-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2018, 13:32

Яңы йорт менән!

Ошокөндәрҙә районда сират буйынса тағы ла 7 йәш кеше дәүләт программаһы буйынсаторлаҡ асҡыстары алды.

Үкһеҙ етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар тураһында хөкүмәтебеҙ атайҙарса хәстәрлек күрә һәм уларҙы оло тормошҡа оҙатҡанда ла торлаҡ мәсьәләһен хәл итә. Ошо көндәрҙә районда сират буйынса тағы ла 7 йәш кеше дәүләт программаһы буйынса торлаҡ асҡыстары алды. Бына улар өр-яңы йорттарҙа донъя көтәсәк бәхетле кешеләр – Исхаҡтан Азат Сөнәғәтов, Әүнәштән апалы-һеңлеле Алина Ишбаева һәм Регина Ҡаһарманова, Күсем руднигынан Александр Доронин, Әбдрәштән Зимфира Шәмсетдинова, Ишҡолдан бер туғандар Рөстәм Дилмөхәмәтов һәм Мәүлиҙә Ирғәлиева. Яңы хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан, ҡайһы берҙәре ғаилә ҡорған, кескәй балалар үҫтергән йәштәр дәүләт ярҙамы өсөн ифрат шат.

Беҙҙең илдә етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин программаһы 10 йыл уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы Әбйәлилдән 89 йәш граждан өйлө булды. Шуларҙың 15-е быйыл торлаҡ менән тәьмин ителә.
Читайте нас: