Үҙ участкаһында район гәзитенә яҙылыусылар һанын 100-гә тултырыусы почтальондар араһында конкурс быйыл да дауам итә. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы осоронда «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәрен 100 кешегә яҙҙырыуға өлгәшкән хат ташыусыларға Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге бүләктәр ҙә әҙерләп ҡуйған.
Шөкөр, быға тиклем дә һынатмай, гел алдынғылыҡта барған шәп почтальоныбыҙ — Ишҡол почта бүлексәһенән Айгөл Баймырҙина планды тәүге булып үтәүе хаҡында хәбәр итте. Ҡыуаныслы яңылыҡты алғас та, Айгөл Бикйән ҡыҙын редакцияға саҡырҙыҡ.
— Һеҙгә күҙ төбәп торабыҙ, — тине А. Баймырҙинаны тәбрикләп һәм рәхмәт хаты тапшырып, мәғлүмәт үҙәге директоры Вил Илһамов. — Беҙҙең гәзитебеҙҙең халыҡ араһында абруйын күтәреүсе лә, яҙылыу кампанияһын әүҙем алып барыусы ла, баҫмаларҙы ваҡытында ауылдаштарығыҙға таратыусы ла — һеҙ, хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре. Мәшәҡәтле, яуаплы эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Төп эшенән тыш ике һыйыр, егерменән ашыу ҡаҙ аҫрарға, Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләгән тормош иптәшен юлға әҙерләп оҙатырға, кәрәк икән, балаларына дәрес эшләшергә өлгөргән Айгөл апай, матбуғатҡа яҙылыу башланыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Тәү сиратта ул үҙенең урамында йәшәүселәрҙе өгөтләп сыға, һуңынан район гәзитенең тоғро дуҫтары булған мәктәп коллективына юллана, пенсия алыу ваҡыты етһә инде, апа-инәйҙәр янынан китешмәй. Шулай итеп, тырышып-тырмашып, район һәм үҙәк баҫмаларҙы күпләп яҙҙырыуға өлгәшә ул.
— Йылдағыса әүҙем ауылдаштарыма, күп һанлы гәзит-журнал алдырған инәйҙәргә, уҡытыусыларға, матбуғатҡа яҙылыуҙан ситтә ҡалмаған, педагогик коллективтан да шуны талап иткән мәктәп директоры Азат Махийәновҡа рәхмәт белдергем килә, — тине Ишҡол ауылы буйынса 133 дана район гәзите яҙҙырған Айгөл Бикйән ҡыҙы. — Хаҡлы ялдағы Ғәлимә апай Мохтарова гел дә алтауҙан ашыу баҫмаға яҙыла, ул «Осҡон»до ла, «Йәшлек»те лә, «Башҡортостан ҡыҙы»н да, башҡа журналдарҙы ла уҡый. Уның кеүек күп һанлы гәзит-журналдар алдырыусылар иҫәбендә Гөлсөм Аҫылғужина, Фатима Махийәнова, Ишбулат Кейекбаев, Лилиә Ғиниәтова, Гөлсәсәк Солтанова, Рәмзиә Шаһимәрҙәнова, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Фирҙәүес Әсәҙуллина, Рәмзилә Вәлиева, Роза Ғарипова, Зилә Ҡаһармановаларҙы билдәләп үтер инем. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Рәсимә Мулләхмәтова менән Рәсимә Хөбитдинова ла гәзит уҡырға ярата, улар иң беренселәрҙән булып яҙылып ҡуя. Һауынсы булып эшләп, пенсияға сыҡҡан Хәсимә апай Юлдашбаева ла «Осҡон»һоҙ ҡалмайым мин, тип минең килеүемде көтөп кенә тора.
Ишҡол почта бүлексәһе на-чальнигы Әҡлимә Хәйруллина әйтеүенсә, гәзиттәргә яҙылыу планын үтәүҙә ташламалы ун көнлөктәр ныҡ булышлыҡ иткән: ошо осорҙа хаҡы кәмегән баҫмаларға ауыл халҡы йәһәтләп абонемент тултырып ҡалған.