+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2018, 18:21

Һайлауға ғаилә менән

Халыҡтың тотош ғаиләләр, хатта балалары менән бергә һайлау участкаларына килеүе ҡыуаныслы, үҙенә күрә тәрбиә алымы.

Халыҡтың тотош ғаиләләр, хатта балалары менән бергә һайлау участкаларына килеүе ҡыуаныслы, үҙенә күрә тәрбиә алымы. Һайлауҙың мөһимлеген күреп үҫкән балалар киләсәктә үҙҙәре лә әүҙем гражданлыҡ позицияһын биләр, моғайын. Үҙ ғүмерендә бер һайлауҙан да ситтә тороп ҡалмаған Асҡарҙа йәшәүсе 82 йәшлек Зөләйха Исхаҡова балаларын да яуаплы, намыҫлы граждандар итеп тәрбиәләгән. Бөгөн дә ул һайлауға байрамға килгән кеүек яҡындары менән бергә килде. Һүрәттә: Зөләйха Хәбир ҡыҙы ҡыҙы Фәнүзә, кейәүе Марат Вәлиевтар менән.
Читайте нас: