+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 11:20

Батырҙарын халыҡ онотмай

Рысҡужала Субан ауылына нигеҙ һалған Субан Исембәтов, олатаһы Сура батыр, ейәне, 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ике көмөш миҙал кавалеры Исҡаҡ Иҫәнғолов һәм уның ейәне рус-япон һуғышы (1903-1905 йй.) геройы, өс Георгий тәреһе кавалеры Ғималетдин Яҡуповтарҙың исемен мәңгелләштереү маҡсатында таҡтаташ асылды.

Рысҡужала Субан ауылына нигеҙ һалған Субан Исембәтов, олатаһы Сура батыр, ейәне, 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ике көмөш миҙал кавалеры Исҡаҡ Иҫәнғолов һәм уның ейәне рус-япон һуғышы (1903-1905 йй.) геройы, өс Георгий тәреһе кавалеры Ғималетдин Яҡуповтарҙың исемен мәңгелләштереү маҡсатында таҡтаташ асылды.

Хәтерле халыҡ — зиһенле, тарихлы халыҡ, уның тарихы — милли байлыҡ, тиҙәр. Иле, халҡы өсөн йәнен-тәнен аямай азатлыҡ өсөн көрәшкән, тарихта яҡты эҙ ҡалдырған батыр ата-бабаларыбыҙ, арҙаҡлы ир-уҙамандар, онотолорға тейеш түгел. Уларҙың исемен мәңгеләштереү, таҡтаташтар асыу, һәйкәлдәр ҡуйыу оло ихтирамға лайыҡ.

Рысҡужа, йәғни халыҡ телендә Субан тип йөрөтөлгән ауылдың батыр ата-бабаларына арнап ҡуйылған таҡтаташты асыу тантанаһы Рәйес хәҙрәт Исмәғилевтың улар рухына аят бағышлауынан башланды.

Артабан район Советы секретары Булат Исламбаев, Ғималетдин Яҡуповтың ейәне, бер нисә быуын олатайҙарының исемен мәңгеләштереү өсөн таҡтаташ ҡуйыуҙы башлап йөрөгән һәм был изге эште башҡарыуға күп көс һалған Мулләхмәт Усманов һәм Рәйес хәҙрәт таҡтаташтың өҫтөнән япманы алып, уны тантаналы асты.

Был таҡтаташ клуб баҡсаһына ҡуйылған, бинаның бер яғында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск тора һәм бына икенсе яғынан, әйтеүҙәренсә, элек бында мәсет торған, ауылға нигеҙ һалған, төрлө яуҙарҙа батырлыҡ күрһәткән ауылдаштарына стела урын алды.

Булат Юныс улы үҙенең сығышында Рысҡужаның батырҙарға бай ауыл булыуын билдәләне.

— Ата-бабаларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эшегеҙ тик маҡтауға лайыҡ. Бер нисә йыл элек Ярлыҡап ауылы янында Сура батырға һәйкәл барлыҡҡа килде. Ауылдың, тирә-яҡтың тарихын тергеҙеүгә, асыҡлау буйынса Рәжәп ағай Яҡупов ҙур эш башҡара. Ауылдың исеменә ҡарата булған яңылыш фекерҙе төҙәтеү буйынса күп тикшеренеүҙәр үткәреп, матбуғат биттәрендә сығыш яһаны. Бына әле Мулләхмәт ағай Сура батырҙан башлап төрлө яуҙарҙа батырлыҡ күрһәткән олатайҙарының исемен мәңгеләштереү эшен атҡарып сыҡты. Бындай һәйкәлдәр ҡараусыһыҙ ҡалмаһын, тәрбиәләп тоторға кәрәк, — тине Б. Исламбаев һәм үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүгә индергән өлөшө өсөн Мулләхмәт Ғәлиәхмәт улын район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Артабан һүҙ алған Ғималетдин ҡарттың ейәне Рәжәп Яҡупов тарихсы булараҡ Сура батыр, Субан Исембәтов, Исҡаҡ Иҫәнғолов һәм олатаһы хаҡында бик күп тарихи мәғлүмәттәр еткерҙе һәм уларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса изге эштә ярҙам иткән ауылдаштарына, туғандарына оло рәхмәтен еткерҙе.

— Ғималетдин олатайыбыҙҙың япон һуғышында ҡатнашыуынан ауылыбыҙға «Япония» ҡушаматы бирелгән дә инде. Оло быуын ауылдаштар олатайҙы күреп белә, ул дәү кәүҙәле, көслө кеше булған. Был таҡтаташ улыбыҙ Рамаҙан Усмановтың эскизы буйынса эшләнде, уның ярҙамы менән стела кәртәләп алынды, — тине Рәжәп Хәлфетдин улы.

Япон һуғышы геройының кинйә ҡыҙы, 82 йәшлек Хөснә инәй Ғәлиуллина атаһына, олатайҙарына оло хөрмәт йөҙөнән таҡтаташ ҡуйыуҙары өсөн барыһына ла рәхмәтен белдерҙе һәм атаһының һәр ваҡыт «Порт-Артур» йырын йырлап йөрөгәнен әйтте.

Шуны ғына көткәндәй, Ғималетдин Яҡуповтың бүләһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Хәсән Усманов ошо йырҙы йырлап ебәрҙе. Башҡорттарҙың рус-япон һуғышында Порт-Артур крепосын һаҡлауҙа ҡатнашыуына, һуғыш ваҡиғаларына нигеҙләнгән башҡорт халыҡ йыры бөгөнгө сараға бик ауаздаш ине.

Сара дауамында Хәсән Хәжиәхмәт улы бик күп йырҙар башҡарҙы, уны һәр кем ихлас, яратып тыңланы. Һикһән йәште үткән Латифа инәй Мостафина: «Хәсән йырлаһа, телевизорҙың эсенә инә яҙып ҡарайым, бына хәҙер алдыбыҙҙа йырлап тора», тип үҙе әйтмешләй, «тере» йырсыны күреүенә ҡыуанысын йәшермәне. Йыйылыусылар алдында ошо ауыл ейәне Азамат Итекәев ҡурайҙа уйнаны. Ауылдың килендәренең япон бейеүен дә яратып ҡабул иттеләр.

Рысҡужаның уңған ҡатын-ҡыҙҙары мул табынлы өҫтәл әҙерләп, Мулләхмәт Усмановтың ата-бабалары рухына бағышлап салған ҡорбан итенән тәмле аш яраштырып ашатты. Өҫтәл артында ла башҡорт халҡының үткәне, ата-бабалар батырлығы тураһында һөйләшеү тынманы.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: