+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2018, 10:27

Көҙгө муллыҡ байрамы

Республика көнөнә арналған йәрминкә көҙгө муллыҡ, бәрәкәт байрамы булды. Ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәте менән үҫтерелгән уңыш, башҡа төр продукцияға ихтыяж ҙур ине.

Республика көнөнә арналған йәрминкә көҙгө муллыҡ, бәрәкәт байрамы булды. Ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәте менән үҫтерелгән уңыш, башҡа төр продукцияға ихтыяж ҙур ине. Һатыусылар маҡтап-ҡыҫтап әйберен үткәрергә тырышты, һатып алыусылар осһоҙораҡ хаҡҡа ҡышҡылыҡҡа запас тупланы.

Себеште генә түгел, игенде лә көҙ һанайҙар. Йәрминкәлә иң үтемле тауар, моғайын, тауыҡ еме, бойҙай, һоло булғандыр. Төрлө хужалыҡтар, фермерҙар машина-машина килтергән игенде һайлап алыу мөмкинселеге ҙур булды. Һатып алыусыларҙы иң ҡыуандырғаны, ҡулайлы хаҡтар ине. Йылдың ҡоро килеүенә һәм уңыштың артыҡ ҙур булмауына ҡарамаҫтан, улар тешләшмәне. Тауыҡ емен иң арзан хаҡҡа тәҡдим иткән «Урал аръяғы МТС-ы» филиалы машиналары янында сауҙа бик күңелле барҙы. Совет осоронда доктор колбасаһы артынан торғандай оҙон сират «КамАЗ»-дың арбаһындағы 8 тонна ашлыҡ бушағансы кәмемәне. Килоһын 8 һум, тоғон 350 һум менән тауыҡ емен күпләп алдылар. Әбйәлил сорт участкаһы, Серпков, Иштимеров, Ниғәмәтйәнов шәхси предприятиелары алып килгән бойҙай, һолоны ла һатып алыусылар урап үтмәне. Район хужалыҡтары һаламдың төгөн 600 һум менән һатты. Ә бына бесән тәҡдим итеүселәр күренмәне.

Амангилде мәктәбе йыл да йәрминкәлә йәй буйы үҫтергән уңышын аҡсаға әйләндереп ҡала. Әле лә мәктәп баҡсаһында тәгәрәп уңған кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишерҙе магазин хаҡтарынан күпкә арзаныраҡ һаттылар һәм йәшелсәләре һанаулы ваҡыт эсендә юҡҡа сыҡты. Ә бына ит алыусыларға һайлап алыу мөмкинлеге күберәк булды. Мал тотоусылар яңы ғына һуйылған һыйыр, һарыҡ итен тәҡдим итте. Фарш өсөн һимеҙ һум иттәрен, майлы һурпа, аш яратыусыларға һөйәкле ерҙәрен һайлап алдылар. Баш-тояҡ, эсәк-ҡарын да тиҙ үтте. Ҡорот, май, һөт һатыусылар янынан кеше өҙөлмәне.

Тәмлетамаҡтар бал һатыусылар янынан китешмәне. Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай балын тәмләп ҡарап, йәне теләгәнен һатып алдылар. Әлмөхәмәт МТС-ы ауылынан Лена һәм Рәйес Әхмәтовтар, Әбдрәштән Фәүзиә менән Вәғиз Сабитовтар шифалы һәм татлы ризыҡтың төрлөһөн алып килгәйне.

Ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләнеүселәр йылы йөн ойоҡ, бейәләй, дебет шәлдәр алып ҡайтты. Баҡсасылар ағас, сәскә үҫентеләре менән ҡыҙыҡһынды.

Рухи аҙыҡ хаҡында онотмаусылар өсөн район гәзиттәренә яҙылыу ойошторолдо. Йәрминкәгә килеүселәр бер юлы ике ҡуян атты: 14 октябргә тиклем декада осоронда осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылды һәм сәғәт, плед, кружка кеүек шәп бүләктәр ҙә алды.

Йәрминкәлә тауарҙар түбәндәге хаҡтар менән һатылды:

Һыйыр ите — 250-350 һум

Һарыҡ ите — 250-280 һум

Ҡыҙыл, аҡ сортлы картуф (5 литр) — 150 һум

Һөт (1 литр) — 50 һум

Май (1 кг) — 380 һум

Ҡорот — 100-150 һум

Йүкә, сәскә балы (3 литр) — 1500-1800 һум

Кәбеҫтә — 15 һум

Сөгөлдөр — 15 һум

Кишер — 15 һум

Бойҙай (1 тоҡ) — 400 һум

Һоло — 300 һум

Тауыҡ еме — 350 һум

Һалам (1 төк) — 600 һум.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: