Башҡортостанда льготалылар өсөн дарыуҙар бүлеүгә бәйле проблема тулыһынса хәл ителгән. Республика Хөкүмәтендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың йөкләмәһен үтәү тураһында отчет бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 июндә төбәк етәксеһе граждандарҙың льготалы категорияларын дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, уның йомғаҡтары буйынса 1 июлгә төбәк һәм федераль льготалыларҙы препараттар менән тәьмин итеү хаҡында мәсьәләне тулыһынса хәл итеү бурысы ҡуйылғайны.