+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 12:33

Бала үҫтергән ғаиләләр өсөн

Билдәле булыуынса, ағымдағы йыл башынан Башҡортостанда йәшәгән ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуыуға (уллыҡҡа алыуға) бәйле айлыҡ аҡсалата ярҙам тәғәйен-ләнгәйне.

Билдәле булыуынса, ағымдағы йыл башынан Башҡортостанда йәшәгән ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуыуға (уллыҡҡа алыуға) бәйле айлыҡ аҡсалата ярҙам тәғәйенләнгәйне. Бынан тыш Башҡортостан Башлығының «Күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау саралары тураһында»ғы Указына ярашлы, 2018 йылда ғаиләлә өсөнсө һәм унан һуңғы булып тыуған сабыйҙарға айлыҡ аҡсалата түләм билдәләнде. Туғыҙ ай йомғаҡтарын анализлап, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әйтелгән аҡсалата ярҙамды һорап мөрәжәғәт итеүселәр аҙ булыуын билдәләне. Халыҡ был түләмдәр хаҡында мәғлүмәт етерлек бирелмәүенә зарланды. Шуға күрә, беренсе бәпесе һәм 2018 йылда өсөнсө һәм унан һуңғы сабыйы тыуған ғаиләләрҙең иғтибарына был хаҡта тағы иҫкәртеп үтеү ҡамасауламаҫ.

Тәүге бала өсөн айлыҡ аҡсалата түләм 8892 һум тәшкил итә. Был матди ярҙам Рәсәй Федерацияһы гражданы булған һәм Рәсәйҙә даими йәшәгән ғаиләләргә бирелә. Шулай уҡ беренсе йәки икенсе баланың 2018 йылда тыуыуы (уллыҡҡа алыныуы) шарт. Ғаилә ағзаһының айлыҡ килеме 14247 һумдан артмаҫҡа тейеш.

Түләмде юллау өсөн Халыҡты социаль яҡлау буйынса респубилка үҙәгенә, Пенсия Фонды идаралығының клиент хеҙмәтенә, күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә була.

Өсөнсө һәм унан һуңғы балаһы тыуған ғаилә ағзалары ла Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға һәм Башҡортостан Республикаһында даими йәшәргә тейеш. Баланың 2018 йылда тыуыуы һәм уның да Рәсәй гражданы булыуы мотлаҡ. Бер ғаилә ағзаһының килеме БР Хөкүмәте бер кварталға билдәләгән йәшәү минимумынан артмауы мөһим. Өсөнсө һәм унан һуңғы сабый өсөн айлыҡ аҡсалата түләм 8993 һум тәшкил итә. Ярҙамды юллау өсөн шулай уҡ күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: