+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2018, 18:09

Ҡабан йылы килә ҡабаланып...

Йылдың иң мөғжизәле, тылсымлы байрамы — Яңы йылға тиклем һанаулы көндәр ҡалды.

Йылдың иң мөғжизәле, тылсымлы байрамы — Яңы йылға тиклем һанаулы көндәр ҡалды. Район үҙәгенең ойошма-учреждениелары, магазиндар алдары, урамдар матур итеп биҙәлгән, төрлө төҫтәрҙәге гирлянда уттары балҡый. Байрам кәйефе өҫтәгән, тирә-яҡҡа йәм биргән яңы йыл ҡаласағы быйыл иртә, декабрь уртаһында уҡ эшләнеп бөттө.

Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дамир Харрасов күмәк көс талап ителгән был эштә ҡатнашҡандарҙың барыһының да хеҙмәтен айырым билдәләне. Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы балаларға шыуыу өсөн ҙур тау эшләгән, ҡаласыҡты яҡтыртыуҙа электрик Илдар Зәйсановтың ярҙамы ҙур булған. Рәссамдар Фәнис Шаһморатов менән Фәрит Шәрәфетдинов етәкселегендә эшселәр бригадаһы боҙҙан фигуралар яһаған. «Уларҙың барыһына ла, шулай уҡ майҙансыҡтың матур килеп сығыуы өсөн бөтә эштәрҙең башында торған урынбаҫарым Тәлғәт Вәлиев һәм коллективҡа айырым рәхмәт», — тине Дамир Иштимер улы.

Ҙур эштең һөҙөмтәһе күҙ алдында. «Уңыш» стадионында күҙ менән ҡаш араһында хасил булған матурлыҡ шунда уҡ яңы йыл кәйефе уятты. Бында айырыуса шау-гөр килеп тау эйгән балаларға күңелле. Көндөҙ ҙә, кис тә кеше өҙөлмәй. Тәүлектең ҡараңғы мәлендә сағыу төҫтәре менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырған ҙур, матур шыршы — боҙ ҡаласығының төп биҙәге. Йәм-йәшел ҡупшыҡай янында ҡунаҡлаған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу янында малайҙар, ҡыҙҙар мәж килә. Бәләкәйерәк балалар өсөн ыҡсым ғына боҙ тауҙары эшләнгән, өлкәнерәктәр ҙурыраҡ тауға ынтыла. Унан паровоз булып бер-береһенә тағылып, ҡысҡыра-көлә эйһендәрме, кем шәберәк тип уҙышһындармы — хатта ҡайтырға ваҡыт еткәнен дә онотолоп ошонда йөрөйҙәр.

Район үҙәгендә йыл да яңы йыл майҙансығын емереү «ғәҙәте» бар. Быйыл байрам кәйефен боҙмаҫ өсөн стадиооға камералар ҡуйылды тип белдерҙе Асҡар биләмәһе башлығы.
Читайте нас: