Район гәзиттәренә киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы ла тамамланды. Әлбиттә, ул еңелдән бирелмәне, шулай ҙа күптәнге һәм тоғро дуҫтарыбыҙ беҙҙең менән ҡалды. «Осҡон» йәки«Абзелил» гәзиттәренә яҙылып, квитанцияларын редакцияға килтергәндәр араһында лотерея уйнатылды.
Гәзиттә киләһе йылға яҙылыусылар араһында елле приз — велосипед уйнатыласағы хаҡында яҙылғас та, редакция ишеге ябылманы тиерлек. Һәр кем үҙ ҡулдары менән ҡәҙерле квитанцияны йәшниккә төшөрөргә тырышты, берәүҙәр «бисмилла»лап теләһә, икенселәр үҙҙәре генә белгән ырым-юрауҙар аша сәпитле булырға хыялланды. Бәхет тап уларға йылмайыр төҫлө, шәп бүләкте отоу ниәте менән күптәр янды. Төп призға дәғүә итмәгәндәр, беҙгә «төймә лә бүләк» тип хушһынып, ҡалған приздарға өмөтләнде.
Ниһайәт, бүләктәрҙе уйнатыр көн килеп етте. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенең ултырыштар залына йыйылған халыҡ алдында мәғлүмәт үҙәге директоры, «Осҡон» гәзите мөхәррире Вил Илһамов сығыш яһаны.
— Бөгөн бында беҙҙең гәзиттәрҙе алдырыусы тоғро дуҫтарыбыҙ йыйылған. Матбуғат баҫмаларына хаҡтарҙың даими артып тороуына ҡарамаҫтан, беҙҙән айырылмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Дөйөм тырышлыҡ менән киләһе йылға «Осҡон» гәзитенә 2302 данаға квитанция тултырылһа, «Абзелил»ды иһә 924 кеше алдырасаҡ. Гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткәндәрҙең барыһына ла, айырыуса әүҙем эшләгән почта бүлексәләренә рәхмәт белдерәм, — тине Вил Әсғәт улы. — Етеп килгән яңы йыл менән барығыҙҙы ла ҡотлап, изге теләктә-ремде еткерәм. Киләсәктә лә бергә булайыҡ.
Әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙҙы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин тәбрикләп үтте.
Иң алда «Осҡон» гәзитенә яҙылыусыларҙың квитанциялары уйнатылды. 1-се Асҡар урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусы-лары Артем Ҡунафин менән Сафия Макаева барабанды әйләндерҙе. Уларҙың еңел ҡулынан иң тәүге булып Ишҡолдан Таңсулпан Зәйнетдинова сәғәт отто. Стена сәғәттәре Ф. Б. Шәғәлин (Асҡар), Ғәйәр Вәлиев (Туйыш), Сәғиҙә Ушанова (Әбделмәмбәт) менән Байрамбикә Носратова (Мәхмүт), М. Х. Әминева (Дәү-ләт), Фәймә Мәһәҙиева (Амангилде), Миңһылыу Усмановаға (Әбделғәзе) эләкте. Ишҡолдан Әсмә Дауытова менән Дәүләттән Т. Ишбулатова пледлы булды. Асҡарҙан А. Мәғәфүроваға бысаҡтар йыйылмаһы сыҡты. С. Баҡыева (Атауҙы), Гүзәл Байрамғолова (Сиҙәм), Р. Ғ. Фазылова (Әбдрәш) һәм Зөлфиә Ғәбитова (Һәйетҡол) термос отто. Ишҡолдан Нәбирә Кейекбаева водителдәр өсөн хә-үефһеҙлек жилеты алды. Йәлембәттән Венера Исҡужина менән Амангилденән Зөлхизә Мөхәмәтйәнова үлсәүле булды. Сәйнүктәр Фәрит Асҡаров (Рысҡужа) менән Татьяна Әбдрәхи-моваға (Ишҡол) тәтене. Байрам-тыуған көндәргә торт бешереү өсөн формалар С. Суфиянова (Асҡар) менән Ш. Садиҡовҡа (Дәүләт) эләкте. Мәхмүттән Заман Сафин, Ишҡолдан М. Мөхәмәҙиева, Рысҡужанан Гүзәл Абдуллина һәм Әбделмәмбәттән Риф Мусин яңы йылда өр-яңы сынаяҡтарҙан сәй эсәсәк. Байрам табынына матур салат һауыттарын отоусы Еүәйрә Әхмәҙиева (Йәнгел), Р. Шәмсетдинов (Яңауыл), Фәйезова менән Шаһимәрҙәновтар (Асҡар) менән И. Вафиндың (Атауҙы) бүләктәре өҫтәлгә йәм бирер, моғайын. Көршәктәр Мәрғиә Хызырова (Таштимер), С. К. Йәнбирҙина (Дәүләт), Гөлшат Зарипова (Ишкилде), кәстрүлдәр Ғәлиә Насирова (Әбделмәмбәт), Рәйлә Фазыловаға (Ишҡол) китте, уңған хужабикәләргә яҡындарын тәмле ризыҡтар әҙерләп ҡыуандырырға яҙһын. Асҡарҙан Г. Н. Вәлиуллина мосолман сынаяғы менән сәй эскән һайын беҙҙе иҫкә төшөрөр. Ҡушыйҙан Ғ. Идиәтуллинаға кер үтекләү таҡтаһының файҙаһы тейер әле. Бына ошондай шәп приздар уйнатылды, ҡырҡтан ашыу кеше бүләкле булды. Иң даланлы яҙылыусыларыбыҙ Ишҡолда, Әбделмәмбәттә, Дәүләттә һәм Таштимерҙә йәшәй икән. Был ауылдарҙа йәшәүселәрҙең бүләкте күп отоуында почтальондарҙың әүҙемлеге сағылды: улар гәзиткә яҙҙырып ҡына ҡалмаған, квитанцияларҙы күпләп үҙҙәре ебәргән. Тағы бер приз уйнатылды: уны «Осҡон» гәзитендә эшләп киткән Мөнирә Уйылданова үҙ ҡулдары менән яһаған. Сәскә-төнгө лампаны Ишҡолдан Зилә Ҡаһарманова алды.
Бер, ике, өс! Барабан «Осҡон» квитанциялары менән һуңғы мәртәбә әйләнә. Бер нисә минуттан төп приздың хужаһы асыҡланасаҡ. Залда тынлыҡ. Сараны алып барыусы, «Абзелил» гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Вәлиева тулҡынлана-тулҡынлана еңеүсене иғлан итә. Әбдрәш ауылынан С. Х. Абдуллина иң ҙур бүләккә лайыҡ — бәхетле уҡыусыбыҙ велосипедлы булды. Еңеүсене ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
«Абзелил» гәзите мөхәррире Әлфиә Хәкимованың ҡотлау һүҙҙәренән һуң уларҙың баҫмаһын алдырыусылар араһында квитанциялар уйнатылды. Төп приз — велосипед район үҙәгенән Рәйлә Моталоваға эләкте.
Редакция хеҙмәткәрҙәре Зөлфиә Заһитова, Гөлназ Вәлиева һәм Гөлнара Күсәрбаеваның ҡыҙы Әлиә Фәтхуллина тамашасыларҙы моңло йырҙары менән ҡыуандырҙы.
Еңеүселәрҙе документтары (ИНН, СНИЛС һәм паспорт күсермәләре) менән редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.