-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 12:45

«Өмөт менән ҡайттыҡ»

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе яңғыраған залға беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың ҙур делегацияһы саҡырылыуы иғтибарға лайыҡ.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе яңғыраған залға беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың ҙур делегацияһы саҡырылыуы иғтибарға лайыҡ. Төбәк етәксеһе булараҡ эш сәфәрен дә тап Әбйәлилдән башлағайны бит Радий Фәрит улы. Тимәк, районыбыҙ, уның кешеләре күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған, артабан да ныҡышмалыраҡ эшләргә этәргес биргән, тиергә мөмкин. «Торатау» Конгресс-холында уҙған ҙур сарала ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Мәҙинә Ибраһимова, Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән умартасы, йәмәғәтсе:

— Республика Хөкүмәтенән ебәрелгән махсус саҡырыу буйынса Конгресс-холға Әбйәлилдән делегация менән килдек. Бындай мәртәбәле сараға ҡасан да булһа эләгермен тип башыма ла килтермәй инем, рәхмәт беҙҙе шулай ололағандары өсөн. Радий Хәбиров сәхнәгә сығып баҫыуынан уҡ ышаныслы, артыҡ һөйләмәй, күп эшләргә яратҡан кеше булыуы күҙгә ташланды. Алдағы йылдарҙағы кеүек залда гел министрҙар, Хөкүмәт Аппараты вәкилдәре генә ултырмай, унда ябай халыҡтың йыйылыуы иғтибарға лайыҡ ине. Хатта элекке замандағы халыҡ съездарында ҡатнашҡан кеүек тәьҫорат тыуҙы. Радий Фәрит улы Башҡортостанда йәшәүселәрҙе борсоған, иң көнүҙәк булған мәсьәләләргә туҡталды. Төпкөл ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, балалар баҡсалары, юлдар, хаҡтар — ябай халыҡ өсөн бөгөн нимә мөһим, тик шулар телгә алынды һәм бөтәһе лә аңлайышлы бәйән ителде, ниндәйҙер ят, сит телдән ингән һүҙҙәр ҡулланылманы.

Шулай уҡ Р. Хәбировтың залда йыйылған барыһына ла: «Коллегалар» тип өндәшеүе оҡшаны. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер республикала йәшәйбеҙ, шул мәнфәғәттә эшләйбеҙ, тормош сифатын күтәреү өсөн тырышабыҙ, тимәк коллега булып сығабыҙ, тип аңларға мөмкин ине быны. Шулай уҡ Башҡортостандың тәүге Президенты, ил ағаһы Мортаза Рәхимовты залға саҡырып ҙурлауы хөрмәткә лайыҡ, уны бөтәбеҙ ҙә ныҡ алҡышлап ҡаршы алдыҡ.

Үҙебеҙ эшләгән тармаҡ, ауыл хужалығына килгәндә иһә, республика етәксеһе Башҡортостанда етештерелгән продукцияны, атап әйткәндә, ит, һөт, бал, игенде сеймал булараҡ ҡына һатып әрәм итмәҫкә, ә етештереп, бренд рәүешендә, ҙурыраҡ хаҡҡа сауҙа итеү мөмкинлектәрен эҙләйәсәкбеҙ тине.

Ғөмүмән, Мөрәжәғәтнамә аша тауҙай вәғәҙәләр бирелмәне, әммә булдыра алғандай, бөгөн-иртәгә үтәлерлек бурыстар ҡуйылды.

Ғәлиә һәм Самат Зәйнуллиндар, Йәлембәт ауылы, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы кавалерҙары:

— Күп бала үҫтереүебеҙҙе батырлыҡҡа тиңләп, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән наградлауҙары бер йыуаныс булһа, республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһен тыңларға саҡырыу алып, тағы ҡыуандыҡ, ғорурландыҡ. Залда ҡәҙимге ауыл кешеләре, уҡытыусы, тәрбиәсе, фельдшер, фермер кеүек һөнәр эйәләре күп булыуы күҙгә ташланды. Республиканы етәкләүсе Радий Хәбиров сығышының һәр һүҙе аңлайышлы яңғыраны, һәр беребеҙгә төбәп әйтелгән, күңелгә үтерлек һүҙҙәр ине. Беҙҙе баҫтырып, таныштырғас, улыбыҙ Ринаттың хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булыуын әйтеп «Шундай тәртипле, илһөйәр, аҡыллы балалар үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт», — тип ололаны. Ҡағыҙға ла ҡарамай һөйләүе, тәрән зиһенле, шәп хәтерле булыуы һоҡландырҙы. Залда ултырғандарҙың барыһын да исемләп беләлер ул, тигән уй ҡалды. Әле Башлыҡ вазифаһын үтәп кенә йөрөһә лә, республиканың бөтә проблемаларын төптән белеүе, һәр тармаҡҡа иғтибар йүнәлтеүе һәм һорауҙарҙы хәл итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалыуы маҡтауға лайыҡ. Бына бит, Әбйәлилгә эш сәфәрендә күрһәтелгән маршрут буйынса түгел, ә үҙ белдеге менән йөрөп, кешеләр менән аралашып, автобус вәғәҙәләп ҡайтҡайны, мәктәптәргә автобустар килеп тә етте. Радий Фәрит улы Башҡортостанды етәкләһә, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ киләсәге ышаныслы, тормошо сифатлы булыр тигән яҡты өмөт менән ҡайттыҡ. Тағы уның Себерҙә эшләгән ир-азаматтарҙы республикаға ҡайтарыр кәрәк, тигән һүҙҙәре ҡанатландырҙы. Ысынлап та, эш юҡлыҡтан күпме ир-егет ҡырҙа йөрөй, балалар атаһын күрмәй үҫә, ҡатын-ҡыҙҙар ауыр донъя йөгөн тарта, малын да ҡарай. Һирәк ғаилә был һынауҙы лайыҡлы үткәрә.

Р. Хәбиров «Эскелек ул ҙур бәлә, яуызлыҡ» тип, ялған, лицензияһыҙ араҡы, көмөшкә һатыусыларға ҡаты көрәш алып барасағын да белдерҙе. Ауылда йәшерен араҡы һатыусылар ҡәтғи яза алһа, магазиндарҙағы спиртлы эсемлектәр һатыуға ла ҙурыраҡ талаптар ҡуйылһа, хәл, бәлки яҡшырыр, айыҡлыҡ йүнәлешенә юл һалыныр, тип ышанғы килә.

Резеда ХӘСӘНОВА яҙып алды.
Читайте нас: