+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Август 2018, 10:55

Конкурста Тупаҡ ауылы еңеүсе булды

Муниципаль район Советының сираттағы ултырышында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдарына йомғаҡ яһалды.

Муниципаль район Советының сираттағы ултырышында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамдарына йомғаҡ яһалды.

— Ярты быуаттан ашыу элек арҙаҡлы яҡташыбыҙ Шаһиғәле Ишбулатов ойоштороуында Әбйәлилдә башланғыс алған ауылдаштар осрашыуы ике маҡсатты күҙ уңында тота. Тәүгеһе күптән күрешмәгән-аралашмаған баласаҡ дуҫтары, класташтар, ғөмүмән, ауылдаштар менән осрашыу булһа, икенсенән, был сара халыҡты ауылдағы социаль объекттарҙы, дөйөм ҡулланылышта булған урындарҙы һәм шәхси йорт-ихаталарҙы төҙөкләндереүгә этәрә. Байрамға әҙерлек ауыл хал-ҡын, урамдаштар, күрше-күләнде берҙәмләштерә, — тине байрам йомғаҡтары буйынса докладын башлап район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев.

Ауылдарҙы тәртиптә тотоу өсөн, әлбиттә, осрашыу ғына сәбәп булырға тейеш түгел. Халыҡ үҙе йәшәгән дөйөм йортоноң бөхтә, тәрбиәле булыуына һәр ваҡыт үҙ өлөшөн индерергә бурыслы. Иң беренсе мәсьәлә — сүп-сар түгеү һәм сүплектәрҙә тәртип булдырыу. Булат Юныс улы сығышында 2016 йылда көнкүреш ҡалдыҡтары урындарын тәртипкә килтереү буйынса ҡабул ителгән өс йыллыҡ программа сиктәрендә район күләмендә башҡарылған эштәргә туҡталды. Ағымдағы йылда урындарҙа йәшәүселәр көсө һәм үҙидара ярҙамы менән Тал Ҡусҡары, Сиҙәм, Йәнгел, Гусев, Красная Башкирия, Байым ауылдары ҡыйлыҡтары кәртәләп алынған.

Айырыуса был йүнәлештә Таштимер ауыл биләмәһендә ҙур эш башҡарылған — Ҡужан, Таштимер, Михайловка, Әүмеш, Йәлембәт ауылдары сүплектәре өлөшләтә кәртәләнгән.

Шуныһы ҡыуаныслы, баҡыйлыҡҡа күскән мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу йолаһын урын-еренә еткереп үтәгән әбйәлилдәрҙең атай-олатайҙарының мәңгелек йортон тәртиптә тотоу әүәл-әүәлдән ҡанына һеңгән. Шуға күрә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проектында ҡатнашыусы бихисап ауылдарҙа халыҡтың көндәлек тормошта үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙән дә зыяраттарҙы төҙөкләндереүҙе өҫтөн ҡуйыуҙары тәбиғи. Осрашыу үткән ауылдарҙы алғанда Һәйетҡол, Дәүләт халҡы был изге ғәмәлде алдағы йылдарҙа уҡ атҡарһа, быйыл тупаҡтар ҙа ошо проект өсөн берҙәм тауыш биргән. Туйыш, Тәпән, Тал Ҡусҡары, Ташбулат ауылдары халҡы зыяраттарҙа өмәләр үткәргән.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» быйыл 12 ауылда уҙҙы. Ҙур ауылдарҙан Ташбулат (438 йорт-ихата, 1,5 мең кеше), Дәүләт (366; 1367), Тупаҡ (302; 1 мең) ҡатнашты. Һәйетҡол (42; 198), Ярлыҡап (45; 67) кеүек бәләкәй ауылдар халҡы ла сәмләнеп әҙерләнде. Осрашыуҙарға Таштуй, Тәпән ауылдары дөргөн башланғыс бирҙе һәм байрамдар бер тынала гөрләп үтеп тә китте. Байрам уҙһа ла, ошо уңайҙан тыуҙырылған матурлыҡ, сағыу буяуҙар ауылдарҙы оҙаҡ ваҡыт йәмләйәсәк әле. Сараға әҙерлек сиктәрендә Мәхмүттә — 51, Таштуйҙа — 47, Тупаҡта — 32, Тал Ҡусҡарында — 38, Тәпәндә 19 йорттоң ҡыйығы алмаштырылған. Халыҡтың дәррәүлегенә, дәртенә, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ! Мәхмүттә — 97, Тал Ҡусҡарында — 85, Таштуйҙа — 114, Тупаҡта — 56, Туйышта — 53, Озерныйҙа 56 ҡапҡа-ҡойма яңыртылған.

«Аныҡ эштәр» проектынан бүленгән саралар ҙа осрашыу үткән ауылдарға маҡсатлы бүленгән. Туйыш, Озерный, Дәүләт, Мәхмүт, Тупаҡ ауылдарында, быға өҫтәп, ППМИ буйынса Ташбулатта һәм Тәпәндә урам лампалары урынлаштырыласаҡ.

Байрамдарға лайыҡлы әҙерлек өсөн ойоштороу комитеттары ҙур көс һалған. Активистарҙың йәмәғәт эшенә уғата яуаплы ҡарауы, иң ғәмһеҙ кешеләрҙе лә сәмләндереүе һөҙөмтәһендә ауылдарҙа төҙөкләндерелмәгән, бумала-буяу ҡағылмаған бер генә йорт та ҡалмаған. Әкрәм Рәхмәтуллин (Тәпән), Рәфҡәт Шәмсетдинов (Таштуй), Нәфисә Юлдашбаева (Мәхмүт), Салауат Хәкимов (Тупаҡ), Сәлиә Низамова (Озерный), Әлхәм Шәйхетдинов (Дәүләт), Гөлниса Ниғмәтуллина (Тал Ҡусҡары), Нилиә Шаһыбалова (Туйыш), Ишбулат Зарипов (Ярлыҡап), Зөлфирә Батыршина (Әлмөхәмәт МТС-ы), Хәфизә Баязитова (Ташбулат), Руслан Мәғәфүровтың (Һәйетҡол) тырыш хеҙмәте маҡтап телгә алынды. Иң матур, өлгөлө йорт хужалары ла билдәләп кителде. Урындағы хакимиәттәр башлыҡтарына һәм коллективтарына, депутаттарға рәхмәт әйтелде.

Ауылдарҙы һаҡлауҙа һәм традицияларҙы үҫтереүҙә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамының роле баһалап бөткөһөҙ. Осрашыу үткәреүгә йөрьәт иткән ауылдарҙы район Советы һәм хакимиәте лә хуплай. Сара айҡанлы һәр ауылға бүләккә район ҡаҙнаһынан 25 мең һум аҡса бирелһә, байрам йомғаҡтары буйынса конкурс өсөн йәмғеһе 120 мең һум бүленгән.

Шулай итеп, иң тантаналы мәл килеп етте. Район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов ҡулынан 50 мең һум күләмендәге беренсе премияны тупаҡтар алды. Икенсе урында Мәхмүт (40 мең һум), һәм өсөнсөлә Таштуй (30 мең һум) бүләкләнде.

— Әбйәлилдән башланғыс алып, бөгөн республикала популярлашҡан «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы бары тик беҙҙә генә ошондай юғары кимәлдәге ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә. Берҙән беҙ был байрамдың бәҫен ебәрмәҫкә бурыслыбыҙҙыр ҙа, әммә, икенсе яҡтан ҡарағанда, әбйәлилдәр үҙҙәре егәрле халыҡ — емертеп эшләй ҙә, матур итеп күңел аса ла белә. Районыбыҙ төҙөкләндереү йәһәтенән Башҡортостанда алдынғы урындарҙы биләй. Тырыш, эшһөйәр, алдынғы ҡарашлы Әбйәлил халҡы менән ғорурланам һәм «афарин!» тип, рәхмәтемде белдерәм, — тине Рим Һатыбал улы еңеүселәрҙе бүләкләгәндә. Байрамдарға әҙерлек һәм уны үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусы йәмәғәтселәр ҙә башлыҡ ҡулынан район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Район Советы депутаттары артабан сессияның көн тәртибенә ҡуйылған «Әбйәлил районы муниципаль районының 2018 йылға һәм 2018 һәм 2020 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү (докладсы — район башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Р. Р. Латипова); район мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек барышы, муниципаль районда мәктәпкәсә, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү (докладсы — мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллин); «Башҡортостан Республикаһында алкоголизм, наркомания һәм токсикоманияны профилактикалау тураһында»ғы БР законының Әбйәлил районында үтәлеше (докладсы — район башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Р. Б. Фәттәхов); Әбйәлил районы биләмәһендә рәсмиләштерелмәгән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен һәм эш хаҡын асыҡлауға һәм легалләштереүгә йүнәлттерелгән сараларҙың үтәлеше (докладсы — район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары И. Ә. Хәсәнов); Әбйәлил районы биләмәһендә оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу (докладсы — «Ярҙам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге» автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһы директоры Р. Р. Ғүмәрова); муниципаль район хакимиәтенең информатизациялау һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә электрон ысулға күсеү буйынса эше (докладсы — район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Р. Ю. Рәхмәтуллин); муниципаль район хакимиәте, Советы һәм финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһындағы Положениены раҫлау (докладсы — кадрҙар менән эшләү һәм хоҡуҡи тәьминәт буйынса бүлек начальнигы И. Р. Ғүмәров) буйынса ҡарарҙар ҡабул итте.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: