+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2018, 10:21

Райондың хәрби комиссариатына — 80 йыл

Ағымдағы йылда Рәсәйҙә хәрби комиссариаттар ойошторолоуға 100 йыл тулды.

Ағымдағы йылда Рәсәйҙә хәрби комиссариаттар ойошторолоуға 100 йыл тулды.

1938 йылдың 15 сентябрендә Әбйәлил районының хәрби комиссариаты төҙөлә, быға тиклем ул Белорет районына ҡарай. Ошо йылдар дауамында комиссариат нисек эшләгән, ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшкән — түбәндәге яҙма ошо хаҡта.

Әбйәлил районының хәрби комиссариаты бөгөн республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй, бөтә күрһәткестәрҙе арттырып үтәй. Тәүге йылда эш нисек ойошторолған һуң?

Белорет ҡала хәрби комиссариаты составынан сыҡҡан Әбйәлил районы комиссариатын беренселәрҙән булып И. В. Панфилов етәкләй. Шәхси составта биш кеше, бер ат иҫәпләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, райондың хәрби комиссариаты тәүге айҙарҙа уҡ 2,8 мең кешене фронтҡа оҙата. Һуғыш йылдарында бөтәһе алты меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 170 ҡатын-ҡыҙ яуға китә. Бынан тыш, 50 автомобиль, 70 трактор, 500 ат хәрби частәргә ебәрелә.

1963 йылда Әбйәлилде Баймаҡ районына ҡушыу сәбәпле, хәрби комиссариат бөтөрөлә. 1965 йылда комиссариат яңынан ойошторола.

Хәрби комисариатта үҙ бурыстарын яҡшы белгән, яуаплы кешеләр эшләй. 1975 йылдан алып эшләгән подполковник В. В. Федюшкин оҙаҡ йылдар хәрби комиссар урынбаҫары була. Тәжрибәле, эшен яратҡан Валерий Владимирович 33 йыл буйы мобилизация бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы вазифаһын үтәй. В. Н. Абдрахманова 1992 йылдан хәрби сер часы начальнигы. Вера Николаевна ла үҙ эшенең оҫтаһы. Армияға саҡырыу бүлексәһе начальнигының өлкән ярҙамсыһы И. И. Хәйризаманов күп йылдар бында хеҙмәт итә. Хәрби комиссариатта ғаиләләре менән эшләгәндәр ҙә бар. В. Ш. Абитова мобилизация бүлексәһе начальнигы яр-ҙамсыһы, Д. А. Абитов мобилизация начальнигының транспорт буйынса ярҙамсыһы. Ветерандар Р. К. Мостафин, З. А. Ғиззәтов, Г. У. Хәсәнова, В. М. Иғ-бирҙина, Ғ. И. Ямалова коллективты онотмай, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеүселәр булыуы ҡыуаныслы. Мобили-зация бүлексәһе начальнигы М. В. Гребенщиков менән армияға саҡырыу бүлексәһе начальнигы Ф. С. Шакирйәнова бурыстарына етди ҡараған, намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәр. Коллектив яңыра, йәш белгестәр килә. Хәрби комиссарҙың финанс-иҡтисади, социаль-пенсия эше буйынса өлкән ярҙамсыһы Л. М. Рәжәпова яңы эш башлауына ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән. Коллективта бөтәһе 17 кеше эшләй, барыһы ла үҙ урынында, дөйөм хеҙмәткә илке-һалҡы ҡараусылар юҡ.

2009 йылдан Әбйәлил хәрби комиссариатына В. М. Ғәҙелшин етәкселек итә. 27 йәшендә хәрби комиссар вазифаһына тәғәйенләнгән Рөстәм Миңлеғәли улы республикала иң йәше була. Белемле, талапсан етәксе коллектив менән уртаҡ тел табып, комиссариатты алдынғы позицияларға сығарыу өсөн күп көс һала. 2012 һәм 2014 йылдарҙа йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм армияға саҡырыуҙы яҡшы ойоштороу буйынса конкурста беренсе урын ала, РБ хәрби комиссариатының почет грамотаһы менән бүләкләнә. 2014 һәм 2015 йылдарҙа комиссариат үҙенең эшмәкәрлеге өсөн республикала икенсе урын ала һәм хәрби комиссариаттың күсмә байрағы менән бүләкләнә. 2016 һәм 2017 йылдарҙа граждандарҙы хәрби хеҙмәткә алыу буйынса республикала өсөнсө урынға лайыҡ була. Мобилизицион әҙерлек һәм армияға саҡырыу эшен юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Р. М. Ғәҙелшин үҙәк хәрби округы командующийҙары, республика, район етәкселегенең диплом һәм почет грамоталары менән наградланған.

— Байрамды яҡшы кәйеф, һәйбәт күрһәткестәр менән ҡаршылайбыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, ил сиген һаҡларға теләүселәр йылдан-йыл арта. Беҙҙең район хәрби хеҙмәткә алыныусылар һаны буйынса һәр ваҡыт лидерҙар иҫәбендә. Балаларын ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләгәндәре өсөн Әбйәлил халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә, — тине Рөстәм Миңлеғәли улы. — Осраҡтан файҙаланып, коллективымды хәрби комиссариаттың юбилейы менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар теләйем. Иң мөһиме, ил тыныс, имен булһын.

Д. САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: