+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2019, 11:57

«Беҙ илдең киләсәге» 

— тигән девиз аҫтында агитбригадаларҙың район конкурсы үтте. Сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы, кире күренештәрҙе, насар ғәҙәттәрҙе хурланы.

— тигән девиз аҫтында агитбригадаларҙың район конкурсы үтте. Сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы, кире күренештәрҙе, насар ғәҙәттәрҙе хурланы.

Конкурста 12 белем усағынан агитбригадалар сығыш яһаны. Рауил урта мәктәбе «Илһөйәрҙәр»е «Беҙ булмаһаҡ кем?» тигән һорауға яуап эҙләне. Таштимерҙән «Ҡорос» командаһы үҙҙәренең сығышында сәләмәт киләсәк өсөн дөрөҫ туҡланыу төп нигеҙ булыуын дәлиләне. Ишбулдынан «Йәш быуын» вәкилдәре насар ғәҙәттәрҙе үҙ иткән замандаштарын яҡшылыҡҡа өндәне. Хәлил «Илһөйәрҙәр»енең, 1-се Асҡар мәктәбенән «Беҙ» балалар республикаһы»ның сығышы агитбригада тап шундай булырға тейеш тигән фекер ҡалдырҙы. Красная Башкириянан «Башҡортостан киләсәге» командаһы: «Йәшәүгә — «эйе», үлемгә — «юҡ», спортҡа — «эйе», яман ҡылыҡтарға — «юҡ» тиһә, арыҫландай туғыҙ егетте берләштергән «Йәнгел азаматтары» «Берҙәмлектә беҙҙең көс!», «Киләсәк бөгөндән башлана» тигән лозунгылар күтәрҙе. Йәнгел егеттәре заңы башҡа булған хәҙерге заманда йәмғиәтебеҙҙе баҫып барған эскелек, наркомания, ришүәтселек, мутлашыу кеүек кире күренештәрҙе хурланы. Мәғрифәтсе Аҡмулла, батыр Салауат, сәсән Байыҡ рухтары алдында оят булмаҫлыҡ лайыҡлы ғүмер кисерәйек, тип оран ташланы егеттәр. «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» тип үҙҙәре артынан әйҙәгән буранғолдар XXI быуаттың өс бәләһе тип тәмәке, араҡы һәм наркотиктарҙы нарыҡланы; кешеләрҙе юлдан яҙҙырған, ғаиләләрҙе тарҡатҡан, тотош милләттәрҙе юҡҡа сығарған афәттәрҙән өҫтөн булығыҙ, шайтан ҡотҡоһона бирелмәгеҙ, бәхетте ағыуҙа түгел, хеҙмәттә эҙләгеҙ, тип өндәне. Әйтергә кәрәк, Йәнгел һәм Буранғол мәктәптәре агитколлективта-рының туған телдә сығыш яһауы маҡтауға лайыҡ. Ташбулаттан «Йөрәктәр тибеше», Сиҙәмдән «ЗОЖики» командалары «Спорт аша сәләмәт тормошҡа!» лозунгыһын ҙурланы. Дәүләттән «Фанатики», Озерныйҙан «Солянка» командалары үҙенсәлекле сығыш яһаны.

Жюри агитколлективтар сығышын конкурс положениеһындағы критерийҙар буйынса баһаланы. Ҡайһы бер мәктәптәрҙең агитбригаданы КВН-дан айырмауы бер аҙ эсте бошорҙо. Агитбригаданың маҡсаты башҡа, тәьҫир көсө, тәрбиәүи әһәмиәте көслө. Тағы ла конкурс рәүешендә ойошторолғанда ла сараның тамашасыһы булырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Сығыш яһаусылар ялҡынлы телмәрҙәрен жюриға түгел, ә тиҫтерҙәренә төбәһә, яҡшыраҡ булыр ине.

Конкурс йомғаҡтары буйынса «Фанатики» командаһы «Йәштәр сәләмәтлекте һайлай», «Йөрәктәр тибеше» — «Быуындарҙан быуындарға», «Яңы быуын» — «Маҡсатҡа ынтылыш өсөн», «Илһөйәрҙәр» (Рауил) — «Сәләмәт булыу иң яҡшыһы», «Солянка» — «Заман менән бер ҡатарҙан», «Илһөйәрҙәр» (Хәлил) — «Уңышҡа ынтылыш өсөн» номинацияларында еңде. Өсөнсө урынды «Беҙ» балалар республикаһы», «Йәнгел азаматтары», «Ҡорос»тар бүлеште. Икенсе урында «ЗОЖики» һәм «Башҡортостан киләсәге» билдәләнде. Ә еңеүҙе Буранғол урта мәктәбенең «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!» агитколлективы яуланы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: