+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2018, 17:36

Ауылда иң кәрәкле кеше ул

Сәләмәтлек — үҙ ҡулыңда тип ҡабатларға яратһаҡ та, саҡ ҡына сирләү менән тиҙ генә йүнәлтеүҙәренә өмөтләнеп, дауаханаға йүгерәбеҙ.

Сәләмәтлек — үҙ ҡулыңда тип ҡабатларға яратһаҡ та, саҡ ҡына сирләү менән тиҙ генә йүнәлтеүҙәренә өмөтләнеп, дауаханаға йүгерәбеҙ. Ә ауыл ерендә ҡан баҫымы борсоһа ла, йөрәк ауыртһа ла, баланың температураһы күтәрелһә лә берҙән-бер күҙ төбәп торған урын — медпункт.

Ҡырҙас ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Рәзинә Ғәйзуллина яғымлы йылмайып ҡаршыланы. Килеүемдең маҡсатын белгәс, ҡан баҫымын үлсәтеп ултырған инәй фельдшерҙы маҡтап бөтә алманы.

— Эй, уңдыҡ киленебеҙҙән. Дарыу ғына дауа түгел бит, йылы һүҙ ҙә дауа. Айырыуса, беҙ, ололарға. Өйгә саҡырт-һаҡ, көн-төн тимәй, килә һалып етә. Әле бына уның шифалы ҡулдарынан укол һалдырып ҡайтһам, ауырыу-сырхауҙар ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек була, — тине 66 йәшлек Зөһрә Зиннәтова. — Эштәренә һүҙ тейҙерерлек түгел, һеҙ маҡтап яҙығыҙ инде. Бөтә ауыл менән фельдшерға күҙ төбәп торабыҙ бит.

Рәзинә Юлдыбай ҡыҙы Рауил ауылы ҡыҙы. 1998 йылда Сибай медицина учили-щеһын тамамлаған акушерканы Ҡырҙас ФАП-ына эшкә ебәрәләр. Һылыу, ипле ҡыҙҙы ошо ауыл егете Радик бик оҡшата. Ике йәш йөрәк ҡауыша. Яратҡан эшен дә, яҙмышын да ошо ауылда тапҡан Рәзинә бер ҡасан үкенмәй. Киреһенсә, йүгереп йөрөп эшләй, һәр кем өсөн борсола.

2000 йылда Фәриҙә Сәлимйәнова декрет ялынан эшкә сыҡҡас, Рәзинә күрше Әхмәт ауылына йөрөп эшләй. Өфөлә фельдшерлыҡҡа уҡып сыға. Ике ауыл араһы яҡын түгел, биш саҡрым — тәүҙә велосипедты артмаҡлаһа, һуңыраҡ руль артына ултыра. 17 йыл Әхмәт ауылы халҡының сәләмәтлеге һағында тора ул. Медпункттағы фельдшер штаты ярты ставкаға ҡалдырылғас, Р. Ғәйзуллина район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенә эшкә китә. Унда ике ай ҙа эшләп өлгөрмәй, Ҡырҙастағы фельдшер Фәйрүзә Игашурина ауырыу сәбәпле эштән сыға һәм ауыл халҡы Рәзинә киленен күмәкләп һорап ҡайтартып ала.

— Минең остаздарым — Фәйрүзә Энгель ҡыҙы менән Фәриҙә Ғәлибай ҡыҙы үҙҙәренең оҙаҡ йылдар туплаған тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты, эшкә өйрәтте. Хеҙмәт юлымда изге күңелле коллегаларым булыуыма бик рәхмәтлемен, — ти Рәзинә Юлдыбай ҡыҙы.

Ҡырҙас һәм Әхмәт ауылдарында бөтәһе 720 кеше йәшәһә, шуларҙың 176-һы балалар. 120 уҡыусы, 25 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре иҫәпләнә, бер йәшкә тиклемге 5 сабый бар. 372 кеше хеҙмәт йәшендә булһа, йөҙҙән ашыуы — ололар. Көнөнә медпунктта 15-20 кешене ҡабул итәләр, бынан тыш ауыр хәлдәге алты кешене өйҙәренә барып ҡарайҙар. Ҡырҙаста ике һуғыш ветераны йәшәй: Зиннур Моратшин менән Зәки Дәүләткирәевтың йорттарына фельдшер йыш килә. Уның араһында яңы тыуған сабыйҙарға патронажға өлгөрөргә кәрәк.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡырҙас биләмәһе хакимиәте менән бер бинала урынлашҡан. Үҙҙәренең айырым АГВ-һы булғас, йылы. Һыу скважинаһы ҡаҙҙырылған. Медпунктты ысын мәғәнәһендә үҙ ҡанаты аҫтына алған ауыл Советы һәр төрлө ярҙам күрһәтеп тора. Ҡырҙас «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп, аҡса менән бүләкләнгәс, ауыл халҡы кәңәшләшеп медпунктҡа тонометр, глюкометр, ингалятор алғандар. ФАП яҡты, бөхтә, бында таҙалыҡ өсөн оҙаҡ йылдар үҙ эшен намыҫлы атҡарған Сәриә Булатова яуаплы.

Быйыл көҙ ФАП тарихында тәүге тапҡыр республика етәкселеге килгән. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ауыл ерендә медицина учреждениелары эше менән ҡыҙыҡһынып, районға эш сәфәре мәлендә Ҡырҙас фельдшер-акушерлыҡ пунктында булыуы — иҫтәлекле ваҡиға.

— Радий Фәрит улы шундай ябай, ихлас. Ул беҙҙең менән итәғәтле генә һөйләшә башлағас, алдағы тулҡынланыу-ҡурҡыуҙар юҡҡа сыҡты. Ауылда күпме кеше йәшәүе, балалар һаны хаҡында, киҫкен осраҡта ауырыуҙарҙы ҡайһы дауаханаға оҙатыуыбыҙ тураһында ентекләп һорашты. Дарыуҙар менән тәьмин ителеш нисек тип ҡыҙыҡһынды. Ниндәй проблемалар борсой тигәс, медпунктҡа ремонт кәрәк ине, тинек. Мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе, — ти Рәзинә Юлдыбай ҡыҙы.

Күп тә үтмәй, район хакимиәтенән килеп, медпунктты ҡарағандар һәм ремонт өсөн смета әҙерләйәсәктәрен белдергәндәр.

— Халыҡтың рәхмәтен, етәкселектең иғтибарын тойоп эшләү бик ҡыуаныслы. Сирлеләрҙең хәлен еңеләйтеү, өмөт-ышаныс менән килгәндәрен дауалау — минең төп бурысым. Шәфҡәтле, кәрәкле һөнәр һайлауыма шатмын, — ти Рәзинә. — Эшемде аңлап ҡабул иткән тормош иптәшемә, аҡыллы кәңәштәре, ярҙамдары өсөн ата-әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен.

Әйткәндәй, Рәзинәнең ире Радик Рәжәп улы Ҡырҙас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Ғәйзуллиндарҙың татыу, өлгөлө ғаиләһендә өс бала үҫә. Илһам мәктәпте миҙалға тамамлап, ӨДАТУ-ла уҡый. Гүзәлиә менән Ғайса уҡыусылар. Тынғыһыҙ эшенән бушап, ауыл тормошо уртаһында ла ҡайнай өлгөр ҡатын.

Ауылдаштары сәләмәтлеге һағында торған, еңел булмаған эштәрен намыҫ менән атҡарған аҡ халатлылар — ауыл ҡото, сөнки балаларҙың да, ололарҙың һаулығы улар ҡулында. Күңел йылыһын һалып, изге бурыстарын үтәгән фельдшер-ҙарҙың тынғыһыҙ хеҙмәте лайыҡлы баһаланһын, уларҙан ябай ғына рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәйек.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: