11 декабрҙән Асҡарҙағы күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәрҙе яңы залда ҡабул итә башлаясаҡтар. Иркен залда бер юлы ун ҡабул итеү тәҙрәһе эшләйәсәк, тимәк сиратта тороу ваҡыты бермә-бер кәмейәсәк. Асҡар ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан үҙәк аҙнаның шишәмбе, шаршамбы, йома көндәре 9-ҙан 19 сәғәткә тиклем, кесаҙна 11-ҙән 20 сәғәткә, шәмбе 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Йәкшәмбе, дүшәмбе ял көндәре.