+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2018, 12:45

Бүләктәр һеҙҙең өсөн!

«Аҙна һайын ике бүләк» уйынының сираттағы еңеүселәре билдәләнде.

«Аҙна һайын ике бүләк» уйынының сираттағы еңеүселәре билдәләнде. Был юлы даланлылар Әүнәш ауылынан Фәрзәнә Шаһимәрҙәнова һәм Әбделмәмбәттән Рәмзиә Өмөтҡужина булып сыҡты. Еңеүселәребеҙгә яратҡан гәзиттәренән иҫтәлеккә асҡыс элеү өсөн махсус яйланмалар бүләк ителәсәк.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрегеҙҙе тотоп килеү мотлаҡ. 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына «Осҡон» гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында уйын артабан да дауам итәсәк.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ, «Осҡон» гәзитенә 15 декабргә тиклем абонемент тултырғандарҙың төп приз булған велосипедты отоуҙа ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында белә лә инде. Суперприз еңеүсеһе 20 декабрҙән һуң билдәләнәсәк, был көндө еңеүселәргә шулай уҡ сәйнүк, сынаяҡтар, термос кеүек бик күп бүләктәр әҙерләнгән. Шулай булғас, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, «Осҡон»ға яҙылығыҙ ҙа, квитанция күсермәләрен беҙгә ебәреп, уйында ҡатнашып, бүләк отоғоҙ!

Өҫтәүенә, тағы бер ҡыуаныслы хәбәр бар: 3-нән 13 декабргә тиклем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән «Осҡон» гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителеүе көтөлә. Әйҙәгеҙ, был ҡулай көндәрҙе лә ҡулдан ысҡындырмай, яратҡан баҫмаларға осһоҙ хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ.

Мөхәрририәт.
Читайте нас: