+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2018, 13:04

Велосипед спорт яратҡан ғаиләгә эләкте!

Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ойошторолған уйынға ҡуйылған төп приз – велосипед Әбдрәш ауылынан даими гәзит уҡыусыбыбыҙ С. Х. Абдуллинаға эләкте.

Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ойошторолған уйынға ҡуйылған төп приз – велосипед Әбдрәш ауылынан даими гәзит уҡыусыбыбыҙ С. Х. Абдуллинаға эләкте.

– Үҙемде белгәндән алып, район гәзитенән айырылғаным юҡ. Һәр ваҡыт яҙылабыҙ, өтөр-нөктәһенә тиклем уҡып барабыҙ. Республика яңылыҡтары менән таныштырып барған, район хәлдәрен хәбәр иткән «Осҡон»һоҙ тормош йәмһеҙ. Яратҡан баҫмамдан ҙур бүләк отоуыма айырыуса шатмын, – ти еңеүсебеҙ.
Сара Ханнан ҡыҙы Сибай педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, 15 йыл Әбдрәш мәктәбендә уҡыта, унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы, балалар баҡсаһын етәкләй. Тормош иптәше, механизатор булған Мулләхмәт Ғәлиәхмәт улы бар ғүмерен ерҙә эшләүәгә арнаған кеше. Бөгөн ирле-ҡатынлы Абдуллиндар хаҡлы ялда. Оло йәштә булһалар ҙа, әле лә спортты үҙ итәләр.
– Элек-электән спорт менән дуҫбыҙ. Бабай менән иртән торғас та физзарядка яһайбыҙ, – ти Сара Ханнан ҡыҙы. – Велосипедлы булыуыбыҙ бик ҡулай булды. Был транспорт сараһы бабайыма балыҡҡа йөрөргә йәтеш. Үҙем дә ул был йомошома велосипедҡа ултырып ҡына сығып китермен.

Читайте нас: