+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2018, 15:20

Алтынға бай «Алтын көҙ»

Республиканың ҙур сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Л. З. Мөхөтдинованың булыуы уғата ҡыуаныслы.

Сираттағы, 20-се «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эше йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте «Күргәҙмә үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Гран-приға лайыҡ булды. Шулай уҡ республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тармаҡ конкурстарының 166 миҙалы менән билдәләнде. Уларҙың 94-е — алтын, 44-е — көмөш һәм 28-е — бронза. Республиканың ҙур сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Л. З. Мөхөтдинованың булыуы уғата ҡыуаныслы. Лилиә Зәбир ҡыҙы малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн күргәҙмәнең дипломына һәм алтын миҙалына лайыҡ булды.

Л. З. Мөхөтдинованы барыһы ла тәмле ҡымыҙ бешеү оҫтаһы булараҡ белә. Сөнки тиҫтә йылдан ашыу арауыҡта уның ҡымыҙын кемдәр генә ауыҙ итмәгән дә, уның даими һатып алыусыһына әүерелмәгән.

Был эште 12 бейәнән башлап ебәрә Лилиә. Бөгөн инде фермер хужалығында 125 һауын бейә бар. Бында етештерелгән шифалы эсемлек «Яҡтыгүл» шифаханаһында дауаланыусыларға оҙатыла, шулай уҡ Әбйәлилдән тыш, күрше-тирә ҡала-район магазиндарына ла һатыуға ебәрелә.

— Боронғо, онотолған серҙәрен ҡулланып, бешәм ҡымыҙҙы. Төрлөсә тәм менән яраталар бит шифалы эсемлекте, шуға ла төрлө әселектә, ыҫлап та, сейә япрағы ҡушып та әҙерләйем. Әйткәндәй, өләсәйем дә оҫта ҡымыҙ бешеүсе булған, шуға был эш миңә ҡандан килә, тип уйлайым, — тип һөйләй Лилиә.

Бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығында ҡымыҙ етештереүҙә сифатлы ҡорамалдар һәм заманса технологиялар ҡулланалар. Мәҫәлән, йылҡыларҙы һауыу эшен еңеләйтеү маҡсатында һауыу аппараты алынған, аттарға ҡуйылған «маячоктар» уларҙың ҡайҙа йөрөгәнлеген белеү өсөн бик уңайлы икән.

Фермер ике кешегә эш урыны булдырған: йыл әйләнәһенә бер һауынсы һәм көтөүсе тота.

Л. З. Мөхөтдинованың КФХ-һы эшмәкәрлеге ҡымыҙ етештереү менән генә сикләнмәй.

— Йәй көндәре ҡымыҙҙы күпләп һатһаҡ, башҡа ваҡыттарҙа һөткә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Сөнки был осорҙа һөт продукцияһының хаҡы сағыш-тырмаса ҡиммәтләнә төшә. Эремсек, май-ҡаймаҡ, ҡороттоң күпселеген Магнитогорск ҡалаһында һатабыҙ. Ә һыйыр, йылҡы, һарыҡ итен йыл әйләнәһенә тәҡдим итәбеҙ, шулай уҡ үҙебеҙ эшләгән ҡаҙы, тултырманы ла бик яратып ала халыҡ, — ти эшҡыуар.

Л. З. Мөхөтдинова етәкләгән хужалыҡта бөгөн йылҡынан тыш, 120-ләп баш һыйыр малы, 170 баш тоҡомло һарыҡ аҫрала. Уңған хужабикә ихата тултырып ҡош-ҡорт та көтә, баҡсаһында йәшелсә-емешен дә күпләп үҫтерә, уларҙы эшкәртергә лә ваҡытын таба.

Ошондай әйләнеп сыҡҡыһыҙ эштәренән бушап, Яңы Һамар клубы мөдире булараҡ, ауылдаштары өсөн төрлө кисәләр, осрашыуҙар үткәрергә лә өлгөрә Лилиә Зәбир ҡыҙы.

— Ауыл кешеһе йыр-бейеүгә һыуһаған. Байрамдарға концерт әҙерләгәндә йәштәр менән бер рәттән ололар ҙа бик теләп ҡатнаша. Сәхнәнән үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп, тамашасы алдында йырлап-бейеп оло ҡыуаныс кисерә улар, — ти Лилиә Мөхөтдинова. — Һәр кемдең йәшенә, һәләтенә ҡарап бейеү һалам, йыр өйрәтәм. Клубта эшләүем — күңелемә ял.

Биш йәшлек сағынан Римма апай Солтанова алып барған бейеү түңәрәгенә йөрөгән Лилиә өсөн, ысынлап та, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап йәшәү — үҙе байрам. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡығанда һәләтле ҡыҙ белем йортоноң ансамбле составында даими бейей. Бухгалтер дипломы менән бергә «художестволы үҙешмәкәрлек етәксеһе» тигән өҫтәмә белем дә алып сыға ул юғары уҡыу йортонан.

Бейеү сәнғәте Лилиәне тормошо буйлап оҙата килә, тиһәк тә хата булмаҫ, уның район, республика бейеү бәйгеләрендә яулаған еңеүҙәре аҙ түгел. Ул ғына ла түгел, эшлекле ханымдар араһында ойошторолған төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә һынатмай яҡташыбыҙ. Миҫалға, уҙған йыл «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, «Бизнес корифейы» исемен яуланы.

Әлбиттә, Лилиә Зәбир ҡыҙының бөтә был уңыштарының башында тормош иптәше тора. Бар ғүмерен малсылыҡта эшләүгә арнаған, оҙаҡ йылдар Яңы Һамар, Әүмеш бригадаларын етәкләгән Әбүзәр Ғәйәр улы Лилиәнең төп ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, терәге. Һәр эште бергәләп, кәңәшләшеп башҡарырға күнеккән улар.

Эшһөйәр, уңған Мөхөтдиновтар өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Азалия бөгөн медицина университетының алтынсы курсында белем ала, йәй көнө ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, гөрләтеп туй яһаны улар. Улдары Морат Сибай институ-тының икенсе курсы студенты. Әлиә иһә би-шенсе класта уҡый, әсәһе кеүек бейергә ярата. Республика балалар «Байыҡ» бейеү конкурсында призлы урындарҙан тыш, гран-приға ла лайыҡ булды ул.

«Алтын көҙ» күргәҙмәһенә, Мәскәүгә Лилиә ҡыҙҙары менән барып ҡайтты. Ауыр хеҙмәтенең уңыштарын урыу булған Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә ҙур награда менән тәбрикләнеү ваҡиғаһында бергәләп ҡатнаштылар.

«Күргәҙмәлә илебеҙҙә аҫралған тоҡомло малдарҙы ҡарарға, заманса техникаларҙы, продукцияны эшкәртеү ҡорамалдарын күрергә була ине. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһы төрҙәре менән танышыу мөмкинлеге булды. Ҙур предприятиелар менән бер рәттән бәләкәй эшҡыуарҙар ҙа үҙҙәренең продукцияһын ҡуйған. Матур ҡаптарға тултырылған мәтрүшкә, юл япрағы һәм башҡа бик күп дарыу үләндәре иғтибарымды йәлеп итте. Эшләгән — тешләгән тип бушҡа әйтмәйҙәр, үҙ продукцияһын тәҡдим итер өсөн әллә нисә саҡрымдар үтеп, Мәскәүгә барып еткәндәр, һис шикһеҙ, үҙенең һатып алыусыһын тапты тигән фекерҙәмен», — ти Лилиә Зәбир ҡыҙы.

Л. З. Мөхөтдинова «Агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы: проблемалар һәм перспективалар» тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеүҙә ҡатнашып, ауыл хужалығы өлкәһенә хөкүмәтебеҙ тарафынан күрһәтелгән ярҙам тураһында күп мәғлүмәт алған.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: