+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 13:21

Тарихи даталарҙың береһе

Илебеҙ тарихындағы күңелһеҙ даталарҙың береһе бөгөн.

Илебеҙ тарихындағы күңелһеҙ даталарҙың береһе бөгөн. 1994 йылдың 11 декабрендә Рәсәй Президенты Борис Ельцин “Чечен Республикаһы биләмәһендә законлылыҡты, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында”ғы 2169-сы һанлы Указға ҡул ҡуя. Ошо Указ нигеҙендә 11 декабрҙә граждандар һуғышы хәлендә булған Чечен Республикаһына Федераль ғәскәрҙәр индерелә. Оборона министрлығына ҡараған һәм Эске эштәр министрлығы составында булған ғәскәрҙәр өс төркөмгә бүленеп, өс тарафтан республикаға инә...

Ҡан ҡойошло, ҡот осҡос һуғыш меңләгән ҡорбандар менән иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғәрәсәт беҙҙең район егеттәрен дә урап үтмәне. Шул осорҙа хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың күбеһе тәүге Чечен кампанияһы осоронда утлы өйөрмәнең эсенә барып инде.

Бөгөн районда локаль конфликттарҙа ҡатнашыусы 574 яугир иҫәпләнә. Улар былтыр үҙҙәренең ойошмаһын булдырыу ниәте менән 9 майҙа йыйын иғлан иткәйне. Йыйындың һөҙөмтәһе булып, Чечен Республикаһында, Төньяҡ Кавказ хәрби округының башҡа “ҡыҙыу нөктә”ләрендә хеҙмәт иткән егеттәр Еңеү парадында ҡатнашыуға өлгәште. Һуңғараҡ улар Таштимерҙә тағы бер йыйылыш уҙғарҙы. Ә ошо көндәрҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандары Таштуй урта мәктәбендә осрашып, борсоған проблемалары, ҡуйған уй-маҡсаттары тураһында һөйләшеп-кәңәшләште. Ойошма башланғысында торған Рузил Низаметдинов менән Салауат Хөснийәров, Венер Абдуллин, Илфат Сәләхов локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә Асҡарҙа стела ҡуйыу, китап сығарыу тураһында тәҡдимдәрен еткерҙе. Таштуй мәктәбенең педагогик коллективы, уҡыусылары тарафынан йөкмәткеле итеп әҙерләнгән сара белем усағы алдындағы обелискыға венок һалыу менән тамамланды.


Читайте нас: