БР Хөкүмәте-премьер министры урынбаҫары И. А. Тажетдинов етәкселегендәге Хөкүмәт һәм Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәренән торған делегация «Красная Башкирия» АХК-һының Озерный һәм Һамар фермаларында булып, унда инвестициялар йәлеп итеп алып барылған төҙөлөштәр барышын ҡараны.
Заманса технологиялар ҡулланып эшләгән был хужалыҡҡа барған һайын бында ниндәйҙер яңылыҡҡа шаһит булабыҙ. Был юлы Озерный фермаһы биләмәһенә барып инеү менән ҙур яңы база ҡалҡып сығыуы күҙгә ташланды.
— Был һыйырҙарҙы быҙаулатыу бүлексәһе буласаҡ. База 60-ҡа 18 метр ҙурлыҡта, бейеклеге 11 метр. Уҙған көҙ нигеҙен эшләп ҡуйғайныҡ. Әле өс аҙна эсендә бина әҙер ҙә булды. Тимер-бетон конструкцияларҙан каркасты урында йыйып, ҡуйып, махсус тент менән яптыҡ. Көн яҡтыһында бинала ла яҡты буласаҡ, һөҙөмтәлә электр энергияһы экономиялана. Ҡыйыҡтағы торбалар һауа алмаштырыуҙы тәьмин итә, шуға ла ҡышҡы 40 градуслыҡ һыуыҡтарҙа эстә 5-7 градус йылылыҡ һаҡланасаҡ, йәйге эҫелә еләҫ буласаҡ. Бында һыйырҙарҙы алты робот һауасаҡ, малдарҙың тиҙәген таҙартыусы робот йәғни «робот-пылесос» тип атаныҡ уны һәм аҙыҡты һыйырҙар алдына этәреп йөрөүсе малсы-робот эшләйәсәк. Әйткәндәй, был фермала малсы-робот эшмәкәрлеге менән таныштар, өсөнсө йыл инде уның бында эшләүенә, — тип таныштырҙы ҡунаҡтарҙы эш барышы менән хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов. — Һамарҙа төҙөлөп ятҡан ҡура бындағынан ике тапҡырға ҙур буласаҡ.
Тағы бер заманса база төҙөлөшөн үҙ күҙҙәре менән күрер өсөн Өфөнән килгән делегация Һамар бүлексәһенә юл алды.
Бында, ысынлап та, төҙөлөш дәррәү бара. Әле ҙур бинаның нигеҙе һалына. Раил Салауат улы әйтеүенсә, киләһе йыл сафҡа индереләсәк ҡуралар-ҙың республикала, илдә түгел, хатта сит илдәрҙә уға оҡшашы юҡ. Төрлө илдәрҙә күп йөрөгән Р. С. Фәхрисламов күп тәжрибәләрҙе өйрәнеп, уларҙы үҙенсә, үтә заманса итеп эшләүҙе хуп күргән.
Һамар фермаһы биләмәһендә ҙур ике база ҡалҡып сығасаҡ, яндарында быҙауҙар өсөн бәләкәй оялар ҡуйыласаҡ. Таҙа голштин тоҡомло һыйырҙар һатып алырға ниәтләйҙәр. Ҡураларҙа һыйырҙар бәйһеҙ аҫыраласаҡ, һәүкәштәр теләгән ваҡытында ашай, эсә, ял итә һәм һауыла. Йәғни һыйыр һауыла торған урынға теләгән ваҡытында инә, унда инде уға үҙенең рационы буйынса ашарға бирелә һәм һөтө һауып алына, бында робот хатта һыйырҙың сәләмәтлеге торошо хаҡында ла мәғлүмәт бирә.
— Уңайлы шарттар булдырылғас, һыйырҙар продукцияны ла күберәк бирәсәк. Әле беҙ көнөнә 12 тонна һатабыҙ, киләсәктә был һанды 40-ҡа еткерергә иҫәп. Сөнки малсылыҡты мал аҙығы менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителде. Хужалыҡта һыйырҙарҙан мул продукция алыуҙы тәьмин иткән көнбағыш, соя, кукуруз кеүек культуралар игелә һәм уларҙан мул уңыш алабыҙ, — тип дауам итә Р. С. Фәхрисламов. — Унан инде һөттө үҙебеҙҙә эшкәртеүҙе планлаштырабыҙ.
Раил Салауат улы киләсәктә эшселәр өсөн социаль йүнәлештә инвестициялар йәлеп итеү уйы менән яна. Сөнки, уның фекеренсә, эш кешеһенең хеҙмәте генә түгел, ял итеү һәм йәшәү шарттары ла яҡшы булырға тейеш. Эшселәре өсөн уңайлы матур йорт-тарҙан торған айырым бәләкәй ауыл булдырыу уның хыялы.
Заманса технологияларҙы ҡыйыу индергән хужалыҡта барған үҙгәрештәргә юғары баһа биреп, И. А. Тажетдинов артабан да Хөкүмәт яғынан иғтибар һәм ярҙам буласағына ышандырҙы.