+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2019, 11:41

Спорт залы өлкәндәр өсөн дә асыҡ булһын

Яңы йылдың тәүге дүшәмбе кәңәшмәһендә район хакимиәте етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары ҡатнашты.

Яңы йылдың тәүге дүшәмбе кәңәшмәһендә район хакимиәте етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм мәктәп директорҙары ҡатнашты.

Кәңәшмәне район башлығы И. Т. Нафиҡов алып барҙы. Ул һөйләшеүгә юҡҡа ғына белем биреү учреждениелары етәксе-ләре саҡырылмауын билдәләне.

— Социаль өлкәлә ике ҙур йүнәлештә — йәшерен рәүештә ялған араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш һәм имен булмаған ғаиләләргә иғтибарҙы көсәйтеү буйынса эш башланыҡ. Мине тағы бер нәмә борсой: ауылдарҙа элекке кеүек йәнлелек юҡ. Хәтеремдә, беҙ бала саҡта мәктәптең спорт залы бөтә ауыл халҡы өсөн хеҙмәт итте. Төштән һуң унда уҡыусылар шөғөлләнһә, кискеһен йәштәр, урта быуын вәкилдәре волейбол уйнарға йыйыла торғайны. Ололар ҙа мәктәпкә шахмат уйнарға йөрөнө.

Байрам каникулдары осоронда райондың бер нисә белем усағына туҡталдым. Ләкин йоҙаҡҡа бикләнгән ҡапҡалар аша мәктәптәрҙең ихатаһына ла үтерлек булмауы әсендерҙе. Элекке һымаҡ халыҡты спортҡа ылыҡтырғанда, заман сирҙәре алдында көслөрәк булыр инек, — тине Илдар Таһир улы кәңәшмәне башлап.

Халыҡтың киске ялын ойоштороу фәҡәт мәҙәниәт усаҡтары иңендә бөгөн. Улары ла ара-тирә байрамдар уңайынан ҡуйылған концерттар һәм ял көндәрендәге дискотекалар менән сикләнә. Ҡайҙа һуғылырға, көсөн нимәгә сарыф итергә белмәгән йәштәр буш ваҡытын эскелеккә, тәртип боҙоуҙарға «арнай». Телефон, компьютерға текәлеп өйҙә ятҡандарҙы ла хуплап булмай. Күптәр интернет тәьҫиренә бирелгән. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын массалы спорт уйындарына йүнәлткәндә бары ыңғай һөҙөмтә булыр ине, тигән фекерҙә район башлығы. Бәләкәй генә клубтарҙы бындай маҡсатта файҙаланып булмай. Ләкин, быны сәбәп итмәй, әүәлге замандарҙағы кеүек мәктәптәрҙең спорт залдарын киске ваҡытта өлкән йәштәгеләр өсөн эшләтеп була.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе В. Ә. Зәйнуллин Хәмит, Буранғол, Хәлил, Ишҡол урта мәктәптәрендә ҡараңғы төшкәнсә спортзалдар гөрләп эшләп тороуын әйтте. Ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, эшенә фанаттарса бирелгән физкультура уҡытыусылары һәм тренерҙарҙың алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәте республика кимәлендәге еңеүҙәр менән дә баһалана, тине бүлек начальнигы. И. Т. Нафиҡов уҡыусылар менән шөғөлләнеү бер, спорт залы ауыл халҡы өсөн дә асыҡ булһын тигән маҡсатты тормошҡа ашырыу зарурлығын билдәләне. Был юҫыҡта хәмиттәрҙең традицияға әйләнгән тәжрибәһе менән ауыл биләмәһе башлығы Ф. Д. Ғәҙелшина бүлеште.

— Хәмиттә ҡомарлы волейболсы Радик Шаһыбалов мәктәп етәкселеге менән килешеп, мөлкәт именлеге, тәртип өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алып, спортзалды аҙнаға өс тапҡыр киске ваҡытта өлкәндәр өсөн астырыуға өлгәште. Хәҙер спорт залындағы тәртип-таҙалыҡ өсөн Миңнур Баһауетдинов яуаплы. Нисәмә йылдар дауамында волейбол һөйөүселәр мәктәп юлына саң ҡундырмай. Ауылда көслө волейбол командаһы формалашты, улар район ярыштарында ла һынатмай. Белем усағы ҡуйған шарттар теүәл үтәлә: эскән кешеләрҙе мәктәпкә яҡын юллатмайҙар, биләмәлә тәмәке тартмайҙар, уйнап бөткәс хатта иҙәнде йыуып ҡайталар, — тине Фирүзә Дилмөхәмәт ҡыҙы.

Мәктәп директорҙары үҙҙәренең фекерен әйтте. Күсем урта мәктәбенән Г. Й. Өмөтҡужина күңел асыу урындары күп булған курорт төбәгендә йәштәрҙе спорт залына ылыҡтырыуы икеле тиһә, Йәнгелдән И. М. Ғәббәсов мәктәптең спорт залында шөғөлләнергә теләүселәргә йөҙ бормауын билдәләне. Әммә бер мәл йәштәр тәҙрәне ватҡандан һуң, сығымдарҙы мәктәп күтәреүе буйынса күңелһеҙ хәлгә тарыуҙарын да иҫкә алып, милек именлеге өсөн яуаплылыҡ мәсьәләһе буйынса төплө уйларға кәрәк тине. Красная Башкирия мәктәбе директоры Л. Р. Ғилманова хәүефһеҙлек мәсьәләһе тураһында әйтте. Бында белем усағы сигнализацияға бикләнә, ҡарауылсы штаты бөтөрөлгән. Мәктәп ишеген асыу өсөн кодты директор һәр кешегә бирә алмай. Төн ауғансы мәктәпте һаҡлап ултырыу ҙа директорҙың бурысы түгел. Вахтер штаты булдырыу өҫтөндә уйларбыҙ, тип яуапланы район башлығы. Хәлил, Ташбулат мәктәптәре директорҙары Б. Ә. Ғәлин, Б. Ш. Зәйтүнов Илдар Таһир улының һүҙен ҡеүәтләне. Таштимер ауыл биләмәһе башлығы В. С. Абсаҙыева спорт залдарына әүәлге йәнлелек кире ҡайтһа, халыҡтың бер өлөшөн булһа ла сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға ирешелһә, бик яҡшы булыр ине, тигән ыңғай ҡарашын белдерҙе. Вәсилә Сәғит ҡыҙы эште ойоштороуға комплекслы ҡарау зарурлығын да билдәләне. Спорт залын киске ваҡытта ауыл халҡы мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырыу мәктәптең төп эшенә кире йоғонто яһамаһын, спортҡа битараф булмаған өлкәндәр техник хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтен ихтирам итһен, бинаға алмаш аяҡ кейемендә генә үтһен, яңы бурыс уҡытыусыларға өҫтәмә йөкләмәләр һала икән, улар тейешенсә баһаланһын тигән фекерҙәрен әйтте. Әйткәндәй, сифатлы уйын ҡорамалдары, туптар һатып алыу мәсьәләһе лә күтәрелде, өлкәндәр өсөн мәктәп үҙенең спорт инвентарҙарын ҡорбан итергә тейеш түгел. Район башлығы И. Т. Нафиҡов бөтә тәҡдим-фекерҙәрҙе лә иғтибар менән тыңланы һәм улар иҫәпкә алынасаҡ тине.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: