+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 18:50

Эскелекте ауыҙлыҡлау маҡсатында

Район хакимиәтендә эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса йыйын уҙҙы.

Район хакимиәтендә эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса йыйын уҙҙы. Һөйләшеүҙә район башлығы И. Т. Нафиҡов, район эске эштәр бүлеге начальнигы И. Ҡ. Макаев, социаль хеҙмәттәр етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, «Башҡорт» ойошмаһы активистары ҡатнашты. Был хаҡта район хакимиәте ҡарамағындағы алкоголь менән сауҙа итеүҙә хәлде күҙәтеү буйынса эш төркөмө рәйесе И. Ә. Хәсәнов тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе:

— Йәштәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, хеҙмәт йәшендәге әзмәүерҙәй ир-егеттәрҙең, бәғзе ҡатын-ҡыҙҙарҙың һалҡын ер ҡуйынына инеп ятыуы, ғаиләләрҙең тарҡалыуы, балаларҙың етемдәр йортонда тилмереүе — йәмғиәтебеҙҙе ялмап барған бөтә был бәләләрҙең башында эскелек тора. Бөгөн контрафакт иҫерткестәр менән кәсеп итеүселәр бизнесы «сәскә ата». Уларҙың кәсебен ябыу юлы менән генә эскелеккә ҡаршы көрәштә һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Йыйында төп һүҙ ошо хаҡта барҙы һәм ауыл биләмәһендә законлы булмаған суррогат эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәш төркөмдәре булдырырға ҡарар ителде. Урындағы башлыҡ, участка инспекторы, депутаттар, йәмәғәтселәрҙән торған төркөм аҙна һайын профилактик рейдтар үткәреүгә яуаплы буласаҡ, хоҡуҡ боҙоусыларға протоколдар төҙөләсәк. Әйтергә кәрәк, 2018 йылда законһыҙ рәүештә алкоголь һатыусыларҙы асыҡлау буйынса 48 рейд ойошторолдо, полиция хеҙмәткәрҙәре 30 протокол тултырҙы, ҙур ғына күләмдә административ штрафтар һалынды. Ләкин өс ҡатын яман кәсебе өҫтөндә яңынан тотолдо һәм уларға РФ Енәйәт кодексының 171.4 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Биләмә башлыҡтары нисә урында ялған араҡы һатылыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Еткерелгән һандарҙан күренеүенсә, район буйынса яҡынса 250 нөктәлә — магазин һәм йортта суррогат иҫерткестәр менән сауҙа итәләр. Ғәмәлдә улар тағы ла күберәк. Күп йүнәлешле эшмәкәрлегенең бер тармағы эскелеккә ҡаршы көрәш булған «Башҡорт» ойошмаһы ир-уҙамандары үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Үтәгәндән Айтуған Мәғәфүров, Буранғолдан Айбулат Оморҙаҡов, Ҡушыйҙан Ильяс Һибәтов тос ҡына фекер-тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Улар ҡаланан контрафакт спиртлы эсемлектәр ташыусы машиналарҙы асыҡлау буйынса эҙәрмәнлек эше алып бара, сауҙа итеүсе нөктәләр тураһында полицияға хәбәр итә. Полиция етәксеһе И. Макаев егеттәрҙең законға таянып эш итеүҙәрен һораны һәм эскелеккә ҡаршы көрәштә, шулай уҡ енәйәттәрҙе асыҡлауҙа бергәләп эшләргә өндәне. Район башлығы И. Нафиҡов Әбйәлилдә эскелекте тамырҙан ҡоротоу өсөн ныҡышмал, эҙмә-эҙлекле эш алып барыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.


Читайте нас: