+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2018, 11:29

Хәлил — иң матур ауыл

Республика буйынса бөтәһе 47 ауыл конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Конкурс өс этаптан торҙо. Республика буйынса бөтәһе 47 ауыл конкурста ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һәр муниципаль райондан халҡы 5 мең кешенән артмаған һәм был бәйгелә ҡатнашырға ихлас риза булған бер генә ауылды тәҡдим итеү ойоштороусыларҙың мотлаҡ шарттарының береһе ине. Район хакимиәте конкурсҡа былтыр «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы йомғаҡтары буйынса районда еңеүсе булған Хәлил ауылын күрһәтте, ә хәлилдәр, үҙ сиратында, тәҡдимде күтәреп алды. Иң баштағы заявка ебәреү, документация әҙерләү кеүек эштәр башлыса ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре иңенә ятһа, икенсе этапҡа 20 ауыл араһында Хәлил дә үткәс, артабан ауылдың конкурстағы яҙмышы туранан-тура халыҡтың әүҙемлегенән торҙо. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы хәбәрселәренең килерен ишеткәс, ауыл халҡы йорт-ихаталарын тәртипкә килтерҙе, урамдарҙы таҙартыу буйынса өмәләр уҙҙы. Сюжет төшөрөүсе ижади төркөмдө хөрмәтләп ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп оҙатып ҡалдылар.

Иртәнге эфирҙа конкурсанттар тураһындағы сюжеттар күрһәтелеп бөткәс, конкурстың иң ҡыҙыу, иң ҡыҙыҡ икенсе этабына старт бирелде. 9–19 октябрҙә дауам иткән интерактив тауыш биреү башта Хәлил файҙаһына түгел ине. 20 ауыл араһында, исмаһам, урта тирәлә лә бармай инек. Илһөйәр ауылдаштарҙың интернет селтәрендәге саҡырыуҙары, аңлатыу эше алып барыуы халыҡты ҡуҙғата, сәм тигән тойғоно уята алды. Хәлил мәктәбе уҡытыусыһы Фәнүзә Ейәнбирҙинаның «Бер аҙым да артҡа сигенергә ярамай, артта Хәлил» тип өндәүе зиһендәрҙе яҡтыртып ебәргәндәй булды. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә махсус чаттар булдырылды, иң әүҙемдәр координаторҙар ролен үтәне. Ғөмүмән, йөрәгендә ғәме булған әбйәлилдәр, сит яҡтарҙа йәшәгән туғандар, яҡташтар, таныш-белештәр барыһы ла аяҡҡа баҫты. Хәлил ауылы өсөн, Силәбе өлкәһе тураһында әйтергә лә түгел, Мәскәү, Рязань, Себер яҡтарынынан, хатта Испаниянан тауыш бирҙеләр. Күңел ҡылдары кереш кеүек тартылған көсөргәнешле осорҙа Фәйрүзә Ейәнбирҙина-Атауллинаның, Зәйтүнә Насибуллинаның шиғри мөрәжәғәттәре йән аҙығы бирҙе, дәррәүлеккә, дөргөнлөккә әйҙәне. Йәштәр араһынан Фирүзә Мырҙабаева, Мирзаян Әсәҙуллин кеүек маҡсатлы, еңеүгә ынтылған һәм башҡаларҙы ла ышандыра алған лидерҙар айырып сыҡты. Филүзә Ишбулатова, Рәзиф Килдейәров, Заһит Ғәбитов, Филүзә Хәлисова, Йәмил Ишмөхәмәтов, Илшат һәм Лилиә Ейәнбирҙиндар, Хәмиҙә Фәтхуллина, Венера Сафиуллина һәм башҡалар бер туҡтауһыҙ тауыш биреүгә бүтәндәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып барҙы. Хәлил егете Илдар Байбулатов та күңеле менән хәлилдәр араһында булды — һүҙ көсө менән дәртләндереп, өмөтләндереп торҙо. Тауыш биреү барышында хатта беренселеккә сыҡҡан мәлдәр ҙә булды, ләкин дәғүәселәр ҙә көслө ине. Шуға күрә минут та теҙгенде бушатмай, ярыш атын ныҡ ҡыуырға тура килде. Һәм Хәлил ауылы, Бөрө районының Бахтыбай ауылынан ғына ҡалышып, 28288 тауыш менән икенсе һөҙөмтәгә өлгәште. Финалға беҙҙән ҡала Тәтешле районының Иҫке Күрҙем, Ишембай районының Үрге Этҡол һәм Стәрлетамаҡ районының Октябрьский ауылдары сыҡты.

Үткән аҙнала конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышында баһалама ағзаларының тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса урындар билдәләнде. Ауылдарҙың тышҡы йөҙө, тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, урындағы халыҡтың ауылдың йәмәғәт тормошондағы роле, ауылдың йәшәйешенең интернет киңлектәрендә яҡтыртылыуы, йәғни сайты, төркөмө булыуы критерийҙарына етди иғтибар бирелде. Һәм Хәлил ауылы иң юғары баһа алып, еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Икенсе урында Бахтыбай ауылы билдәләнде. Иҫке Күрҙем өсөнсө урынға сыҡты. Үрге Этҡол — «Иң эшһөйәр ауыл», Октябрьский «Заманса ауыл» номинацияларында еңеп сыҡты. Финалға ныҡ яҡын булған ауылдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бәләбәй районының Слаҡбаш ауылы «Иң татыу ауыл», Илеш районының Рысай ауылы «Иң ҡунаҡсыл ауыл», Саҡмағош районының Йомаш ауылы «Иң күркәм ауыл», Ейәнсура районының Ибрай ауылы «Йолаларға бай ауыл» номинацияларында билдәләнде.

Конкурс йомғаҡтары халыҡҡа тура эфирҙа еткерелде. Студияға ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырылды. «Сәләм» тапшырыуының мөхәррире, конкурс комиссияһы ағзаһы Наил Юнысов хәлилдәрҙең берҙәмлеген, хатта конкурс сиктәренән тыш флешмоб ойоштороуҙарын айырып маҡтап телгә алды. Еңеүсе ауылды 31 октябрҙә Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңа-йынан уҙасаҡ республика тантанаһында бүләкләйәсәктәр. Конкурс шарттары буйынса Хәлил ауылына «Иң матур ауыл» тигән стела ҡуйыласаҡ.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: