-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2018, 10:25

Күптәрҙе өйлө иткәндәр

Асҡар көндән-көн күркәмләнә, үҫә. Ҡупшы, затлы йорттар төҙөлә, социаль-мәҙәни объекттар заманса төҫ ала. Юҡҡа ғына район үҙәге иң төҙөк ауыл исеменә лайыҡ булмаған бит. Әммә Мәскәү ҙә тиҙ төҙөлмәгән, тип әйтмешләй, Асҡар ҙа ҡапыл үҫеп сыҡмаған. Уға нигеҙ һалыуға Анна һәм Мират Ғилмановтар ғаиләһе лә үҙ өлөшөн индергән.

Асҡар көндән-көн күркәмләнә, үҫә. Ҡупшы, затлы йорттар төҙөлә, социаль-мәҙәни объекттар заманса төҫ ала. Юҡҡа ғына район үҙәге иң төҙөк ауыл исеменә лайыҡ булмаған бит. Әммә Мәскәү ҙә тиҙ төҙөлмәгән, тип әйтмешләй, Асҡар ҙа ҡапыл үҫеп сыҡмаған. Уға нигеҙ һалыуға Анна һәм Мират Ғилмановтар ғаиләһе лә үҙ өлөшөн индергән.

— Беҙ 1965 йылда Асҡарға күсеп килгәндә, ауылдың боронғо өлөшөндә емерек, терәүле бәләкәй генә йорттар урынлашҡайны. Хәҙер балҡып торған урамдар күркһеҙ ине, — тип хәтерләй Мират Маҙһар улы.

16 йәшенән хеҙмәт юлын башлаған Хәлил ауылы егетенең төҙөлөш тармағында тәжрибәһе байтаҡ була. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының «СУ-2» төҙөлөш ойошмаһында эшләй һәм 1956-57 йылдарҙа Әлмөхәмәт элеваторын төҙөүҙә ҡатнаша. Артабан бригаданы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында райсовет бинаһын күтәрергә ебәрәләр. Венгрияла өс йыл әрме хеҙмәтен үткәндә шоферлыҡҡа уҡып ала. Ҡайтҡас, яуаплы, тырыш егетте эшләгән ойошмаһына саҡыралар: балта оҫталары бригадаһына етәкселек итә, бер үк ваҡытта водитель дә була. Төҙөлөш тресы Сибай ҡалаһына күскәс, 1963 йылдан 1994 йылға тиклем шунда эшләй. Районда, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла яҡтарында йорттар, төрлө объекттар тө-ҙөйҙәр.

Ғүмер юлдашы Анна Алексеевна ла бөтә хеҙмәт юлын төҙөлөшкә бағышлаған, ул — ташсы булған. Район үҙәгендә тәүге ҡатлы йорттар, мәктәп, райсовет, көнкүреш хеҙмәттәре бинаһы һ.б. уның ҡулдары менән бөртөкләп һалынған кирбестән күтәрелгән. Ҡышҡы һыуыҡта, йәйге эҫелә, яҙлы-көҙлө ямғырҙа Асҡар халҡы йылы, ҙур йорттарҙа йәшәһен һәм эшләһен өсөн тырышҡан улар.

— Иң тәүҙә төҙөлөш вагонында йәшәнек. Ике ғаиләгә унда йәшәү ҡыҫынҡы булды, шулай ҙа түҙҙек. Тәүге балабыҙ тыуыу менән төҙөлөп бөтмәгән, хатта иҙәне лә түшәлмәгән ятаҡ бүлмәһенә күсеп сыҡтыҡ, — ти Анна Алексеевна. — Эш ауыр тимәнек, еңелерәк, аҡсалыраҡ кәрәк тип һайланманыҡ. 30 йылға яҡын төҙөлөштә тир түгеп, хаҡлы ялға сыҡтым.

ПМК бөткәс, Мират Маҙһар улы 1995 йылда юл ремонт-төҙөлөш идаралығына эшкә килә. Бында ул хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ төҙөй. Йәше етеү менән 1999 йылда пенсияға китә. Тик ғүмер буйы эшләп өйрәнгән, үҙе әйтмешләй, «буш ултырһа — ауырыған» уҙаман өйҙә ятып сыҙамай. Бригада ойоштора һәм ихласлап төҙөлөш эшенә сума. Районда, Асҡарҙа байтаҡ социаль-мәҙәни объекттарҙың ҡыйығын яңырта, шәхси йорттар һала ул. Ҡулдары эш белгән, ипле оҫтаға заказ артынан заказ килеп тора. 43 йыл төҙөлөш тармағындағы хеҙмәт тәжрибәһен ҡул аҫтындағылар менән уртаҡлашып, йәштәрҙе өйрәтеүгә ҡыйынһынмай.

— Хәҙер ғаиләле булыу менән айырым сығырға, өйлө булырға тырышалар. Үҙ донъяңды ҡороу өсөн байтаҡ ҡыйынлыҡ-мәшәҡәттәрен күрергә тура килһә лә, ҡыйыҡлы булыу ҡыуанысын татыуға ни етә, — ти Мират Ғилманов.

Ул үҙ ғүмерендә алты йорт һалған кеше. Икәүһе тыуған ауылы Хәлилдә, ҡалғандары — Асҡарҙа. Үҙҙәренән тыш, балаларын да йортло итеүгә бар көстәрен һалғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдарын юғалтыу ҡайғыһын кисергән улар. Хәҙер ҡыҙҙары Светлана, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәйҙәр.

Анна Алексеевна менән Мират Маҙһар улы 54 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Р. Зорге урамындағы иң оло парҙың йорто, ысынлап та, бар яҡтан өлгөлө. Баҡса-ихаталағы аллы-гөллө сәскәләрҙән аяҡ баҫыр урын юҡ, ә баҡсала, ике ҙур теплицала ниҙәр генә үҫмәй. Бөтмөр, эшсән Ғилмановтар көн оҙоно баҡса, ҡош-ҡорт тәрбиәләп йәй үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Донъя мәшәҡәттәренән саҡ ҡына арынған арала Мират Маҙһар улы күңел йыуанысына тотона: ағастан, ҡалай-тимерҙән төрлө әйберҙәр оҫталай. 35 йыл араҡыны ауыҙына алмаған, бөтөнләй тартмаған ир-уҙаманға 78 йәш тип әйтерлек тә түгел, йәштәреңдән былайыраҡ йүгереп йөрөй, эшһеҙ ултырып сыҙай алмай. «Эш — күңел өсөн иң яҡшы дауа», — тип ҡабатларға яратҡан М. Ғилманов тормош йәмен тик хеҙмәттә күрә.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: