-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2018, 11:43

Ойошма юбилейын билдәләне

Район инвалидтар йәмғиәте Халыҡ-ара инвалидтар көнө менән бер юлы ойошманың 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Район инвалидтар йәмғиәте Халыҡ-ара инвалидтар көнө менән бер юлы ойошманың 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ойошма тарихы 1988 йылдың 16 июнендә уҙған конференциянан башланғыс ала. Ошо беренсе ултырыштан һуң өс тиҫтә ғүмер аҡҡан, бихисап етәкселәр алмашынған, ләкин ойошма тәү маҡсатынан тайпылмаған — сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе бер ҡорға туплап, уларҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеү, көнкүрешен еңеләйтеү, буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороу буйынса хәтһеҙ эштәр башҡара. Йәмәғәт башланғысындағы мөһим ойошма дилбегәһен төрлө йылдарҙа Шамил Ҡасҡынбаев, Нәғимйән Нурғәлин, Фәниә Лобанова, Гөлнара Шәңгәрәева, Фәүҡинур Фәтҡуллина тарта, 2014 йылдан рәйеслеккә Заһит Ғәлимов һайлана, уның урынбаҫары итеп Нәсимә Әҡсәнова тәғәйенләнә.

Юбилей тантанаһына ойошма тормошонда ҡайнап йәшәгән райондың һәр ауыл биләмәһенән йәше-ҡарты, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылды. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе О. Л. Ротовтың һәм уның урынбаҫары И. Ф. Ғөбәйҙуллиндың килеүе сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы.

Район башлығы И. Т. Нафиҡов инвалидтар йәмғиәте райондың социаль тормошонда әһәмиәтле урын биләүен, үҙ ҡосағына һыйындырған өс меңдән ашыу граждан өсөн йылы усаҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Йәмәғәт ойошмаһының йәнле эшмәкәрлеге башында торған әйҙәүселәргә, ойоштороу-сыларға, һәр башланғысты, идеяны бойомға ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙған мәрхәмәтле бағымсыларға һәм, мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәренең әүҙемлектәре менән ойошманы дөрләткән кешеләргә рәхмәт белдерҙе.

Әбйәлил инвалидтар йәмғиәте эшен ойоштороуға һәм үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн Амангилде һәм Хәлил ауыл биләмәләренән ойошма рәйестәре Мәйсәрә Фәйзуллина, Руслан Дәүләтов (һүрәттә) башлыҡ ҡулынан район Советы һәм хакимиәтенең Почет грамотаһын, ойошма ветераны Фәниә Лобанова, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең район ойошмаһы етәксеһе Мәрүә Ҡужахмәтова рәхмәт хатын алды. Илдар Таһир улы шулай уҡ инвалидтар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек иткән тренерҙар – Рауил Ғәйфуллин, Урал Харисов, Миләүшә Хәлилованы, БСТ операторы Ислам Ирғәлинды, район мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре Гөлшат Шәйәхмәтова, Заһит Ғәбитовты, бағымсылар — Гөлнара Әминева, Мария Ғәйфуллина, Азат Нурғәлинды рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Район инвалидтар йәмғиәтенең рәйес урынбаҫары Н. В. Әҡсәнова ойошманың 30 йыллыҡ эшмәкәрлегенә байҡау яһаны һәм ағымдағы йылдағы эшен анализланы.

— Хәҙерге ваҡытта районда өс меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә, уларҙың 211-е балалар. Ойошма сафында ағзалыҡта 750 кеше тора. 14 ауыл биләмәһендә урындағы ойошмалар эшләй. Йәмғиәттең тормошо район, төбәк, республика күләмендә уҙғарылған ижади фестивалдәргә һәм спорт ярыштарына, төрлө конкурстарға, ҡыҙыҡлы сәфәр-сәйәхәттәргә бик бай, — тип Нәсимә Вәйес ҡыҙы был сараларҙың һәр береһенә, еңеүҙәргә ентекле туҡталды. — Ағымдағы йылды һөйөнөслө яңылыҡ менән тамамлайбыҙ: ойошманың «Мөмкинлектәре сикле граждандарҙы компьютер грамотаһына өйрәтеү» проекты РФ Президенты грантына лайыҡ булды. Киләһе йыл башынан грант буйынса эш башлаясаҡбыҙ.

Республика инвалидтар ойошмаһы етәкселегенән килеүсе ҡунаҡтар тәү сиратта 30 йыллыҡ юбилей айҡанлы район ойошмаһына ҡотлау хатын тапшырҙы.

— Әбйәлил инвалидтар ойошмаһы уҙғарған сараларға килгән һайын килге килеп тора. Республика кимәлендә фестиваль булһынмы, ярышмы, әбйәлилдәр уҙғара икән, уның юғары кимәлдә үтәсәгенә шик ҡалмай. Әбйәлилдәр ситкә сыҡһалар ҙа, берҙәмлектәре менән айырыла, шуға еңеүҙәр ҙә уларға ауыр бирелмәй, — тине баш ҡала вәкилдәре. О. Л. Ротов барыһына ла һаулыҡ, сабырлыҡ һәм ҡыуаныстарға бай ғүмер теләп, район инвалидтар йәмғиәтенең иң әүҙем, талантлы ағзаларының береһе булған Гүзәлиә Фәттәховаға өр-яңы коляска тапшырҙы. Көтөлмәгән бүләккә ҡыҙыҡай менән әсәһе генә түгел, бөтә зал тантана итте. Район инвалидтар йәмғиәтенең бухгалтеры Зифа Фәтхетдинова инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлау буйынса намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәшәү позицияһы өсөн Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең үҙәк идараһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Ташбулат һәм Таштимер ауыл биләмәләре буйынса ойошманы етәкләүсе Луиза Сабитова менән Рәйсә Ғәбитоваға, йәмғиәттең әүҙем ағзаһы Иҫке Балапандан Юлай Аҙнабаевҡа республика ойошмаһының Почет грамотаһы тапшырылды.

Талантлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә — Ҡаҙмаштан Ниғмәтуллиндар, Буранғолдан Мәғәфүровтар, Тупаҡтан Асмановтар, Хәмиттән Зәйнишевтар, Асҡарҙан Фәттәховтар, Дәүләтовтар, Әйүповтар, Красная Башкириянан Ҡолбәковтар, Ташбулат станцияһынан Һибәтуллиндар һәм Сиҙәмдән Йосоповтарға даими бағыусы, эшҡыуар Гөлнара Әминева Ғаилә йылы айҡанлы шәхси бүләктәрен тапшырҙы. Иңдәренә ятҡан һынау алдында бөгөлөп төшмәгән, бәләкәйҙән ҡаты сиргә дусар балаларының һәләттәрен үҫтереүгә ҙур көс һалған ата-әсәләргә афариндан башҡа һүҙ юҡ. Юбилей сараһының мәҙәни өлөшөндә беҙ уларҙың сығыштарын ҡарап һоҡландыҡ. Концертты шулай уҡ район мәҙәни-ял үҙәге артистары, «Балалар Байығы — 2019» республика фестивалендә еңеү яулаған йәш таланттар биҙәне.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: