-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 10:36

Дан һиңә, Башҡортостан!

Әбйәлил оло ҡунаҡ йыйып, Башҡортостандың төп дәүләт байрамын — Республика көнөн тантана итте

Әбйәлил оло ҡунаҡ йыйып, Башҡортостандың төп дәүләт байрамын — Республика көнөн тантана итте.

Республикабыҙ мөстәҡиллегененең 28 йыллығына арналған сарала мәртәбәле ҡунаҡтар – район башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғ. Н. Солтанов, БР урман хужалығы министры М. И. Шәрәфетдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Г. Ғ. Ҡолһарина, И. Т. Нафиҡов, республика Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү буйынса бүлеге баш советнигы У. М. Хәлисов ҡатнашты.

Ғәлим Наил улы үҙенең сығышында республика тормошондағы ҡыҙыл датаның төбәктең һәм уның айырым райондарының, шул иҫәптән Әбйәлилдең социаль-иҡтисади үҫешә яһаған ыңғай йоғонтоһо, әһәмиәте тураһында бәйән итте. Йола буйынса республика мөстәҡиллегенең сираттағы тыуған көнөн райондың ниндәй ҡаҙаныштар менән ҡаршылауы, хеҙмәт коллективтарының тос һөҙөмтәле эштәре барлап үтелде. Докладта ауыл хужалығы тармағындағы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге эштәр торошо, төҙөлөш, эш хаҡы, мәшғүллек, инвестициялар йәлеп итеү, юл төҙөлөшө, «Аныҡ эштәр», «Уңайлы ҡала мөхите», урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекттары буйынса башҡарылған эштәр темалары яҡтыртылды. «Республикабыҙҙың үҙ аллылығы ғорурлыҡ тойғоһо, иртәгәһе көнгә ышаныс уята. Башҡортостан хөкүмәтенең тос ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ һәм был хәстәрҙе, иғтибарҙы беҙ ҙә намыҫлы хеҙмәтебеҙ, тыуған Әбйәлил мәнфәғәтенә арналған яҡшы эштәребеҙ менән аҡларға тейешбеҙ», — тине Ғәлим Наил улы.

Байрам айҡанлы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүселәр Әбйәлилдең юғары наградаһы — район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Улар — ауыл хужалығы бүлегенең баш инженеры И. Р. Моталлапов, Асҡар ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Д. Н. Нурлығаянова, Ҡырҙас һәм Рауил ауыл биләмәләре башлыҡтары Р. Р. Ғәйзуллин, А. И. Солтанов, Салауат мәктәбенең география уҡытыусыһы Р. С. Хафизова, район инвалидтар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Н. В. Әҡсәнова, Тупаҡ ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Д. З. Әсмәнйәрова. «Башспирт» сауҙа йорто» ЯСЙ-һының Асҡарҙағы кибете мөдире З. Н. Ғүмәрова, Ишҡолдан шәхси эшҡыуар Г. Д. Солтанова район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән билдәләнде. «Райондың иң яҡшы сауҙа нөктәһе» конкурсында еңеүсе Асҡарҙан шәхси эшҡыуар Э. М. Ғилманова махсус грамотаға һәм 10 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.Урман хужалығы министры республика Башлығы Р. З. Хәмитовтың ҡотлау сәләмдәрен күндерҙе. Ул үҙенең сығышында Башҡортостан 100 йыллығын билдәләйәсәк юбилейлы йылды республика ниндәй ҡаҙаныштар, мөһим эштәр менән ҡаршылауына туҡталды.

— Республиканың үҫешенә тәү сиратта уның эшһөйәр халҡының көндәлек хеҙмәте булышлыҡ итә. Дөйөм уңыштарға әбйәлилдәр ҙә ауыл хужалығы кооперативтарының, сәнәғәт предприятиеларының, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың, ҡулланыусылар баҙарының, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф ойошмаларының фиҙаҡәр хеҙмәте арҡылы тос өлөш индерә.

Районға республика ҡаҙнаһынан ҙур ярҙам бүленә. Мәғариф, социаль-мәҙәни учреждениелар төҙөлә йәки реконструкциялана. Инфраструктура үҫешә. Юлдар, һыу, йылылыҡ селтәрҙәре төҙөлә. Уҙған йылда һәм ағымдағы йылдың 9 айында дәүләт ҡаҙнаһынан Әбйәлил районына 650 миллион һумдан ашыу саралар йүнәлтелгән, — тине Марат Искәндәр улы республика тарафынан күрһәтелгән хәстәр, ярҙамдың социаль именлек һәм кешеләр мәнфәғәте хаҡына булыуын билдәләп.

— Башҡортстандың суверенлыҡ декларацияһын ҡабул итеүе — төбәк тарихында өр-яңы битте асты. Дәүләт статусына эйә булыу республикаға ҙур мөмкинлектәр асты. Был байрамдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ һәм беҙ уның бәҫен төшөрмәй, килер быуындарға ла тапшырырға тейешбеҙ, — тине Ҡоролтай депутаты, «Яҡты-Күл» шифаханаһы директоры И. Т. Нафиҡов. Илдар Таһир улы ошо көндәрҙә һөнәри байрамдарын билдәләгән уҡытыусыларға – Хәлил мәктәбе директоры Б. Ә. Ғәлинға, Сиҙәмдән башланғыс кластар уҡытыусыһы З. С. Хамматоваға, Байымдан технология уҡытыусыһы Г. Р. Илһамоваға рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Г. Ғ. Ҡолһарина ышаныс белдергәндәре өсөн һайлаусыларына рәхмәт әйтте һәм уларҙың өмөт-наказдарын аҡларға һүҙ бирҙе. «Иле ныҡтың ғына — биле ныҡ, берҙәмлектә — бәрәкәт бар», — тип депутат тыуған Башҡортостан өсөн бер юлдан барырға, бергә эшләргә әйҙәне. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы форсаттан файҙаланып, райондың һайлау штабы етәксеһе Б. Ю. Исламбаевҡа «Берҙәм Рәсәй» партияһының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе булараҡ, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы гүзәл заттарға йәмғиәт исеменән мул бүләктәр өләште. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. К. Сәғәҙиева, Амангилде һәм Байым ауыл биләмәләренең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре В. Ғ. Мансурова, А. Ш. Мөхәмәтдинова, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова, Әбйәлил ауылынан педагогик хеҙмәт ветераны Ғ. М. Рәхмәтуллина, Һәйетҡол башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, Ишкилде ауылынан С. Б. Шаһивәлиева Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһы Ишҡолдан хеҙмәт ветераны Г. И. Аҫылғужинаға, Әбдрәш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф. Н. Әхмәтоваға, Әбделмәмәбәт ауылы китапханасыһы Ф. Б. Әхтәмоваға, Асҡар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ш. Ш. Камаловаға, Байымдан хеҙмәт ветераны Р. Ә. Сапаеваға тапшырылды. Депутат шулай уҡ район үҙәгенең ике белем усағына китаптар бүләк итте.

Тантанала ҡатнашыусы республиканың билдәле сәсәниәһе Розалиә Солтангәрәева ҡобайыр әйтте. Сараның мәҙәни өлөшөн район мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы булған сағыу талант эйәләре, йыр, бейеү ансамблдәре биҙәне. Рухлы, аһаңле концерт программаһында республикала ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәте сағылыш тапты.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: