+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2018, 15:52

Михайловкала һыу буласаҡ

Михайловкалағы эсәр һыу проблемаһы күптән хәл ителеүҙе көтә. Урындағы халыҡ район етәкселеге менән осрашыуҙарҙа, йыйындарҙа был мәсьәләне йыш күтәрҙе.

Михайловкалағы эсәр һыу проблемаһы күптән хәл ителеүҙе көтә. Урындағы халыҡ район етәкселеге менән осрашыуҙарҙа, йыйындарҙа был мәсьәләне йыш күтәрҙе. Һыу үткәргес иҫкереү арҡаһында бында өсөнсө йыл һыу юҡ. Уҙған йылда 12 километр оҙонлоғонда һыу үткәргес һалынып, бөтәһе 40 колонка ла ҡуйылғайны. Быйыл эш дауам итте. «Абзелилспецкомобслуживание» ойошмаһы әле скважинанан башняға тиклем трасса һуҙа. Тракторсы Мансур Ямалов траншея ҡаҙһа, иретеп йәбештереүсе Илсен Сөләймәнов соҡор әҙер булыу менән торбаларҙы һалыуға әҙерләй. Мастер Валерий Королев эштең сифатлы башҡарылыуы өсөн яуаплы.

Таштимер ауыл биләмәһе башлығы В. Абсаҙиева тиҙҙән Михайловкала һыу булыуына өмөтләнә һәм егеттәрҙең эшен йәһәтләп, яндарында йөрөй. Вәсилә Сәғит ҡыҙы әйтеүенсә, мең ярымдан ашыу кеше йәшәгән ауылда һыуҙы күптән көтәләр. Бригада эште тиҙерәк теүәлләһә, 82 метр тәрәнлектәге насос халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итер, тип ышана ул.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: