-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2018, 16:08

Миһырбанлыҡ һәм шәфҡәтлелек билгеһе

Ҡорбан ғәйете — бөтә мосолман донъяһы өсөн ҙур байрам. Ураҙа байрамынан һуң 70 көн уҙғас, Зөлхизә айының унынсы көнөндә билдәләнә. Был байрам изге урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙың тамамланыуын белдерә, мосолман донъяһының бай тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдырған әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һынландыра.

Район ауылдарының бөтә мәсеттәрендәге кеүек Дәүләттең иман йортонда ла изге байрам киң билдәләнде. Йылдан-йыл дини сараларға халыҡтың күберәк килеүе күҙәтелә һәм уларҙың бөтә быуын вәкилдәрен берләштереүе айырыуса ҡыуандыра.

— Ислам дине — мәрхәмәтлек дине. Ибраһим ғәләйһиссәләм, һәм уның улы Исмәғилгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һынауҙың нигеҙе лә бына шул мәғәнәлә. Ҡорбан ғәйете беҙҙең күңел сафлығына, милләт-ара татыулыҡҡа, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле үә шәфҡәтле булырға өйрәтә, — тип башланы үҙенең сығышын имам-хатиб Садиҡ Ғибәҙәтов.

Садиҡ Сәйфулла улы хаж ҡылыу, ҡорбан салыу һәм башҡа дини ғибәҙәттәрҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне. Унан һуң йыйылыусылар имамдың Ғәйет вәғәзен тыңлағандан һуң, байрам намаҙын уҡыны, тәҡбир әйтте.

Дини байрам уңайынан Аллаһ йортона килгәндәрҙе Дәүләт ауылының почетлы гражданы Мотаһар Басиров, район Советы депутаты Юнир Таһиров тәбрикләп, теләктәрен еткерҙе.

Изге ғәмәлдәрҙән һуң мәсеткә килгәндәр ҡорбан ашынан ауыҙ итте. Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Нәзифә Солтанова, Дилара Моратова, Зилә Шәғәлина, Гүзәл Ғайсина, Әлфиә Йәрмөхәмәтова, Ғәйнур апай Әхмәткирәева ҡыҙы Лилиә менән тәмле итеп әҙерләгән бишбармаҡ менән һыйланы.

Һәр кем изге Ҡорбан ғәйетенән ил-йортҡа бәрәкәт, тыныслыҡ теләп таралышты.


Читайте нас: