+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь 2018, 12:02

Иң шәп бүләк — велосипед!

Республика, ҡала һәм район гәзит-журналдары редакциялары 2019 йылға яҙылғандар араһында суперприз — велосипед уйнатасаҡ.

Республика, ҡала һәм район гәзит-журналдары редакциялары 2019 йылға яҙылғандар араһында суперприз — велосипед уйнатасаҡ.

Был бәйгелә ҡатнашыу шарттары ябай. «Осҡон», «Абзелил», шулай уҡ республика баҫмаларына киләһе йылдың кәмендә алты айына яҙылырға һәм квитанция күсермәһен үҙегеҙ яҙылған гәзит йәки журналдың редакцияһына ебәрергә генә кәрәк. Һәр баҫма бер генә велосипед уйната. Әлбиттә, бынан тыш «Аҙна һайын бүләк», «Бәхетле авто» уйындарында ҡатнашып та бүләктәр отоу мөмкинлеге бар.

Шулай булғас, әүҙемерәк булығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Тиҙ арала район гәзитенә яҙылып, өҫтәүенә, 14 октябргә тиклем гәзиткә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин, квитанция күсермәһен Асҡар, Ленин урамы, 14а адресы буйынса беҙгә ебәрегеҙ. Бәхетле берәү «Осҡон»ға яҙылып, велосипедлы ла буласаҡ.

Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланғас яһала.

Шулай уҡ ташламалы хаҡҡа яҙылыу кампанияһы үткәс, ошо осорҙа гәзиткә яҙылғандар араһында ла уйын үткәреләсәк, дүрт гәзит уҡыусыға бүләктәребеҙ әҙер.

Мөхәрририәт.

Читайте нас: