+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2018, 17:51

Иң тәмле ҡымыҙҙы Әбйәлилдә бешәләр!

Һөнәри оҫталыҡ буйынса иң яҡшылар билдәләнде.

«Башҡортостандың «Иң яҡшы ҡымыҙ бешеүсеһе» тигән исемгә «Ирәндек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡымыҙ бешеүсеһе Гүзәлиә Махийәнова лайыҡ булды. Яҡташыбыҙға I дәрәжә дипломды республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы.
— Конкурстың тағы бер мәсьәләне хәл итеүе мөһим — был эшкә йәштәрҙе йәлеп итә. Сөнки донъя үҙгәрә, технологиялар үҫешә, хеҙмәт етештереүсәнлеге арта, инновациялар барлыҡҡа килә. Шулай итеп, конкурс, йәштәрҙе йәлеп итеп, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын ныҡ күтәрә. Күпмелер ваҡыт быға иғтибар бирмәгәнбеҙҙер, бәлки, әммә көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан ауыр физик эш менән мәшғүл булған квалификациялы эшсе көс — илебеҙ сәнәғәтенең, иҡтисадының төп нигеҙе ул, — тине Радий Хабиров һөнәрҙәре буйынса иң яҡшыларҙы бүләкләп һәм барыһына ла хеҙмәттәре, ныҡышмалыҡтары, оҫталыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Билдәле булыуынса, «Ирәндек» ЯСЙ-һы (етәксеһе Рөстәм Махийәнов) ағымдағы йылда ҡымыҙсыларҙың республика ярышында ла төп бүләкте яулағайны.
Читайте нас: