Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге 100 дана «Осҡон» йәки «Абзелил» яҙҙырған почтальондарҙы хөрмәтләүен дауам итә. Ошо көндәрҙә «Осҡон»ға 112 абонемент тултырған Атауҙы ауылы почтальонкаһы Г. Ф. Ямалова мәғлүмәт үҙәгенең рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ булды.
Уҙған ярты йыллыҡта Гөлсәсәк Фазылйән ҡыҙы хеҙмәтләндергән ауыл халҡы 56 «Осҡон» алдырһа, икенсе ярты йыллыҡта «Осҡон»до уҡыусылар һаны 112-гә еткән. Өҫтәүенә, һигеҙ дана «Абзелил» гәзите лә килә икән. Район баҫмаһынан тыш, гәзит уҡыусылар «Йәшлек» менән «Киске Өфө»гә лә бик теләп яҙылалар.
Ауыл халҡы араһында ваҡытлы матбуғатты алдырыусылар һанын арттыра алыу — фәҡәт почтальондың тырышлығы, үҙ эшенә намыҫлы ҡарау һөҙөмтәһе ул. Сөнки гәзит-журналдар ваҡытында һәм теүәл килгәндә генә киләһе осорға ла баҫмаларға кешеләр теләп яҙыла. Гөлсәсәк Ямалова почтаны адресатҡа һуңлатмай ташый, ә гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда ваҡыты менән иҫәпләшмәй, һәр йорт-ҡа барып етә. Һәм һөҙөмтә лә көттөрмәне: Атауҙыла гәзит уҡыусылар һаны ике тапҡырға артты.
Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтер һөнәрен үҙләштергән Гөлсәсәк Фазылйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар совхозда үлсәгестә эшләй, заманында быҙау ҙа ҡарай, һыйыр ҙа һауа. Хужалыҡ тарҡалғас, балалар баҡсаһында эшләй. Һәм уҙған йыл оҙаҡ йылдар хат ташыусы булып эшләгән Батыр ағай Байсалов хаҡлы ялға киткәс, уны лайыҡлы алмаштыра.
Уңған ҡатындың донъяһы ла етеш: эшендә лә өлгөрә, ҡош-ҡортон, мал-тыуарын да баға, йортонда ла һәр нәмә үҙ урынында. Тормош иптәше Дим Рим улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Тимур вахта менән ситкә йөрөп эшләһә, Сибай медицина училищеһын тамамлаған Гөлназ Магнитогорск дауаханаларының береһендә шәфҡәт туташы. Ейәндәре Арсенға яратҡан өләсәй-олатай ҙа Ямаловтар.
Г. Ф. Ямалова кеүек үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡарған тырыш ярҙамсыларыбыҙ булғанда гәзиттең тиражы кәмемәҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.