+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2018, 12:13

Һауынсыларҙа ҡунаҡта

Амангилде ауылында үткән кисә ошолай аталһа ла, был көндө, киреһенсә, һауынсылар үҙҙәре ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Улар менән бер осорҙа Амангилде малсылыҡ комплексында эшләгән көтөүселәрҙе, зоотехниктарҙы, ферма мөдирҙәрен дә йыйҙы сараны ойоштороусылар.

Амангилде ауылында үткән кисә ошолай аталһа ла, был көндө, киреһенсә, һауынсылар үҙҙәре ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Улар менән бер осорҙа Амангилде малсылыҡ комплексында эшләгән көтөүселәрҙе, зоотехниктарҙы, ферма мөдирҙәрен дә йыйҙы сараны ойоштороусылар.

Амангилде менән Ҡаҙмаш ауылдары араһындағы һөтсөлөк комплексы 1977 йылда сафҡа инә. Халыҡ телендә «компл» тип йөрөтөлгән һөтсөлөк фермаһы райондың иң ҙур һәм алдынғы коллективтарының береһе булып таныла. Ферманың тырыш эшсәндәре хаҡында әлдән-әле «Осҡон» гәзитендә мәҡәләләр баҫыла. Республика баҫмалары биттәренән дә төшмәй юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге күрһәткән һауынсылар, көтөүселәр. Амангилде генә түгел, Исхаҡ, Буранғол, Үтәгән, Рысҡужа, Дәүләт, Таштимер һәм башҡа ауылдарҙан осрашыуға килгән ағайҙар, апайҙар үҙҙәре менән килтергән гәзит ҡырҡындылары ошо хаҡта һөйләй ине.

Кисәне ойоштороуҙы хеҙмәт юлын ошо комплекста башлаған, бөгөн Рысҡужала ғүмер кисергән, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләүсе Мәғмүрә Рәхмәтова-Хәсәнова менән Амангилде ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Венера Мансурова үҙ өҫтәренә ала.

— Хеҙмәт юлымды башлаған йылдарҙа ошо комплекста бер бүлмәлә урынлашҡан медпунктта фельдшер булдым, йәғни малсылар, көтөүселәр, механизаторҙар һаулығы өсөн яуаплы инем. Даими рәүештә стена гәзиттәре сығарҙым, бөтә йәйләү-фермаларға мотлаҡ йөрөнөм. Ул йылдарҙа көҙ етһә, бөтә малсылар, игенселәр менән бер рәттән бесән мәлендә эшләгәндәрҙе лә клубҡа йыйып тәбрикләнеләр. Бесән әҙерләүгә имсәк балалары булған ҡатындар сәңгелдәктәрен тейәп, сабыйҙарҙы ҡарағандай ул-ҡыҙҙарын алып йөрөй торғайнылар. Байрамда ауыл эшсәндәренә матур концерт номерҙары бағышланып, табын ҡоролор ине. Хужалыҡ тарҡалғас, уларға иғтибар бөттө. Совхоздың гөрләп торған ваҡыттарын хәтерләтеп, уларҙы осраштырып алыу йәһәтенән һөтсөлөк комплексы эшсәндәрен йыйырға булдыҡ, — ти Венера Ғәлиулла ҡыҙы.

Шул йылдарҙа бригадир, һуңынан «Заветы Ильича» колхозы рәйесенең тау-урман төбәгендә урынбаҫары булып эшләгән Хәсән Мансуровтың эш блокноты һаҡланған. Кисәне алып барыусы Минзәлә Юлмөхәмәтова унан бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе. Мәҫәлән, 1984 йылда һәр һауынсының күпме һөт һауырға социалистик йөкләмә алғанлығын, уны күпмегә үтәгәнен дә йыйылыусылар ихлас тыңланы.

— 13 йәшемдән һауынсы апайыма ярҙамлашырға йөрөнөм. Унан каникул ваҡыттарында үҙаллы һауа башланым. Мәктәпте бөтөү менән комплексҡа эшкә индем, хатта сығарылыш кисәһенән класташтар менән бергәләп таң ҡаршылағас, улар мине эшкә оҙатып ҡуйғайнылар, — тип һөйләй Мәғмүрә апай.

Эйе, ул мәлдәрҙә йәштәр бәхет эҙләп ситкә китмәй. Мәҫәлән, Минзәлә Мөхәмәҙина әйтеүенсә, Амангилде мәктәбенең 1977 йылғы сығарылышы кластары менән ауылда эшкә ҡала.

— Фермаға көнөнә өс һауынға барып ҡайтабыҙ, уның араһында сөгөлдөр утарға сығабыҙ, миндеген дә бәйләйбеҙ. Ирем үлеп ҡалғас, балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләйем, үҙемдең малды ла ҡарап өлгөрөргә кәрәк. Ни тиһәң дә эше лә, аҡсаһы ла булды ул замандарҙа, — ти Мәҙинә Хисмәтова. Алдынғылыҡты бирмәгән М. Хисмәтова Почет Билдәһе ордены менән наградлана, ул район, ауыл Советтарына депутат итеп тә һайлана. Ғөмүмән, комплекста эшләгән малсылар хеҙмәтенә күрә хөрмәте тигәндәй йыш ҡына депутат итеп һайланалар, төрлө миҙалдар менән бүләкләнәләр, биш йыллыҡтар ударнигы исемен алалар.

Ғүмәр ағай Шәкиров әрмегә алынғанға тиклем фермала һөт ташыусы була. Үҙе һөйләүенсә, һөттө Ҡаҙмашҡа пар ат егеп, һәр һауындан 18-20 бидонлап ташыған, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, фермаға көтөүсе булып килә.

— Эш еңелдән булманы. Шулай ҙа алынған йөкләмәләрҙе арттырып үтәргә тырышып эшләнек. Мәҫәлән, беҙ дүрт көтөүсе, йәғни бер гуртта ике кеше, 180-200 баш малды көттөк. Ял бирелмәһә лә, малды күҙ ҡараһындай тәрбиәләнек: юғалтманыҡ, үлеүенә юл ҡуйманыҡ. Был тәңгәлдә талаптар ҡаты булды. Малсылыҡта ярты быуатҡа яҡын эшләп хаҡлы ялға сыҡтым, — ти ул.

1979 йылда комплексҡа етәксе итеп тәғәйенләнгән Тайып ағай Йәһүҙин ҡыҙҙарҙың кистәрен атын йәшертен егеп, Субанға уйынға йөрөүҙәре, төн уртаһында, ҡай саҡ таң атыуға ғына ҡайтып етеүҙәренә ҡарамаҫтан, утын тейәп килеүҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул саҡтарҙа Амангилдегә төрлө тарафтарҙан эшкә килгән йәштәр өсөн ятаҡхана була, ул мейес менән йылытылған, ашарға бешереү өсөн дә ут яҡҡандар. Шуға ла утын әҙерләүҙе үҙҙәре хәстәрләгән инде һауынсылар.

Бөтә эште ҡул көсө менән башҡарған малсыларҙың эш шарттары еңелләшә: 1979 йылда фермала һыйыр һауыу аппараты ҡуйыла, тиҙәк таҙартыу транспортерҙары ҡорола. Ҡоролмаларҙы көйләү Ғимран Шакировҡа тапшырыла. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән Ғ. Шакиров һуңынан ауылдың һыу үткәргесе эше өсөн яуаплы була, хатта район кимәлендә һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип табыла ул.

1982 йылда комплексҡа мөдир итеп тәғәйенләнгән Венер Өмөтҡужин ошо йылда коллектив тәүге тапҡыр Шәрип ауылы янына йәйге лагерға күсеүен иҫкә алды. Һауынсылар, көтөүселәр бала-сағаһын, мал-тыуарын алып тотошлайы күсеп барған.

Һөтсөлөк комплексында эшләгәндә танышып, дуҫлашып, ҡауышҡандар ҙа күп кенә: Роза һәм Нуриман Сафиуллиндар, Сәбилә һәм Ишбулат Ҡорбанғәлиндар, Бибиниса һәм Йәүҙәт Булатовтар, Зәкирә һәм Ситдыҡ Ялмырҙиндар, Мәғмүрә һәм Вәлмөхәмәт Хәсәновтар, Флүрә һәм Әсләм Исхаҡовтар... Ҡауышып, икенсе ауылда төпләнгәндәр ҙа артабан хеҙмәт юлдарын шул уҡ малсылыҡҡа бәйләгән. Осрашыуҙа ҡатнашҡандар араһында ҡырҡ йылға яҡын һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар аҙ түгел ине…

Кисәлә ҡатнашҡандар үҙҙәре менән бергә эшләп, бөгөн баҡыйлыҡта булғандарҙы хөрмәтләп телгә алды, улар рухына аят бағышланды. Шулай уҡ йыйылыусылар йәш саҡтарындағы йырҙарҙы йырлашып, төрлө уйындар ҡороп күңелдәрен асты. Һәр кем үҙҙәрен йәшлек дәүеренә алып ҡайтҡан осрашыуҙы ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдереп таралышты.

Кисәне Рысҡужа ауылынан хеҙмәт ветераны Зөһрә Мәһәҙиеваның моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре биҙәне.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: