-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2018, 12:50

Изгелек акцияһына ҡушылығыҙ!

Коллективтың беҙгә ярҙам кәрәкмәй тип баҫалҡы рәүештә баш тартыуына ҡарамаҫтан, район гәзиттәре редакциялары бәләкәй булһа ла бер акция башлап ебәрергә ҡарар итте.

Салауат ауылында урынлашҡан хоспис бөтә республикала берәү, хатта ил буйынса улар бер нисәү генә. Бында ҡаты ауырыуға дусар булған сирлеләр дауалана. Әлеге көндә коллективта 24 кеше, улар эргә-тирәләге ауылдарҙан йөрөп эшләй. Хоспистағы 15 урын бер ҡасан да буш тормай. Аҡ халатлылар өмөтһөҙ ауырыуҙарҙың һуңғы көндәрендә хәлдәрен еңеләйтергә тырышып, мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләй. Ауыр, шулай ҙа кәрәкле һәм изге эш башҡарыусылар тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Әммә хоспис үҙе лә ярҙамға мохтаж. Үҙәк район дауаханаһы бүлексәһе булып иҫәпләнгән һәм уның балансында торған дауалау учреждениеһына тейешле саралар һәм кәрәк-яраҡ бүленә, әлбиттә. Шулай ҙа коллективтың беҙгә ярҙам кәрәкмәй тип баҫалҡы рәүештә баш тартыуына ҡарамаҫтан, район гәзиттәре редакциялары бәләкәй булһа ла бер акция башлап ебәрергә ҡарар итте. Коллектив аҡса йыйып, йыуыу-йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡтар алды, кемдер китап-журналдар, таҫтамалдар килтерҙе.

Ошо көндәрҙә беҙ йыйылған әйберҙәрҙе алып барып тапшырҙыҡ. Мәғлүмәт үҙәге директоры Вил Илһамов хоспис коллективына артабанғы эштәрендә еңеллек, сабырлыҡ теләне. Бында эшләүселәр ярҙамыбыҙ өсөн ихлас рәхмәт әйтте. Шулай уҡ йылына ике тапҡыр төрлө кәрәк-яраҡ алып килеп, концерт ҡуйып ҡайтҡан Т. Кусимов исемендәге гимназияға, даими рәүештә ярҙам ҡулы һуҙған Салауат ауылы муллаһы Рафиҡ Шәйәхмәтовҡа гәзит аша рәхмәт белдереүебеҙҙе һораны.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, тигәндәр боронғолар. Беҙҙең башланғысҡа ҡушылыусылар булһа, ысын күңелдән шат булыр инек. Был турала ишеткән бер-ике эшҡыуар мәрхәмәтлелек акцияһына мотлаҡ ҡушыласағы, хосписҡа түшәк-яраҡтары менән ярҙам итәсәге хаҡында белдерҙе. Арабыҙҙа изге күңелле, йомарт кешеләр күп, моғайын улар ҙа ситтә ятып ҡалмаҫ. Хәлдәренән килгән тиклем хосписҡа ярҙам итерҙәр тип ышанабыҙ. Мосолман кешегә хәйер-зәҡәт биреп тороу фарыз, ярҙамығыҙ үҙегеҙгә мең һауап булып ҡайтыр. Ауырыу-мохтаждарға ҡарата шәфҡәтлерәк, миһырбанлыраҡ булайыҡ. Ағымдағы йылдың Ирекмәндәр йылы булыуын онотмай, мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылығыҙ.

Д. САФИУЛЛИНА.


Ярҙамдың бәләкәйе, ҙуры юҡ. Изге эшебеҙҙән күңелебеҙ күтәрелеп, тағы ла кемгәлер ярҙам итергә кәрәк тигән ниәт менән ҡайттыҡ. Бәлки, ауылығыҙҙа яңғыҙ көн иткән инәй-апа йәки ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләр барҙыр. Улар хаҡында редакцияға хәбәр итегеҙ.Ҡайһы саҡта һүҙ, кәңәшкә мохтаждар ҙа була бит. Бәйләнеш өсөн телефон: 2-04-83.


Читайте нас: