+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2018, 15:58

Бүләктәр хужаларын тапты

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу осоронда «Осҡон»ға яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатырға вәғәҙә иткәйнек.

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу осоронда «Осҡон»ға яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатырға вәғәҙә иткәйнек.

Ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу осоронда «Осҡон»ға яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатырға вәғәҙә иткәйнек. Вәғәҙә — иман. 14 ок-тябргә тиклем гәзиткә яҙылып, квитанция күсер-мәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында еңеүселәрҙе район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Р. Ю. Рәхмәтуллин бил-дәләне.

Шулай итеп, Радик Юлай улы тартып сығарған тәүге квитанция Асҡарҙан Г. М. Түлебаеваныҡы булды, уға бүләккә салат һауыттары биреләсәк. Икенсе еңеүсебеҙ — Дәүләттән З. Ғәлиуллина ла салаттар һауыты менән бүләкләнә. Ишморат Саниевҡа (Тәпән) — плед, Эльвира Минһажеваға (Салауат) сынаяҡ эләкте. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, редакциянан бүләктәрен килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.

Мөхәрририәт.

Читайте нас: