+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2018, 16:56

Иң шәп 100 ғаилә

Сибай ҡала хакимиәте, «Атайсал» төбәк гәзите һәм Урал аръяғының төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Сибай ҡала хакимиәте, «Атайсал» төбәк гәзите һәм Урал аръяғының төбәк-ара башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Сибай драма театры бинаһында үткән йөкмәткеле сарала Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан иң шәп тип табылған ғаиләләр ҡатнашты.
Бәйгенең йомғаҡтары буйынса Сибай ҡала типографияһында «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» исемле китап нәшер ителде. Был китапта Сибайҙың, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан иң шәп тип табылған егермешәр данлы ғаиләләре тураһында очерктар, мәҡәләләр урын алған. Шулай уҡ китапҡа «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән наградланған парҙар исемлеге лә индерелгән.
Әбйәлилддән иң яҡшы тип табылған Ҡырҙастан Флүрә һәм Рөстәм Мәсәлимовтар, Рәйсә һәм Фәйезйән Тайсиндар (Мәхмүт), Гөлйөҙөм һәм Рамил Вәлиевтар (Буранғол), Зөлфиә һәм Уразбай Юлдыбаевтар (Әүнәш), Шәүрә һәм Йәүҙәт Һибәтовтар (Рысҡужа), Вәсилә һәм Заһит Шәриповтар (Иҙәш Ҡусҡары), Әлфиә һәм Рифат Йосоповтар (Әлмөхәмәт), Илүзә һәм Азамат Шәйәхмәтовтар (Асҡар), Лилиә һәм Ғәҙел Миңлейәровтар (Туйыш) һәм Гөлдәр һәм Рәфис Абдрахмановтарға (Шәрип) район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов дипломдар һәм аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Гран-приға Күсем ауылынан Сәбилә һәм Азамат Зәйнуллиндар лайыҡ булды. Уларҙы проекттың бағымсылары 25 мең һум премия менән бүләкләне.
Ғаиләләр тураһында мәҡәләләр әҙерләгән әүҙем журналистар, авторҙар ҙа билдәләнде.
Тағы шуныһы: Урал аръяғының иң шәп ғаиләләре тураһындағы «Дан ғаиләләр гөлләмәһе» исемле китапты һатып алырға теләүселәр булһа, «Осҡон» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмәләр өсөн тел. 2-03-27, 8-909-350-1945.
Читайте нас: