-төрлө. Йыш ҡына суд залында булырға тура килә. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның ултырыштарында, опека, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтарҙа ҡатнашам. Минең эштә психолог булыу ғына әҙ, шуға күрә ситтән тороп уҡып юридик белем дә алдым, — тип һөйләй Г. Р. Әйүпова.

Психолог эшендә ниндәйҙер билдәле алгоритмдар буйынса эшләп булмай. Кеше күңеленә үтеп инер өсөн тәү сиратта әңгәмәсеңдең ышанысын яулау, уның кисерештәрен үҙең аша үткәреп ысын йөрәктән аңлау шарт.

— Күңел ул бик нескә әйбер. Уға ҡағылғанда уғата ныҡ һаҡ, һиҙгер булырға кәрәк. Эшемдә төп ҡоралым — йылы һүҙ, — ти үҙ һөнәренең оҫтаһы.

Гүзәлдең тынғыһыҙ фиҙаҡәр хеҙмәте бер нисә тапҡыр лайыҡлы баһаланған, ведомство наградалары менән билдәләнгән. Күптән түгел ул Социаль хеҙмәткәр көнө уңайынан Өфөгә байрам тантанаһына саҡырылды һәм республиканың иң яҡшы социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре иҫәбендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л. Х. Иванова ҡулынан сираттағы Почет грамотаһын алды.
Читайте нас: