+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2018, 13:09

ВЛКСМ-дағы күңелле йәшлек

Йәштәр йортонда ВЛКСМ-дың 100 йыллығына арналған ҙур кисә үтте. Зөлхиә Исхаҡова етәкселегендә үҙәк район китапханаһы уҙғарған сараға төрлө быуын комсомолдар йыйылды.

Йәштәр йортонда ВЛКСМ-дың 100 йыллығына арналған ҙур кисә үтте. Зөлхиә Исхаҡова етәкселегендә үҙәк район китапханаһы уҙғарған сараға төрлө быуын комсомолдар йыйылды.

Фойела тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре Ләйсән Бисенғолова менән Гүзәл Ильясова бай күргәҙмә ойошторғайны. Комсомол өмәләре, төрлө семинарҙар, мәҙәни сараларҙы мәңгеләштергән фотолар, гәзиттәрҙән алдынғы йәштәр, һауынсылар, механизаторҙар хаҡында мәҡәләләр, социалистик ярыштар еңеүселәренә бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары, миҙал-значоктарҙы ҡарап, кисәгә килеүселәр хәтирәләргә бирелде. Урал Харисов та ВЛКСМ-дың атрибутикаһын ҡәҙерләп һаҡлай икән, значоктары ғына тотош өҫтәл ине.

Комсомолдың бер быуатлыҡ юбилейына арналған байрамды китапханасылар Айгөл Тоҡомбәтова менән Миңзәлә Юлмөхәмәтова ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы, ВЛКСМ-дың тарихын, данлыҡлы совет дәүеренең ҙур эштәрен барланы, комсомолдарҙың үҙҙәренә лә һүҙ бирҙе. 80-70 йәшкә, иң йәштәре иллегә еткән комсомолдар һаман шулай дәртле, рухлы. Улар тормоштарының иң матур мәле — комсомол хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Төрлө йылдарҙа ВЛКСМ ағзалары, комсорг, беренсе һәм икенсе секретарҙар булған Мират Бикмәтов, Хәбир Шәмсетдинов, Луиза Батталова, Марс Заманов, Хәлил Хөшшәмов, Әминә Ғилманова, Ғәйнур Рәхмәтуллина, Фирүзә Сафина, Фәрзәнә Сәлихова, Булат Исламбаев, Рәзинә Әғзәмова, Баязит Ғиниәтов, Урал Харисов, Басир Дәүләтшин комсомол ойошмаһының дөргөн эштәрен, шул осорҙа йәштәрҙең илһөйәрлек, берҙәмлек рухын, романтикаһын һағынып иҫләне. Яҡты киләсәккә өмөт менән ҡараған йәштәр ҙур төҙөлөштәргә китә, ҡалалар төҙөй, ауыл хужалығын алға сығара. Өмәләр, байрамдар комсомолдар ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Мират Әхмәтшәриф улы рәхмәт йөҙөнән кисәне ойоштороусы Зөлхиә Рәшит ҡыҙына юбилей миҙалы тапшырҙы.

ВЛКСМ-дың Мәскәүҙә үткән 18-се һәм 19-сы съездары делегаттары Фатима Зәйнуллина менән Йәнүзә Сәфәрғәлина район, республика исеменән оло йыйында ҡатнашып, урындағы хужалыҡ өсөн һөт ташыусы машина, тракторҙар хәстәрләп ҡайтыуҙары хаҡында һөйләне. Ҡунаҡбай Ҡаһармановтың комсомол хәрәкәтен яңынан тергеҙеп, ошо форумды беренсе пленум итеп һанарға тигән тәҡдимен көслө алҡыштар менән хупланылар.

Кисәне китапхана янындағы «Горница» клубы ағзалары комсомол йылдарына хас дәртле йырҙар менән йәмләне. Шанлы осорҙоң гимнына әүерелгән үлемһеҙ йырҙарға залдағылар ҙа ихлас ҡушылды.

Д. САФИУЛЛИНА.


Читайте нас: