+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2019, 19:53

Торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Социаль түләмгә сертификат алыу — өс бала үҫтергән Айгөл менән Фәнис Мостафиндар ғаиләһе өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ярҙам.

Социаль түләмгә сертификат алыу — өс бала үҫтергән Айгөл менән Фәнис Мостафиндар ғаиләһе өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ярҙам. «Йәй көндәре ауылдағы бәләкәй өйөбөҙҙә йәшәһәк, ҡышҡыһын ҡалала ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр инек. Яҡын киләсәктә хөкүмәт тарафынан бирелгән сертификат аҡсаһына ҙур йорт һалып инһәк, ауылда ныҡлап төпләнәсәкбеҙ, шулай итеп Яңы йылда хыялдар тормошҡа аша», — тип ҡыуана Мостафиндар.

Йәштәргә, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй, республика Хөкүмәте, район хакимиәте йәһәтенән ҡабул ителгән күп программалар уңышлы эшләп килә һәм уларҙың бойомға ашырылыуы һөҙөмтәһендә бәхетлеләр өйҙәр туйлай, йорттар төҙөй. Яңы йыл алдынан районда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һигеҙ егет-ҡыҙ һәм күп бала тәрбиәләгән һигеҙ ғаилә ошондай ярҙам ҡыуанысы кисерҙе.

Шәп яңы йыл бүләге алған йәштәрҙе район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов тәбрикләне.

— Торлаҡ — ғаилә тормо-шоноң ныҡлы нигеҙе. Үҙ йортоң булыуы бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт, минеңсә. Өйҙәрегеҙ ҡотло булһын, үҙ нигеҙҙәрегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ. Район хакимиәте, үҙ сиратында, күп балалар тәрбиәләгән, үҙ эшен асырға йөрьәт иткән йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Һеҙгә, йәштәргә, был район, республиканан шәп Яңы йыл бүләге, — тип өйлө булғандарға фатир асҡыстары тапшырҙы Илдар Таһир улы.

Социаль йорттарҙы төҙөгән эшҡыуарҙар Ансар Өмөтҡужин менән Сабир Ғилманов та йәштәргә йорттарының балалар тауышынан гөрләп тороуын, бәхетле тормош ҡороуҙарын теләп, бүләктәр ҙә тапшырҙы.

Был көндө Рөстәм Ғәйнуллин, Әлфиә Хәлимова, Нәйлә Ғиниәтова, Анна Лебедева, Лиа-на Хәсәнова, Рияна Хәлимова, Ксения Вертопрахова, Васил Йосопов өйлө булыу бәхетенә иреште.

Артабан Илдар Таһир улы илебеҙҙең «Рәсәй Федерацияһы халҡын торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» сараһында ҡатнашҡан йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт төҙөүгә социаль түләм алыуға хоҡуҡ биреүсе танытмалар тапшырҙы. Район буйынса бындай бәхетлеләр исемлеген был юлы Асҡарҙан Айгөл һәм Радмир Итекәевтар, Гөлсиә Шәһәрғазина, Самат Мәғәфү-ров, Лира һәм Владислав Моратовтар, Розалия һәм Рәмзил Хәсәновтар (Әбйәлил), Айгөл һәм Фәнис Мостафиндар (Ба-йым), Зилә һәм Фәрхәт Фазыл-йәновтар (Ишҡол), Гөлйөҙөм һәм Рамил Вәлиевтар (Буранғол) тулыландырҙы.

— Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға иҫке йорттарҙан фатирҙар алмайбыҙ, яңыны төҙөп биреүҙе өҫтөнөрәк күрәбеҙ. Был тәңгәлдә эшләгән төҙөү-селәр маҡтауға лайыҡ. Бөгөн асҡыстар алғандар өйлө булды, күп балалы ғаиләләргә бирелгән сертификаттар ҙа уларға йорттарын һалып бөтөп, өй туйларға мөмкинлек бирә. Үҙ йорттарығыҙҙа бәхетле йәшәргә насип булһын, —тине район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов, бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.

Йорт алғандар исеменән Васил Йосопов, сертификатҡа эйә булғандарҙан Гөлсиә Шәһәрғазина матур байрамға шәп бүләк яһағандары өсөн республика хөкүмәтенә, район етәкселегенә, төҙөүселәргә рәхмәттәрен еткерҙеләр, изге теләктәрен юлланылар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас: