-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2018, 12:17

Пособие алыусылар һаны арта

Быйыл Башҡортостанда беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа алыу) һәм өсөнсө бала тыуыу уңайынан айлыҡ түләмдәр тәғәйенләү буйынса социаль йүнәлешле эш башҡарылды.

Быйыл Башҡортостанда беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа алыу) һәм өсөнсө бала тыуыу уңайынан айлыҡ түләмдәр тәғәйенләү буйынса социаль йүнәлешле эш башҡарылды. Тәүге бәпес өсөн айлыҡ аҡсалата түләм — 8892 һум (йәш ярымға тиклем түләнә), өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн 8993 һум (өс йәшкә тиклем түләнә) тәшкил итә.

Тәүге пособие РФ Президенты В. В. Путин тарафынан тәҡдим ителгән демографияны социаль яҡлау буйынса са-раларҙың береһе. Пособиеның икенсе төрө беҙҙең республиканы өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтеүгә субсидия алыусы төбәктәр исемлегенә индергәндән һуң барлыҡҡа килде.

2018 йылдың 3 ноябренә бирелгән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2018 йылда беренсе бәпесе тыуған йәки уны уллыҡҡа алған 4609 ғаилә пособие юллап мөрәжәғәт иткән. Икенсе төр пособиены алыусылар һаны ла 4 меңдән ашыу. Уларға 293 миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән.

Р. МӘСӘЛИМОВА.

Күп балалы ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителә

Башҡортостанда йәшәүсе күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан азат итеү тураһында тәҡдим менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары сығыш яһаны. Закон проектына ярашлы, күп бала тәрбиәләгән йәки уллыҡҡа алған ғаиләләге атай йәки әсәйгә транспорт һалымы һалынмаясаҡ.

— Был сара двигатель ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем булған еңел автомобилдәргә, шулай уҡ двигатель ҡеүәте 125 ат көсөнә тиң автобустарға ҡарата ҡулланыласаҡ, — тип белдерҙе БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Ҡайһы транспорт сараһына һалым ташламаһы билдәләүҙе автомобиль эйәһе үҙе һайлай ала. Ташлама 2024 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булып, республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелә.
Читайте нас: