-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2018, 10:38

Ҡоролтайға депутаттар һайланды

Берҙәм тауыш биреү көнөндә — йәкшәмбе республика халҡы Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайланы. Мөһим сарала райондаштарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәне.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә — йәкшәмбе республика халҡы Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайланы. Мөһим сарала райондаштарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашып, гражданлыҡ бурысын лайыҡлы үтәне.

Республика буйынса тауыш биреү өсөн исемлеккә 3032915 кеше индерелһә, һайлау хоҡуғына эйә булыусыларҙың 49,11 проценты, йәғни 1489473 граждан сәйәси кампанияға үҙ өлөшөн индерҙе. Төбәк парламентына алдағы биш йылға 110 депутат һайланды. Уларҙың яртыһы бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы өсөн һайлаусыларҙың — 58,33, «Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы»на — 18,76, ЛДПР-ға — 9,95, Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһына — 5,49, «Рәсәй патриоттары»на — 3,96, «Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһы»на 1,98 проценты тауыш бирҙе, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы.

28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса берҙәм округтан исемлектә теркәлгән 34104 Әбйәлил һайлаусыларының 19939-ы (58,47 процент) һайлауҙа ҡатнашты. Тауыштарҙы иҫәпләү түбәндәгесә һөҙөмтә бирҙе:

«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы — 56,16 проц.;

«Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы» сәйәси партияһы — 27,85 проц.;

«Рәсәйҙең «Йәшелдәр» экологик партияһы» сәйәси партияһы — 5,27 проц.;

ЛДПР сәйәси партияһы — 3,92 проц.;

Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһы — 3, 10 проц.;

«Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһы — 1, 17 проц.

Бер мандатлы округ буйынса һайлауҙа 34663 кеше ҡатнашҡан. Шул иҫәптә Әбйәлил районынан — 19908 (58,37 проц.), Баймаҡтан 14755 (79,56 проц.) граждан тауыш биргән.

Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы — 57,19 проц. (әбйәлилдәр 49,48, баймаҡтар 67,59 проц. тауыш биргән);

Шөғүров Рәсүл Иғдисам улы — 22,75 проц. (29,94; 13,05);

Боҫҡонов Әхтәр Мөхәмәт улы — 10,45 проц. (4,48; 9,48);

Аккучукова Роза Сабирйән ҡыҙы — 2,55 проц. (2,68; 2,37);

Сибаев Артем Фәрит улы — 2,48 проц. (1,48; 3,83);

Маматов Азат Абзал улы — 1,54 проц. (1,39; 1,74);

Белов Ярослав Александрович — 1,21 проц. (1,31; 1,07).

Уттай ҡыҙыу эш ваҡыты булғанғамы, ауыл халҡының күпселеге иртәнге рәттә һайлауҙы өҫтөн күрҙе. Ә яуаплылыҡ ҡандарына һеңгән ололар яҙ булһынмы, көҙмө – һәр ваҡыт һайлауға иртә йөрөй. Был юлы ла һайлау комиссиялары эшен башламаҫ элек участкалар алдында йәнлелек тантана итте. Беҙ барған район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 765-се һайлау участкаһында бер төркөм һайлаусылар сәғәт һигеҙ тулмаҫ элек гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән ине. Һәм тәүге минуттарҙа 11 граждан һайлау бюллетендәрен тултырып, КОИБ-тарға төшөрҙө. Улар араһында ағинәйҙәр Гөлсирә Нафиҡова һәм Гөлсирә Сәғәҙәтова ла бар. Һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашыусы 18 йәшлек Лилиә Ғарипова махсус бүләккә лайыҡ булды. Таһир Кусимов исемендәге 767-се һайлау участкаһында иң беренселәрҙән булып 90 йәшлек Фәғилә Ильясова тауыш биреп, республиканың киләсәге өмөтлө, яҡты булһын, тип изге фатихаһын бирҙе.

Т. Кусимов исемендәге гимназияла урынлашҡан райондың иң ҙур һәм берҙән-бер исемле һайлау участкаһында район үҙәгенең Көнсығыш-1, Көнсығыш-2 биҫтәләрендә һәм бер нисә үҙәк урамда, шул иҫәптән күп ҡатлы йорттар кварталында йәшәүселәр тауыш бирҙе. «Участка буйынса бөтәһе 2421 һайлаусы теркәлгән, шулар араһында 18 йәшен тултырған 42 граждан үҙ ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша. Иртәнге сәғәттәрҙә, көндөң тәүге яртыһында һайлаусылар күп булды. Айырыуса һайлау кампанияһына яуаплы ҡараған, аңлы ҡарашлы оло йәштәгеләр әүҙем килде», — тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Исрафилова.

Халыҡтың һайлауға тотош ғаиләләр, хатта балалары менән бергә килеүе күркәм күренеш кенә түгел, үҙенә күрә патриотик тәрбиә алымы ла. Һайлауҙың мөһимлеген күреп үҫкән балалар киләсәктә үҙҙәре лә әүҙем гражданлыҡ позицияһын биләр, моғайын. Үҙәк район китапханаһында урынлашҡан 768-се һайлау участкаһында бына шундай изге ниәттә бәләкәстәргә кескәй генә Башҡортостан флагтары таратылды.

Тауыш биреү урынына килә алмағандарға — ололарға һәм сирләп торғандарға комиссия ағзалары үҙҙәре барҙы.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә халыҡ өсөн күңел асыу саралары ойоштороу ҙа матур йолаға әйләнеп килә. Һайлау участкалары урынлашҡан бөтә ерҙәрҙә лә көн оҙоно музыка тынманы. Красная Башкирия, Озерный, Һамар ауылдарында йәрминкәләр гөрләне. Урындағы халыҡ һөт ризыҡтары, йәшелсә менән сауҙа итте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерт ҡуйҙы. Һайлауға барыусылар бер ыңғайы кәрәкле тауарҙар һатып алды, мәҙәни сараға тамаша ҡылды.

Г. КҮСӘРБАЕВА.


* * *

786-сы Яңауыл һайлау участкаһында иртәнге сәғәттәрҙә үк йәнлелек ине. Иң тәүге булып, ауылдың ағинәйе 78 йәшлек Рәшиҙә Хисмәтова тауыш бирҙе. Ул һайлау комиссияһына мөһим эш көнөнөң уңышлы, тыныс үтеүен теләне һәм ил-йорт имен торһон, беҙ һайлаған кешеләр халыҡ өсөн эшләһен тигән изге ниәттә беренсе бюллетенде төшөрҙө. Һайлауҙарҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмаған, әүҙем ололар төшкә тиклем үк тауыштарын бирҙе. Хатта өйҙә һайларға тейешле инәй-апалар ҙа йорттарында ултырып сыҙамай, таяҡҡа таянып булһа ла һайлау үткән башланғыс мәктәпкә килеп етте. Йәшерәк быуын вәкилдәре лә үҙҙәренең конституцион хоҡуҡтары менән файҙаланмай ҡалманы. Ауылда уттай ҡыҙыу эш ваҡыты: кем бесән ҡайтара, бәғзе өлгөрҙәр аяҙ көндә картуф алырға тотонған, ата-әсәләр ялға ҡайтҡан студент балаларын оҙатыуҙы хәстәрләй — шулай ҙа бар мәшәҡәттәрен ташлап, төбәк яҙмышын хәл итеүгә үҙ өлөштәрен индерҙе. Парланышып, ғаилә менән йәки ейән-ейәнсәрҙәрен эйәртеп килгән өләсәйҙәрҙе күҙәтеү күңелле — йәш быуын һайлауҙың мөһим сәйәси кампания икәнлегенә төшөнөп үҫә.

Ауылдың мәҙәниәт усағы мөдире Гөлнара Хәмзина башланғыс кластар уҡыусылары менән уйындар ойошторҙо. Ҡыҙҙар, малайҙар сәмләнешеп ярышты, күңел асты. Һайлауға килгән ата-әсәләр командаларҙың көйәрмәндәре булды. Сара саф һауала рәхәтләнеп сәй эсеү менән тамамланды.

Яңауыл участкаһында һайлаусыларҙың 71 проценты республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты.

Д. САФИУЛЛИНА.


* * *

Әбйәлил урмансылығы бинаһында урынлашҡан 766-сы һайлау участкаһында район үҙәгенең Көньяҡ биҫтәһе урамдарынан тыш, Тирмән, Айғырбатҡан, Ҡолоҡас, Ярлыҡап ауылдары халҡы тауыш бирҙе. Был ауылдарҙа йәшәгән һайлаусылар өсөн махсус автобустар йөрөтөү ойошторолдо.

Һайлау участкаһы асылмаҫ элек кешеләр сиратҡа баҫты. Иң беренсе булып И. Ишбулдин тауыш бирҙе. Уға һәм шулай уҡ һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Айнур Дауытов менән Фәнзил Йәрмөхәмәтовҡа комиссия рәйесе Гөлназ Дәүләтбаева бүләктәр тапшырҙы.

Ғөмүмән алғанда, был участкала һайлау тыныс шарттарҙа үтте, унда исемлеккә ингәндәрҙең 49 проценты үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Р. ИСТАНБАЕВА.


Читайте нас: