+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2018, 10:21

Ә йөрәктәр һаман да йәш әле...

Райондың бөтә ауылдарында ла Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған саралар уҙҙы. Асҡарҙағы үҙәк майҙанда үткән байрамды алтын көҙҙөң хозурлығы һәм көндөң сыуаҡлығынан бигерәк яҡты сырайлы инәй-апалар биҙәне.

Райондың бөтә ауылдарында ла Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған саралар уҙҙы. Асҡарҙағы үҙәк майҙанда үткән байрамды алтын көҙҙөң хозурлығы һәм көндөң сыуаҡлығынан бигерәк яҡты сырайлы инәй-апалар биҙәне.

Майҙанда байрам уңайынан һәр ваҡыттағыса йәрминкә гөрләне. Баҡсаһынан мул уңыш алған уңғандар йәшелсә-емешен һатыуға сығарҙы. Халыҡ тоҡлап һуған, кишер, картуф алды. Мал, ҡош-ҡорт тотоусылар быйылғы иген хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Умартасылар һәр төрлө бал тәҡдим итте. Ит, май, кәзә ҡымыҙы, йомортҡа, ҡышҡылыҡҡа йылы ойоҡ-бейәләйҙәр, дебет шәлдәр менән дә сауҙа иттеләр.

Башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл Асҡар ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә байрам майҙанында ололар өсөн сәй табыны ойошторҙо. Инәйҙәр бер-береһе менән ихлас гәпләшеп ҡунаҡ булды. Сәхнәлә барған концертҡа дәртле, талантлы оло быуын вәкилдәре лә йырлы-бейеүле өлөш индерҙе. «Миләш» халыҡ фольклор (етәксеһе Р. Солтанбаев) һәм «Надежда» вокал (З. Мостафина) ансамблдәре сығыш яһаны, мәҙәниәт ветераны Фәүҡинур Фәтхуллинаның бейеүе дәррәү алҡыштар менән оҙатылды. Күңелдәрҙә илһам һәм дарман бар әле. Йөҙҙәр йыйырсыҡланып, сәстәргә сал төшһә лә, миһырбанлы, изгелекле, бөтә донъя ғәме һыйған йөрәктәр ҡартайырға ашыҡмай.

Концерт шулай уҡ бөгөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең һәм һәләтле балаларҙың сығыштарынан үрелде. Календарҙағы был матур көн айҡанлы ололарҙы район Советы һәм хакимиәте исеменән Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. И. Харрасов тәбрикләне.

— Олоғайыу — ул тормошто өй хәстәрҙәре менән генә сикләү тигән һүҙ түгел. Ғүмерҙең был миҙгеле таланттарығыҙҙы күрһәтә, хеҙмәт йылдарында ваҡыт, ҡул етмәгән эштәрҙе теүәлләй һәм бай тормош тәжрибәһен йәш быуынға өләшә торған мәл. Оло быуын кешеләрен халыҡтың иң әүҙем ҡатламы тип билдәләр инем. Уларҙы битараф ҡалдырған бер мәсьәлә лә юҡ, йәмәғәт эштәрендә лә ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдарҙың роле ҙур, һүҙе үтемле. Һәммәгеҙгә лә именлек, һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем, — тине Дамир Иштимер улы һәм, форсаттан файҙаланып, ауыл биләмәһенең генә түгел, райондың мәҙәни, ижтимағи тормошо үҙәгендә ҡайнап йәшәгән, «Мин яратам һине, тормош!» фестивалендә әүҙем ҡатнашҡан «Ынйы» (М. Ҡужахмәтова), «Надежда» (З. Мостафина) вокал ансамблдәренә район мәҙәниәт бүлегенең дипломдарын тапшырҙы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: