Оло юлдан ситтә урынлашҡан Айыуһаҙы ауылы урамдарының таҙалығы, йорт-ихаталарының төҙөклөгө, халҡының ихлас, берҙәм булыуы менән айырылып тора.
Быйыл айыуһаҙылар «Сәләмәт ауыл» район конкурсына ҡушылғас, бында төрлө саралар ойошторолоп, бәйгеләр үткәрелеп, ауыл тормошо уғата йәнләнеп киткән.
Ошо көндәрҙә үткән «Ололар һүҙе — аҡылдың үҙе» исемле кисәлә конкурс сиктәрендә йыл ағымында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, ауылдың тотҡаһы булған ололар, йәшәйештәре менән өлгө күрһәткән урта йәштәгеләр, һәр саҡ әүҙемлектәре менән алдырған йәштәр билдәләнде.
Кисәне алып барған ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Х. И. Хөснөтдинова менән Ташбулат ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Д. Ә. Ғәлимова Айыуһаҙының бөгөнгөһө хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән таныштырып үтте.
Ауылда 72 хужалыҡта 185 кеше йәшәй. 44 баланың 17-һе мәктәпкәсә йәштә. Быйыл биш сабый донъяға килгән, йыл аҙағына был һандың артыуы көтөлөүе ҡыуаныслы.
— Бында ғаилә ҡорған йәштәр арта бара. Өҫтәүенә уларҙың ауылда ҡалыуы яҡшы күренеш. Олатай нигеҙенә ҡайтып оя ҡорған ейәндәргә шатлығым сикһеҙ, — ти Дилә Әүхәҙей ҡыҙы. Әйткәндәй, Д. Ә. Ғәлимова иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ билдәле.
Алып барыусылар ауылдың оло быуыны, 80 йәште уҙған Бәширә Әхмәткирәева, Рәхилә Арғынбаева, Шәмсинур Латипова, Фәғилә Ғәниева, Әнисә Нәҙерғолова, Мәрзиә Килдейәрова, Нажия Баймөхәмәтова, Мәҙинә Ялалова һәм Йәноҙаҡ Шаһиевтарҙың ауыр йылдарҙағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре, ғаиләләре, үҫтергән балалары хаҡында хикәйәләне.
Ауылдаштарына һәр яҡтан өлгө булған ғаиләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Гөрләтеп донъя көткән йәш ғаиләләргә ҡарата ла бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Уңған килендәр, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡандар ҙа тәбрикләнде. Тәүге тапҡыр олатай-өләсәй булғандар, яңы ғаилә ҡорғандар ҙа онотолманы. Бүләктәр, Ташбулат ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәхмәт хаттарын алыусылар бик күп булды, ауылда йәшәгән бер кемдең дә исеме аталмай, маҡталмай ҡалмағандыр ул. Бына бит ниндәй әүҙем, тырыш кешеләр йәшәй был бәләкәй генә ауылда!
Алтын туйҙарын билдәләгән Хөснә менән Таштимер Хөшшәмовтар район кимәлендә «Тырыш ғаилә», 45 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисергән Фәрзәнә менән Рәфҡәт Заһитовтар «Күркәм ғаилә» булараҡ билдәләнгән. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вил Илһамов был парҙарға ошо хаҡта диплом һәм бүләк тапшырҙы.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева ла юбилярҙарҙы бүләкләп үтте.
Ғаилә байрамдарын билдәләгәндәрҙе, ауылдың тырыш, уңған ғаиләләрен Ташбулат ауыл биләмәһенең эш башҡарыусыһы Асия Мөхөтдинова ҡотлап изге теләктәрен бүләктәргә ҡушып юлланы.
— «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә урамдар араһында бәйге иғлан иттек һәм кешеләр һәр сараға береһенән-береһе әүҙемерәк әҙерләнде. Яңы йылда урамдарҙы биҙәүгә конкурс ойошторолдо. Кистәрен ауыл төрлө уттарҙан йымылдап балҡып торҙо. Һәр урам халҡы бер-береһенән уҙҙырырға тырышып йорттарҙы биҙәне. Шулай ҙа үҙҙәренең урамын әкиәттәгеләй итеп биҙәгән Яңы урамда йәшәүселәр еңеп сыҡты. «Һайлау бутҡаһы»нда кубокты Төбәк урамы эләктерҙе. «Көлә-көлә көлкө килә» көнөндәге бәйгелә Мәктәп урамында йәшәүселәргә тиңләшеүсе булманы, үткәрелгән төрлө ярыштар спорт менән дуҫ булған ғаиләләрҙе асыҡланы, — тип һөйләй Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы.
Ауылдың тирә-яғын, урамдарҙы, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу өмәләрендә йыл дауамында йәше-ҡарты берҙәй дәррәү ҡатнашҡан. Йәмәғәт эштәрендә йәштәрҙең тотош ғаиләләре менән сығыуҙары хуплауға лайыҡ.
— Сәләмәт тормошто үҙ иткән, тыуған ерҙәренә ерегеп, берегеп йәшәгән айыуһаҙыларға һоҡланам. Ауылда йәше лә, ҡарты ла бына тигән итеп донъя көтә. Кемгә генә барып инһәң дә, йорт-ихатаһы таҙа, тәртиптә. Бөтә өйҙәрҙә лә ҡаласа шарттар булдырылған, үҙҙәре ҡунаҡсыл… — тип ауыл халҡының йәшә-йешенә һоҡланыуын йәшермәне Ташбулат мәҙәни-ял үҙәге мөдире Зөлфирә Моратшина.
Артабан йыйылыусылар ки-ләһе осорға конкурс сиктәрендә, ауыл халҡы мәнфәғәтендә башҡарылаһы эштәр хаҡында әңгә-мәләштеләр, хәл итеүҙе талап иткән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләштеләр. Йәштәрҙең ауылда йорт күтәреүгә ер участкаһы ала алмауы, мәҙәниәт усағының ҡыш көндәре һыуыҡ булыуы, кистәрен урамдарҙың яҡтыртылмауы — айыуһаҙыларҙы борсоған төп мәсьәләләр икән.
Кисәне урындағы мәктәп уҡыусыларының сығышы, Магнитогорскиҙан сараға махсус рәүештә килгән ошо ауыл кейәүе Илшат Әминев менән дуҫы Ғәзиз Дәүләтбаевтың моңло йырҙары биҙәне. Сара һуңында йыйы-лыусылар Хәмиҙә апай Хөснөтдинованың яңы тыуған ейәненә инселәп салған ҡорбан ашынан ауыҙ итте.