+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2019, 13:42

Яңы йылға — яңы машина

Үҙәк район дауаханаһы яңы йыл алдынан ҙур бүләк алды. «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенә өр-яңы «Тиҙ ярҙам» машинаһы ҡайтарылды.

Үҙәк район дауаханаһы яңы йыл алдынан ҙур бүләк алды. «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенә өр-яңы «Тиҙ ярҙам» машинаһы ҡайтарылды. Был ғына түгел, бүлексәнең техника паркы ошо арала тағы ике берәмек техникаға артасаҡ. Улар барыһы ла республика бюджетынан бүленгән.

— Бөгөнгө көнгә яңы «Тиҙ ярҙам» машинаһы менән бергә бөтәһе 8 берәмек техника иҫәпләнә, — тине дауахана гаражы начальнигы Илгиз Әғзәмов. — Яңы машиналар бирелеүен күптән көтә инек, сөнки 2006, 2007-се йылғылары күптән туҙған, эшлектән сыҡҡан. Шуға күрә паркыбыҙ 7-8 машина кимәлендә ҡаласаҡ.

Яңы машина тәжрибәле водитель Рауил Әхтәмов ҡулдарына ышанып тапшырылған. Ошо көндәрҙә ул тейешле теркәү, документация алыу мәшәҡәттәрен үткән. Һәм яңы йылда тәүге саҡырыуға сығасаҡ. Уңайлы, тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тулыһынса йыһазландырылған «Луидор» машинаһы киҫкен хәлдәгеләргә тиҙ барып етәсәк. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров яңы тиҙ ярҙам машинаһын райондың алыҫ ауылдарына һәм Белорет, Өфө дауаханаларына ауыр сирлеләрҙе оҙатыу өсөн файҙаланырға ниәтләй.

Республика Башлығы Вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын күтәреү, дауаханаларҙың матди-техник базаһын нығытыу буйынса күләмле эшенең бер йүнәлеше тормошҡа ашырыла башланы. Маҡсатлы эш яңы йылда дауам итер, ыңғай үҙгәрештәр булыр тип ышанғы килә.

Динара ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Читайте нас: