+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2019, 19:46

Бәхет асҡыстары бирелде

Дәүләт хәстәрлеге менән Яңы йыл алдынан 7 кеше өр-яңы йорттарҙан торлаҡ асҡысы алып һөйөндө.

Уларҙың тормошонда, бәлки, бынан да мөғжизәлерәк Яңы йыл байрамы булмағандыр. Баласаҡ бәхетен етемлек урлаған. Әле бына үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда ла атай-әсәй терәгенә, өй йылыһына мохтажлыҡтары үҙәктәрен өҙөп-өҙә. Үҙ-үҙен ҡурсаулы, тыныс тойһон өсөн кешегә баш өҫтөндә ҡыйыҡ, ыжғыр елдәрҙән ышыҡланыр мөйөш кәрәк. Дәүләт хәстәрлеге менән Яңы йыл алдынан 7 кеше өр-яңы йорттарҙан торлаҡ асҡысы алып һөйөндө.

Район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендәге Иншар Солтанбаев урамы фәҡәт социаль йорттарҙан тора. Былтыр Яңы йыл байрамы алдынан бында өс йәш кеше өй туйлаһа, бер йыл эсендә тағы ла 7 йорт ҡалҡып сыҡҡан. Әүнәш ауылынан бер туғандар Алина Ишбаева һәм Регина Ҡаһарманова, Исхаҡтан Азат Сөнәғәтов күршеләр булып донъя көтә башлаясаҡ.

— Бөгөн район тормошондағы иң шатлыҡлы көндәрҙең береһе тип ышаныслы әйтә алам. Был ваҡиға беҙҙең илдең ярҙамға мохтаждар тураһында хәстәрлек күреүсе социаль дәүләт булыуына ышандыра. Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы 10 йыл уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы Әбйәлилдә 89 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусы граждан өйлө булды. Шуларҙың 15-е быйыл торлаҡ менән тәьмин ителә, — тине район башлығы И. Т. Нафиҡов.

Яңы йортҡа буш ҡул менән килмәйҙәр — йәштәрҙе подрядсы Ансар Өмөтҡужин нигеҙҙәрегеҙ ҡотло, ырыҫлы булһын тигән ихлас теләктәргә ҡушып, бүләкләп китте. Әйткәндәй, Ансар Рафиҡ улы был дәүләт программаһы буйынса бихисап йорттар төҙөгән. Намыҫлы, яуаплы төҙөүсе булараҡ ышаныс һәм хөрмәт ҡаҙанған. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең районда, республиканың башҡа төбәктәренән айырмалы, етемдәр өр-яңы торлаҡ менән тәьмин ителә.

Ҡыҙыл таҫмалар киҫелгәс, хужалар артынан йорттарға үттек. Азат юғары белемле медицина белгесе, Бүздәк районында эшләй һәм шунда уҡ ғаиләһе менән ҡәйнә йортонда йәшәй. Асҡыс тапшырыу тантанаһына ул тыуған яғына кәләше Алһыу һәм 2 йәшлек улы Ильясты ла алып ҡайтҡайны. Йәшәргә урындары булғас, бөтөнләйгә был яҡтарға күсеп ҡайтыуҙы йәһәтләмәкселәр. Ғаиләлә ишәйеү ҙә көтөлә. Апалы-һеңлеле Алина һәм Регина икеһе лә МДТУ-ны тамамлаған, әлеге көндә Силәбе ҡалаһындалар. Алина һөнәре буйынса логопед, кейәүгә сығып, тормош иптәше менән ул үҫтерә, декрет ялында. Регина Көньяҡ Урал дәүләт университетында уҡытыусы булып эшләй. Район йәштәргә ҡурсаҡ йортондай өйҙәр төҙөп биреү менән бер юлы ике ҡуянды ата, юғары белемле белгестәр Әбйәлилгә лә кәрәк бит.

Ошо уҡ биҫтәнең М. Мирсәйәпов урамында ике хужаға иҫәпләнгән төҙөлөш буйынса эшләүсе эшҡыуар Сабир Ғилманов төҙөгән социаль йорт файҙаланыуға тапшырылды. Бында ут күршеләр булып Күсем руднигы егете Александр Доронин менән Әбдрәштән Зимфира Шәмсетдинова йәшәйәсәк.

Сабир Таштимер улы бригадаһы төҙөгән тағы бер күркәм, яҡты йорт Дауыт ауылында сафҡа инде. Фатир асҡыстары Ишҡолдан бер туғандар Рөстәм Дилмө-хәмәтов һәм Мәүлиҙә Ирғәлиеваға тапшырылды. Ғаилә ҡороп, өсәр балалар үҫтергән туғандарға татыу күршеләр булып, бергә-бергә имен-һау йәшәргә яҙһын!

Г. ИЛЬЯСОВА.


Читайте нас: