Район Советының социаль-гуманитар комиссияһы рәйесе Р. И. Шөғүров менән район Советы рәйесе урынбаҫары Ҡ. М. Ғәзизов райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында булып, уларҙы борсоған мәсьәләләр менән танышты. Дауаханаларҙа, ФАП-тарҙа асыҡланған етешһеҙлектәр район Советы президиумының сираттағы ултырышына сығарыласаҡ, улар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап юғары органдарға хаттар яҙыласаҡ.
Кадрҙар етешмәүе — райондың бөтә һаулыҡ һаҡлау учреждениела-рын борсоған проблема. Район дауаханаһында һәр ваҡыттағыса окулист кабинеты янында сират. Бөгөн тотош районға бер генә окулист, ул да пенсия йәшендә. Әбйәлилгә эшкә килгән йәш табиптар кемеһелер декрет ялында булһа, икенселәре миллион һум алған өсөн эшләү мөҙҙәтен тултырып ситкә киткәндәр. Әйткәндәй, был окулистарға ғына түгел, башҡа күп кенә белгестәргә лә ҡағыла. Үҙәк дауаханала ғына 20 табип пенсия йәшенә еткән. Уларҙы кем алмаштырыр? Асҡар дауаханаһы, әйтеүҙәренсә, бөгөн педиатрҙар менән тәьмин ителгән булһа ла, мәҫәлән, Таштимер дауаханаһында балалар табибы аҙнаның дүшәмбеһендә генә ҡабул итә. Ә башҡа көндәрҙә сирләгән балалар менән нимә эшләргә ҡала? Һәм бындай хәл бер Таштимерҙә генә түгел… Асҡар, шулай уҡ участка дауаханалары хирург, терапевт, стоматолог һәм башҡа белгестәргә ҡытлыҡ кисерә.
Район дауаханаһында һәр урында сантехника менән проблема: бүлмә-палаталарҙа крандар эшләмәй, бәҙрәфтәр ремонт талап итә…
Элекке поликлиника булған өлөшөндә кабинеттар ҡышҡыһын түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була икән, уларҙың тәҙрәләре замансаға алмаштырыуҙы көтә.
Реанимация бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре уларға эләккән сирлеләрҙең туғандарының ишектәрҙе даими еме-реүенән зыян күрә. Әлбиттә, был шундай бүлексә, кемделер үлемдән йолоп, ҡотҡарып алып булмаған саҡтар ҙа йыш осрай. Ошондай ваҡыттарҙа медиктарҙы ғәйепләп, йәки эскә индереүҙе талап итеп, ишектәрҙе емерәләр икән. Был бүлексәнең медперсоналы халыҡтың уларҙың эштәрен аңлап ҡабул итеүҙәрен, медицина көсһөҙ булған осраҡтар хаҡында ла онотмауҙарын, мөмкин булһа, бағымсыларҙың емерелеп бөткән ишектәрҙе йүнәтеүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны.
Рентген кабинеты хеҙмәткәрҙәре аппараттың иҫке булыуына зарланды. «Күп дауаханалар цифрлы аппарат менән эшләгән ваҡытта, йәғни бөтә мәғлүмәт туранан-тура табиптың компьютерына оҙатылған заманда ла беҙ фотопленкаға төшөрәбеҙ. Иҫке булғас, аппарат йыш боҙола, фотопленка ҡиммәткә төшә», — ти улар.
Табип С. С. Раянов та РЭГ аппаратының иҫкереүен, йыш боҙолоуын белдереп, районға заманса МРТ аппараты кәрәклегенә баҫым яһаны.
Дауаханала бүлмәләр етешмәй. Бушап ҡалған санэпидстанция бинаһын дауахана ҡарамағына бирһәләр, унда балалар поликлиникаһы йәиһә административ корпусты урынлаштырырға мөмкин булыр ине, тигән тәҡдим индергәс медиктар, был бинаны ла инеп ҡараны депутаттар.
Бына тигән өс ҡатлы бинаның бөгөн яраҡһыҙ хәлгә ҡалыуы аяныс. Ҙур пластик тәҙрәләр барыһы ла ватыҡ, бер генә ишек тә имен түгел. Уны асарбаҡтарҙың төйәк итеүе күренә. Санэпидстанция ябылып, ойошма Белоретҡа күсерелгәс тә, бының өсөн яуаплы кешеләр уны именлектә һаҡлау сараһын күрергә тейеш түгел инеме икән ни? Булғанды туҙҙырыуы еңел, кире тергеҙеп алыу өсөн күп финанс сығымдары талап ителәсәк.
Тағы шуныһы: медиктарҙа ла, сирлеләрҙә лә дауаханаға терәп тигәндәй һалынып ятҡан кафе төҙөлөшө аңлашылмаусанлыҡ уята. «Килгән кешеләрҙең транспортын ҡуйыу өсөн урын былай ҙа тығыҙ. Һис юғы уға инеү урыны икенсе яҡтан асылырға тейештер», — тигән фекерҙә улар.
Депутаттар төркөмөнә хосписта район Советы депутаты Юнир Таһиров ҡушылды. 2000 йылда файҙаланыуға тапшырылған был дауалау учреждениеһы асылғандан алып ремонт күрмәгән. Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙең көсө менән буяла, ағартыла килә лә ул…
Бинала электр үткәргесе торошо ҡурҡыныс хәлдә, өҫтәүенә бер бүлмәнең түбәһенән һыу төшә.
Сантехника менән дә шул уҡ күренеш. Бәҙрәфтәрҙе биҙрәгә һыу алып, сайып таҙарталар. Тәҙрә-ишектәр ҙә яңыртыуҙы талап итә. Иҙәндәрҙәге линолеум йыртылып бөткән, унан эләкмәйенсә атлап үтеү өсөн аяҡ аҫтын ҡарап ҡына баҫырға кәрәк. Ашханала һыуытҡыс иҫке булғанлыҡтан, йыш сафтан сыға, уны даими ремонтлатып тороу талап ителә.
Билдәле булыуынса, бында дауаланыусыларҙың күбеһе кеше ярҙамына мохтаждар, урындарынан тора алмаған сирлеләр. Һәм хоспис хеҙмәткәрҙәре уларҙы аҙна һайын мунсала йыуындыра. «Ҡайһы берҙәренең түшәк кәрәк-яраҡтарын көнөнә өс-дүрт тапҡыр алмаштырырға ла кәрәк була», тиҙәр. Ауыр сирлеләрҙең хәлен еңеләйтер өсөн бар көстәрен һала хоспис хеҙмәткәрҙәре. Ә уларҙың үҙҙәренең эш шарттары ниндәй һуң?
Ауырыуҙарҙы мунсаға икенсе ҡаттан баҫҡыс буйлап күтәреп төшөрәләр, күтәреп мендерәләр, сөнки пандустар юҡ. Ике тиҫтә йыл эсендә мунса ла сереп бөткән: ишек-тәҙрәләр ҡоларға тора, бура мөйөштәренән тыш күренә, ҡыш көндәре иҙәндә боҙ ҡатламы хасил була икән. Кер йыуыу машинаһы сафтан сығыу сәбәпле, дүрт ай инде ауырыуҙарҙың түшәктәрен ҡул менән йыуалар.
— Хоспистың автомобиле лә бик иҫке. Бикстарҙы, йәғни бәйләү материалдарын Асҡар дауаханаһына стерилизацияларға йөрөтәбеҙ. Үҙебеҙҙең табип декрет ялында булғас, Асҡарҙан аҙнаһына өс тапҡыр табипты барып алырға, алып барып ҡуйырға ла кәрәк… — ти хоспис ҡыҙҙары. — Бер һүҙ менән әйткәндә, хосписҡа ярҙам кәрәк. Беҙ, хатта кер йыуыу өсөн порошок, һабын еткерә алмайбыҙ, лампочкаларға ҡытлыҡ… Ярҙам итеүселәр табылһа, рәхмәтле булыр инек.
Хоспис ни бары ошонда эшләүселәрҙең энтузиазмы менән генә йәшәп килә кеүек тойолдо.
Эйе, элегерәк йыш ҡына хосписҡа ярҙам итеү маҡсатында ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәренән, айырым кешеләрҙән матди ярҙам йыйыу ойошторола килде. Таҫтамал, түшәк, һабын-порошоктар бирә инек, тик бөгөн был изге эш онотолоп ҡалды. Райондағы «Ярҙам» ойошмаһы ауыр хәлдә ҡалғандар менән бер рәттән күп нәмәлә мохтажлыҡ кисергән хосписҡа ла ярҙам итергә саҡырылмағанмы ни? Халыҡты ҡуҙғатып ебәреү генә көс, беҙҙә ярҙам итергә әҙер торған эшҡыуарҙар, етәкселәр, айырым кешеләр аҙ түгел бит. «Ил төкөрһә — күл була», бергәләп был дауалау учреждениеһының аҙ ғына булһа ла хәлен еңеләйтеүгә булышлыҡ итә алыр инек. Бындай кешеләргә ярҙам итеү оло һауап та. Төрлө тамаша, концерттарға бағыусылар табыла, хосписҡа ла ярҙам ҡулы һуҙыусылар булыр, тип ышанам.
Красная Башкирия табип амбулаторияһы ла ярҙамға мохтаж. Ремонт кәрәк, стеналарҙың буяуы ҡубып тора, бүлмәләрҙә емерелеп бөткән боронғо мебель, һыу менән проблема...
Таштимер участка дауаханаһында ла булды халыҡ вәкилдәре. Әлбиттә, тиҫтә йыл элек кенә файҙаланыуға тапшырылған бина таҙа, яҡты, барыһы ла тәртиптә. Бында ошо арала элемтә булдырыласаҡ, ҙур тиҙлектәге интернетҡа ҙур өмөттәр бағлайҙар, сөнки бөгөн Асҡар дауаханаһы менән интернет бәйләнеше аша эшләү зарур. Бында, һис юғы, тағы бер компьютер кәрәклеген әйттеләр. Шулай уҡ стоматологик кресло, инструменттарға мохтажлыҡ кисерәләр, был да кисектергеһеҙ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә, сөнки бындағы теш табибы Ш. Йәрмөхәмәтовҡа тотош район халҡы дауаланырға йөрөй тиһәк тә хата булмаҫ.
Ике йыл элек кенә капиталь ремонтланған Урал дауаханаһында проблемалар юҡ. Бында тик биләмәне яңыртып кәртәләүҙә ярҙам һоранылар, сөнки ҡоймаларына ремонт ҡағылмаған.
Йәнгел дауаханаһы ла күптән түгел башҡарылған ремонт эштәренән һуң балҡып тора. Бында дауаланыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, көндөҙгө стационар эшләй. Наркология бүлексәһе Асҡарға күсерелгәс, буш бүлмәләр бар.
— Уларҙы ҡарттар йорто итеп файҙаланырға булыр ине, — тигән тәҡдимен еткерҙе амбулатория мөдире Зара Нуриева.
Район һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының күбеһенең хәле аяныс булыуы асыҡланды, шулай ҙа был тәңгәлдә үҙгәрештәр булырына өмөт бар. Сөнки был өлкә район депутаттарының ғына түгел, республика хөкүмәтенең дә даими иғтибар үҙәгендә.
Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хабировтың Мәсетле районы дауаханаларында булғандан һуң үҙенең сәхифәһендә «Һаулыҡ һаҡлауҙа ҡатмарлыҡтар күп. Уларҙы планлы рәүештә хәл итәсәкбеҙ. Башҡа варианттар юҡ», — тип яҙыуы ла үҙгәрештәргә ышаныс уята.