+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2018, 11:45

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

«Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы 4-енән 14 октябргә тиклем Рәсәй почтаһының рәсми каталогына ингән үҙәк, республика, район, ҡала баҫмаларына яҙылыуға 10 процент ташлама яһай.

«Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы 4-енән 14 октябргә тиклем Рәсәй почтаһының рәсми каталогына ингән үҙәк, республика, район, ҡала баҫмаларына яҙылыуға 10 процент ташлама яһай.

Был акция сиктәрендә киләһе йылда «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәрен дә арзаныраҡ хаҡҡа алдырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн почта бүлексәләренә барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп ғинуар-июнь айына абонемент тултырығыҙ. Редакцияға килеп тә яҙылырға була. Шулай уҡ район гәзиттәренең электрон версияларын алдырыу мөмкинлеге бар. Ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө барыуы хаҡында күрше-күләнегеҙ, туған-тыумасағыҙға һәм яҡындарығыҙға ла еткерергә онотмағыҙ.

Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакция адресына ебәреп, бүләктәр оторға була. Өҫтәүенә, был ташламалы осорҙа, йәғни 14 октябргә тиклем яҙылып өлгөргәндәр араһында айырым уйын ойоштороласаҡ, бүләктәр әҙерләнгән.

Әлеге көндә район гәзиттәренә ярты йылға яҙылыу хаҡы — 884,1 һум, бер йылға 1618 һум тора.

Артабан да район гәзиттәренән айырылмағыҙ, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Мөхәрририәт.

Читайте нас: