+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2018, 10:56

Игенсегә оло ихтирам менән

Шаршамбыла районда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде.

Шаршамбыла районда Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде.

Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тантананы асып, ауыл хужалығы тармағының туғыҙ айҙағы эш һөҙөмтәләрен ҡыҫҡаса барланы һәм байрамда ҡатнашыусылар йөҙөндә бөтә әбйәлилдәргә изге теләктәрен еткерҙе.

— Ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре — ерҙе яратыусы, аңлаусы һәм иң хеҙмәт һөйөүсән кешеләр. Иҡтисадтың мөһим тармағы булған ауыл хужалығы һеҙҙең тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, тыуған ергә тоғролоҡ һаҡлауығыҙ арҡаһында үҫешә. Һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеүгә шулай уҡ хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән дәүләт ярҙамы булышлыҡ итә. Быйыл бик уңай килмәгән йылда ла яҡташтарыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән иген һәм техник культураларҙан ярайһы уңыш үҫтереп алынды, ҡышлатыу осорона етерлек мал аҙығы тупланды. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм һеҙгә, хөрмәтле ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре. Оҙаҡ йылдар ерҙә арымай-талмай эшләп, оло хөрмәт ҡаҙанған ветерандар алдында баш эйәм, — тине Илдар Таһир улы.

Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә индергән өлөштәре һәм ҡырсылыҡта өлгәшкән уңыштары өсөн район хужалыҡтары, КФХ-лар Диплом, аҡсалата премия менән билдәләнде, уларҙың етәкселәренә, хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары тапшырылды.

Йәйге осорҙа мул һөт һауып алыуға ирешкән һөтсөлөк-тауар фермалары ла билдәләп үтелде. Алдынғы фермалар етәкселәре — «Красная Башкирия» АХК-һының Ф. Солтанова исемендәге Озерный фермаһы мөдире Алексей Кощеев, Гусев һөтсөлөк-тауар фермаһы («Завет» ЯСЙ-һы) мөдире Юлай Ғәлиуллин, Ишҡол һөтсөлөк-тауар фермаһы («Ишҡол» АХК-һы) мөдире Фәнил Йәрмөхәмәтов Диплом, аҡсалата бүләк менән наградландылар.

Республикала һәм районда йәш кадрҙарҙы үҫтереүгә һәм уларҙы ауылда ҡалдырыуға булышлыҡ итеүсе төрлө программалар эшләй. Шулар араһында йыл һайын һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылған йәш ауыл хужалығы белгесенә Милләт Хәкимов исемендәге премияны тапшырыу ҙа ҙур урын алып тора. Эшҡыуар Д. Ә. Аллаяров тарафынан булдырылған һәм лауреатты ауыл хужалығы идаралығы тәҡдиме буйынса билдәләнгән был премия быйыл унынсы тапҡыр бирелә.

15 мең һум күләмендәге исемле премияны Дамир Әнүәр улы район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Вил Мияновҡа (һүрәттә) тапшырҙы.

Артабан һүҙ алған БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары И. И. Сураков район аграрийҙарын байрам уңайынан ихлас тәбрикләне.

— Әбйәлилдәрҙең нәтижәле хеҙмәте һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса республика Рәсәй кимәлендә етенсе урында килһә, Волга буйы округында ул икенсе урында. Башҡортостанда иһә һеҙҙең район ауыл хужалығы тармағы көслө үҫешкән тәүге өс район иҫәбенә инә. Һеҙҙәге сорт участкаһы бөтә республиканы орлоҡ менән тәьмин итеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Әбйәлилдә үҫемлекселектә яңы технологияларҙы ҡыйыу ҡулланыуҙары, малсылыҡта ла заманса ҡорамалдар индереүгә ныҡлы тотоноуҙары тик маҡтауға лайыҡ. Ғөмүмән, был тәңгәлдә республикала һеҙгә тиңдәр юҡ, — тине Ирек Искәндәр улы.

Министрлыҡ вәкиле малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә һәм эшкәртеүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Лилиә Мөхөтдиноваға Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалын тапшырып, был награданың КФХ өсөн юғары баһа булыуын билдәләне.

«Мәләүез һөт-консерва комбинаты» директоры урынбаҫары Д. Д. Исхаҡов үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек иткән ышаныслы партнерҙарына – Ғаяз Шәғәлиевҡа («Башаҡ» ЯСЙ-һы), Наил Әхтәмовҡа («Аграрий»), Әнүәр Солтановҡа («Ишҡол»), КФХ башлығы Айбулат Вәлиевҡа рәхмәт йөҙөнән акционер йәмғиәтенең дипломын һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы.

Ауыл хужалығы тармағында эшләүселәрҙе шулай уҡ «Реса» компаниялар төркөмө» директоры П. П. Воронов, Әбйәлил һәм Баймаҡ район хакимиәттәре башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары Ғ. Н. Солтанов һәм А. Б. Шәрипов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты А. И. Бейембәтов, райондың почетлы гражданы В. П. Павлюкович ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Һәр кемдең сығышында барыбыҙҙы туйындырған ер кешеһенә, уның хеҙмәтенә дан, оло ихтирам һәм хөрмәт ярылып ятты.

Ҡотлайбыҙ!

Агросәнәғәт комплексында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт күрһәткәндәре һәм Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:

Абдрахманов Фәрит Арслан улы — «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы;

Абдулхаҡов Радик Кәлимулла улы — «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тракторсы-машинисы;

Байрамғолов Хафиз Хатип улы — шәхси эшҡыуар;

Вавилов Артем Владимирович — В. П. Серпковтың крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы;

Витушкин Павел Иванович — «Аграрий» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тракторсы-машинисы.

Моталов Вәзир Зәбир улы — «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы тракторсы-машинисы;

Ниғәмәтйәнов Хәлфәт Тимер-бай улы — крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы.

Хәмзина Зөлфирә Зиннур ҡыҙы — «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативының кадрҙар бүлеге инспекторы.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Читайте нас: