+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2018, 12:30

Өс мәктәпкә — яңы автобус

Республика етәксеһе әйткән һүҙендә торҙо: ошо көндәрҙә районға өс мәктәп автобусы ҡайтарылды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлилгә эш сәфәре менән килгәндә, Күсем руднигы мәктәбенең автобусы иҫке булыуын күреп, уны тиҙ арала яңыртырға вәғәҙәләгәйне. Республика етәксеһе әйткән һүҙендә торҙо: ошо көндәрҙә районға өс мәктәп автобусы ҡайтарылды. Күсем руднигы, Байым урта мәктәптәре һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназия өр-яңы автобустар алды.

— Гимназия өҫтәмә автобусҡа күптән ҡытлыҡ кисерҙе, сөнки район үҙәгенең Көнсығыш биҫтәләренән бөтәһе 240 бала ике сменала йөрөп уҡый. Иртән һәм төшкөһөн биш рейс һәм кискә өс рейс яһау өсөн бер генә автобус етмәй. Яңыһы килеп еткәнсе Амангилде мәктәбенең иҫке автобусын алып торҙоҡ, әммә ул йыш боҙолдо. Газель иһә яҡын ауылдар — Иҙәш һәм Тал Ҡусҡары, Айғырбатҡан, Ярлыҡап, Ҡолоҡастан — бөтәһе 42 баланы уҡыуға йөрөтә. Ниһайәт, был проблема ыңғай хәл ителде һәм беҙҙең белем усағы яңы автобуслы булды, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Т. Кусимов исемендәге гимназия директоры Рәмил Әхмәтов. — Бының өсөн республика, район етәкселегенә, мәғариф бүлегенә рәхмәт.

Яңы автобус водитель Рим Ва-хитовҡа ышанып тапшырылған. Транспорт сараһын теркәп, хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырғандан һуң ул гимназия уҡыусыларын йөрөтә башлаясаҡ.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.


Читайте нас: